+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2017, 18:21

Халыҡ менән берлектә эшләйбеҙ

Экология йылында күп ауылдарҙа төҙөкләндереү, тирә-йүнде йәмләү эштәре алып барыла. Имәндәш ауыл биләмәһендә был тәңгәлдә ниндәй эштәр башҡарылған, киләсәккә ниндәй пландары бар? Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы НОҒАЙҒОЛОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ –уға:

Иҫке Тайыш ауылында төҙөкләндереү өмәһенә сығыусыларҙан  бер төркөм.
Иҫке Тайыш ауылында төҙөкләндереү өмәһенә сығыусыларҙан бер төркөм.
Экология йылында күп ауылдарҙа төҙөкләндереү, тирә-йүнде йәмләү эштәре алып барыла. Имәндәш ауыл биләмәһендә был тәңгәлдә ниндәй эштәр башҡарылған, киләсәккә ниндәй пландары бар? Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы НОҒАЙҒОЛОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ –уға:

-Ауыл биләмәһенә барлығы 9 ауыл ҡарай. Ҡайһы ауылда нисә кеше йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр береһенә лә иғтибарҙы тигеҙ бүлергә тырышабыҙ. Былтыр Юрмаш, Мораҙ ауылдарына иғтибар ҙурыраҡ бирелде һәм был ауылдарҙа байтаҡ төҙөкләндереү эштәре атҡарылғайны. Быйыл Имәндәш ауылы клубын үҙ көсөбөҙ менән ремонтлайбыҙ. Клубтың ҡыйығын профнастил менән ябыу өсөн материал һатып алыуға район хакимиәте аҡсалата ярҙам бүлде. Ҡыйыҡ ябыу эшен үҙ көсөбөҙ менән атҡарып сыҡтыҡ. Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Илфат Үтәгәнов, Фиҙәрис Үтәгәнов, Филүс Шәрәфетдинов, шулай уҡ Фәнзил Собханғолов, Рамазан Мәхмүтов, Роберт Түзбәков, Айытбай Зәйнешев тырышып эшләнеләр. Заманында клубтың эске яҡлап түбә таҡтаһына ауыр плиткалар (8-әр кг) йәбештерелгән булған. Ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡайһы берҙәре ныҡ ҡаҡшаған һәм саҡ-саҡ эленеп тора. Килеп төшә ҡалһа кешене имгәтеү ихтималлығы ла бар. Шуға ла кәңәшләшеп, был плиталарҙы алып ташларға булдыҡ һәм әле ошо эш менән булышабыҙ. Шулай уҡ Имәндәш ауылында 30 метр тәрәнлектә һыу скважинаһы ҡаҙҙырылды, электр үткәрелде, автоматик насос, 3 ҡулса урынлаштырылды. Был маҡсатҡа барлығы 180 мең һум аҡса үҙләштерелде. Был эштәрҙе атҡарыуҙа ауыл Советы депутаттары Илдар Мәхмүтов, Кәбир Ғилманов, Фәнзил Собханғолов ҙур ярҙам күрһәтте. Транспорт менән Радик Әминов ярҙам итте. Имәндәш

ауылында Һыуҡоя шишмәһе төҙөкләндерелеп, кәртәләп алынды. Ринат Әхмәтов ағас эштәрен башҡарҙы.

Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, Иҫке Тайыш ауылында өмә әйтеп ауыл зыяратын кәртәләп алдыҡ. Бында бар халыҡ ҡатнашты. Айырыуса ауыл старостаһы Ғәйәр Яҡупов етәкселегендәге егеттәр – Фаил Сәйфуллин, Илнур Килдейәров, Салауат Сала-

уатов, Айнур Борханов, Илһам Собханғолов, Илшат Абдрахманов, таҡта быстырыуҙа Руслан Мәхмүтов, Ринат, Рәлиф Зәйнешевтар ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Ошо ауылда Морат шишмәһе лә төҙөкләндерелеп, кәртәләп алынды, эсәр һыу өсөн ауылға тағы ла бер скважина ҡаҙҙырттыҡ. Некрасовка ауылынан Яңы Тайыш ауылы йүнәлешенә юл полотноһы күтәртелде. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан бирелгән 400 мең һум аҡсаны район

юл төҙөү-ремонтлау идаралығына күсереп, юл төҙөүҙе улар атҡарып сыҡты. Әле ошо ауылға илткән юлдағы Һәйроҡто йылғаһы аша күперҙе ремонтлау менән мәшғүлбеҙ. Бынан 10 йыл элек төҙөлгән күпер йылға яры ишелеү менән бәйле сығып йөрөү өсөн хәүефлегә әүерелде. 12 метр киңлектәге был күпергә бетон плитәләр түшәргә йыйынабыҙ. Бы-йыл Некрасовка ауылы урамдарына ла ҡырсынташ түшәлде. Ауыл биләмәһе аша яғыулыҡ менән генә ярҙам иттек. Ҡалғанын ошо ауыл уҙаманы Сергей Ильин үҙенең шәхси тракторында атҡарып сыҡты. Киләсәктә иһә башҡа ауылдарҙағы ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәү ҡарала, башҡа төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Был эштәрҙе лә халыҡ менән бергәләп атҡарып сығырбыҙ тип ышанам.
Читайте нас: