+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2017, 12:10

Цифрлы телевидение бүләккә

13 октябрҙә Красноусол ауылында йәшәүсе Вәсилә һәм Ришат Әхтәмовтар ғаиләһенә Республика көнө уңайынан DVB-Т2 стандартлы цифрлы телевидение приставкаһы тапшырылды. Уны “Рәсәй телевизион һәм радио селтәре” предприятиеһының Башҡортостандағы филиалы хеҙмәткәрҙәре тантаналы шарттарҙа бүләк итте. Сараны бер нисә телеканал журналистары яңылыҡтар тапшырыуы өсөн төшөрөп алды.

Журналистар "БР-ҙың радиотелевизион тапшырыу үҙәге" идаралығы белгесе Наталья Калупаеванан интервью ала.

Күп балалы Әхтәмовтар ғаиләһе был көтөлмәгән бүләккә ҡыуанысын йәшермәне. Заманса телевизорҙы приставкаға һәм антеннаға Өфөнән килеүсе операторҙар тоташтырып, көйләп биреүгә хужабикә Вәсилә Ирғәле ҡыҙы кесе улдары Вадим менән каналдарҙы ҡарай ҙа башланы. “Быға тиклем телевидение өсөн ай һайын күпмелер аҡса түләргә тура килә ине. Хәҙер 10 каналды бушлай ҡараясаҡбыҙ. Антеннаның бүлмәлә булыуы уңайлы. Сифаты ла яҡшы,” – тине хужабикә тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

РТРС-1 мультиплексы пакетына 10 телеканал – “Беренсе канал”, “Рәсәй 1”, “Матч ТВ”, “НТВ”, “Петербург – 5 канал”, “Рәсәй К”, “Рәсәй 24”, “Карусель”, “ОТР”, “ТВ Үҙәк Мәскәү” һәм 3 радио каналы – “Маяҡ”, “Рәсәй радиоһы”, “Вести FM” инә. Районда абонент түләүҙәре булмаған был каналдарҙы ҡарау мөмкинлеген биреүсе 4 яңы телевизион станция Красноусолда (50 м бейеклектә), Петропавловкала (50 м), Имәнлектә (20 м) һәм Сәйетбабала (30 м) ҡуйылған. Улар ярҙамында 31 мең кеше һанап үтелгән телеканалдарҙы юғары сифатта ҡарай ала. Башҡортостанда цифрлы телевидение каналдарына күсеү маҡсатлы федераль программа сиктәрендә башҡарыла. Уға ярашлы республикала 216 цифрлы телевидение һәм радио станцияһы төҙөләсәк.

Цифрлы телевидение приставкаһын һәм антеннаны һәр кем үҙе лә тоташтыра ала. Һорауҙар булһа, консультация биреү үҙәгенә +7(347) 246-45-78 һәм 8800-220-20-02 телефондарына шылтыратырға йәки ufa.rtrs.ru сайтына инеп тә яуап табырға мөмкин.
Читайте нас: