-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2017, 17:09

Президент грантын – файҙалы эштәргә

Һуңғы йылдарҙа республикала ла, ил буйынса ла урындағы проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән төрлө программалар эшләп килә. Шуларҙың береһе – коммерция булмаған ойошмаларҙың гражданлыҡ йәмғиәттәрен үҫтереү сиктәрендә “Юлыҡ” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) Башҡортостан Рәсәй Президенты грантына конкурста ҡатнашыу маҡсаты менән “Тарихи хәтерҙе һаҡлау” йүнәлеше буйынса үҙ проектын тәҡдим иткәйне. Ниһайәт, күптән түгел ойошманың “Һәйкәл - олатайҙарға, спорт майҙансығы - ейәндәргә” тип аталған проекты еңеп сығып, 499956 һум күләмендә грант яуланы. Ауылдағы Еңеү паркы биләмәһен төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арналған обелиск ҡуйыу, спорт майҙансығы төҙөү – тап ошо эштәрҙе башҡарыуҙы проект үҙ эсенә алды ла инде. Проектта күрһәтелгән эштәрҙең күләме 540 мең һум тәшкил итеп, шуның 40 мең һумы ТОС советы ҡарары менән халыҡтан йыйылырға тейеш ине.

Обелискыны төҙөү мәле.

Бынан бер нисә йылдар элек юлыҡтар Бөйөк Ватан һуғышына китеп, яу яландарында баштарын һалған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә Еңеү паркы булдырып, обелиск урынлаштырғайнылар. Яугирҙарҙың һәр береһенең исем-шәрифе был таҡтаташҡа алтынһыу хәрефтәр менән уйылып яҙылған. Фашист Германияһына ҡаршы көрәштә ауылдан 194 ир-ат ҡатнашып, 87-һенә генә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу насип була. Әммә бөгөн уларҙың береһе лә яҡты донъяла юҡ инде. Проектта ҡаралғанса, тап күптән түгел барлыҡҡа килгән өр-яңы обелискыла “Улар Еңеү алып ҡайттылар” тигән яҙыу тәңгәлендә уларҙың исем-шәрифтәре урын алған.

ТОС рәйесе Рәхимйән Юлыҡов әйтеүенсә, обелискының эскизын ауылдашыбыҙ Һаҙый Юлмөхәмәтов төҙөһә, ҡара гранит таҡтаташтарын (4 өлөштән тора) Стәрлетамаҡта шәхси эшҡыуар “В.А.Степанов” предприятиеһынан 110 мең һумға эшләтеп алғандар. Уларҙы урынлаштырыу өсөн аҫҡы өлөшөн бисерблоктан эшләгәндәр. Евроштакетниктар, сеткалар, профиль һәм башҡа кәрәк-яраҡты спорт майҙансығын уратып алыуға тотонғандар. Барлыҡ төҙөлөш материалдары һатып алыуға 243 мең һум аҡса сарыф ителгән. Обелиск төҙөү һәм башҡа эштәрҙе ваҡытлыса килешеү төҙөшөп, Ғаян һәм Ришат Ҡужиндар, Рим Ильясов, Инсаф Зәйнуллин башҡарған. Буласаҡ мини-футбол майҙансығы (35 м х 30 м) киләһе яҙға үҙ тәғәйенләнеше бу-йынса эшләй башлаясаҡ. Ҡышҡылыҡҡа йәштәр уны хоккей майҙансығы итеп ҡулайлаштырырға уйлашыуҙары, шулай уҡ бында яҡтылыҡ үткәреү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәклеген билдәләп үтте Рәхимйән Шакирйән улы. Проекттан тыш, Еңеү паркының биләмәһен артабан төҙөкләндереү ҙә сығымдар талап итә. Шуға ла халыҡтан аҡса йыйыуҙы ла дауам итеү зарур. Ошо һәм башҡа эштәрҙе ойоштороуҙа кассир Миңзилә Шаһиева ҙур ярҙам күрһәтә.

Ошондай финанс ярҙамын файҙалы эштәргә бағышлап, бер яҡтан, мәңгелек донъялағы атай-олатайҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереп, рухтарын шатландырһалар, икенсе яҡтан, балаларҙа илһөйәрлек, патриотик рух тәрбиәләү, үткәндәрҙе онотмаҫҡа саҡырыу булып тора.
Читайте нас: