Ҡосаҡлашыу, күрешеү, уҡытыусылар, класташтар менән осрашыу, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәү, мәктәп йылдарын йылы хәтирәләрҙә иҫкә төшөрөү... Барыһы ла булды Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында үткән «Һабаҡташтар осрашыуы» тип аталған матур сарала.
Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы, Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбен 1972 йылда тамамлап, илебеҙҙең төрлө яҡтарына таралышҡан һабаҡташтарҙы бер ҡорға йыйҙы. Унда белем усағын 45 йыл элек тамамлаған уҡыусылар һәм ветеран уҡытыусылар йыйылды.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы музей директоры Римма Ишмырҙина тәбрикләп ҡотлап китте, Ж.Ғ.Кейекбаев исемен йөрөткән мәктәптең һәм музейҙың тарихы, бөгөнгө торошо, кешенең шәхес булып формалашыуындағы роле хаҡында һөйләне.
Ж.Ғ.Кейекбаевтың йорт-музейында урын алған бихисап экспонаттар һәм күргәҙмәләр менән танышҡан саҡта һабаҡташтар бер фото янында туҡтап ҡалып, яҡты хәтирәләргә бирелде. Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев яҡын дуҫы, Сәйетбаба урта мәктәбе уҡытыусыһы Хәбибулла Зиннәт улы Ғарифуллин менән төшкән фотоһүрәт ине ул.
– Беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ Хәбибулла Зиннәт улы Ғарифуллин – барлыҡ ыңғай сифаттарҙы үҙенә туплаған тәжрибәле, киң күңелле, оло йәнле, ҙур ихтирамға лайыҡ уҡытыусы булды, – тип хәтерләй Нурия Рахманғолова тәүге хәреф танырға, уҡырға һәм яҙырға өйрәткән уҡытыусыһын, уның дәрестәрен иҫкә төшөрөп.
Бынан 45 йыл элек мәктәп тупһаһын аша атлап сыҡҡан синыфташтар күңелле уҡыу йылдарын хәтергә алды, сағыу хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, тырышып уҡыу, һуңғы ҡыңғырау – барыһы ла кисә генә булған кеүек...
Осрашыуҙа ҡатнашҡан мәғариф ветерандары Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов һәм Ишбирҙе Ишбулды улы Хызыров һәр уҡыусыһын йылы хәтирәләр менән иҫкә алды. Мәктәпте тамамлаусылар уларға меңләтә рәхмәтле, мөғәллимдәренең кәңәштәре етенсе тиҫтәһен ҡыуған олпат апай-ағайҙар өсөн бөгөн дә ҡәҙерле, яҡын.
– Һеҙҙең дәрестәрегеҙҙе әле булһа ла иҫләйбеҙ, – тиҙәр Рәмил Резбаев менән Фәнүр Ғүмәров.
– Класташтар, уҡытыусылар менән осраштырған сараны ойоштороусыларға рәхмәт. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, мәктәп йылдарына, йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ, – тине Ғәзизә Шаһиева.
Белем усағын 45 йыл элек тамамлаған, хәҙер инде төрлө тарафтарҙа йәшәгән һабаҡташтарҙы йыйыуҙа күләмле сараны ойоштороусыларҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һабаҡташтар осрашыуын үткәреү инициативаһы менән быға тиклем туғандар, ырыуҙаштар араһында осрашыуҙар үткәреүҙә тәжрибә туплаған Ғәйшә Сәйфуллина сыҡты:
– Бөгөнгө осрашыу – туғандарса һөйләшеп, йыйылып киткән хис-тойғолар менән бүлешеп, һағыш кисерештәрен баҫып алырға теләгән уҡыусы һәм уҡытыусының осрашыуы ул. Әлбиттә, күрешеүебеҙ, һәр ҡыуаныслы ваҡиға кеүек, бер ҡыҫҡа ғына мәл булып үтеп китәсәк. Әммә ошо мәлдән ҡалған шатлыҡлы кисерештәр бик оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙе йылытып торасаҡ, – тине ул, осрашыуҙың маҡсатын билдәләп.
Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә белем алып, оло тормошҡа аяҡ баҫыусылар күптән инде үҙ урынын тапҡан, матур ғаиләләр ҡорған, лайыҡлы донъя көткән хөрмәтле кешеләр. Араларында районда, республикала абруй ҡаҙанған кешеләр булыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Класташтары исеменән һүҙ алған Лира Шәмсетдинова белем усағына, педагогтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бик йәнле, хис-тойғоларға, хәтирәләргә бай булды осрашыу. Оҙаҡ йылдар буйы бер-береһен күрмәгән яҡын кешеләр аралашты бит. Ҡырҡ биш йылдан һуң да улар бер ғаилә кеүек...