+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2017, 11:09

Кемдер тыуа, кемдер...

2017 йылдың III кварталында Ғафури районы ЗАГС бүлегендә 362 гражданлыҡ акты теркәлгән, 799 юридик әһәмиәтле хеҙмәт күрһәтелгән. Шул уҡ ваҡытта гражданлыҡ хәле акттарына төҙәтмәләр, үҙгәрештәр индерелгән, таныҡлыҡтар һәм белешмәләр яңыртып бирелгән, граждандар мөрәжәғәттәре ҡаралған.

Ошо арауыҡта районда 79 ғаилә (уҙған йылда – 89) барлыҡҡа килгән, 33 ғаилә тарҡалған (былтыр - 29). 91 сабый тыуған (былтыр – 123). Шуларҙың 52-һе малай, 39-ы ҡыҙ бала. 25 ғаиләлә беренсе, 28-ендә –икенсе, 25-ендә – өсөнсө, ә 13 ғаиләлә дүртенсе һәм унан һуңғы бала донъяға килгән. 20 бала никахтары закон тарафынан теркәлмәгән ғаиләләрҙә, 18-е яңғыҙ әсәйҙәрҙә тыуған. Районда Данил, Диана, Милана, Арслан, Арсен, Рамаҙан тигән исемдәр йышыраҡ ҡушыла. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларына һирәк осрай торған Арслана, Айдина, Айым, Камаль, Рюрик тигән исемдәрҙе һайлай.

Районда 3 кеше исем-фамилияһын, йәки атаһының исемен алыштырыу буйынса мөрәжәғәт итте. 3 ай эсендә үлем тураһында 133 акт теркәлгән (уҙған йылда – 107), уларҙың 77-һе ир-ат, 56-һы ҡатын-ҡыҙ, 3 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған.

2003 йылдан алып 50, 60, 70, 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә юбилярҙары тәбрикләнә. 3 айҙа районда 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән 3 ғаилә һәм 60 йыл бергә ғүмер кисергән 1 ғаилә пары бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаилә юбилярҙарын ҡотлау өсөн ғаризалар Ғафури районы ЗАГС бүлегендә йәки йәшәү урыны буйынса ауыл хакимиәттәрендә ҡабул ителә.
Читайте нас: