+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2017, 12:32

Ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та һөнәр

Тормоштағы кеүек, хәрбиҙәр араһында ла төрлө һөнәр эйәләре бар. Рәсәйҙә 20 октябрь Хәрби элемтәселәр көнө булараҡ билдәләнә. Осраҡлы күренешме, яҙмыш ҡушыуымы, миңә лә әрмелә бик һирәк һөнәр булған радиотелеграфист булып хеҙмәт итергә тура килде. Бөгөн районда ла запастағы радиотелеграфистар, күп булмаһа ла, бар.

Тормоштағы кеүек, хәрбиҙәр араһында ла төрлө һөнәр эйәләре бар. Рәсәйҙә 20 октябрь Хәрби элемтәселәр көнө булараҡ билдәләнә. Осраҡлы күренешме, яҙмыш ҡушыуымы, миңә лә әрмелә бик һирәк һөнәр булған радиотелеграфист булып хеҙмәт итергә тура килде. Бөгөн районда ла запастағы радиотелеграфистар, күп булмаһа ла, бар.

Дөрөҫ, хәрби элемтәселәргә бер радиотелеграфистар (радистар) ғына ҡарамай. Телеграфистар, радиорелейщиктар, коммутаторҙы хеҙмәтләндереүсе телефон элемтәһе өсөн яуап биреүселәр һәм башҡалар. Элек (уҙған быуаттың 80-90-сы йылдары) хәрби хеҙмәткә саҡырыр алдынан комиссия үткәндә анкета тултырта торғайнылар. (Ул алым әле лә ҡулланыла булһа кәрәк). Унда спорттың ниндәй төрө менән шөғөлләнеүеңдән тыш ниндәй музыка ҡоралдарында уйнауың хаҡында ла һорау бар ине. Алтынсы кластан гармунда, һуңғараҡ ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай белгән кеше булараҡ, анкетала ошо мәғлүмәттәрҙе күрһәттем. Радиотелеграфист булып китеүемә лә ошо мәғлүмәт булышлыҡ итте. Өфөлә хәрби саҡырыу пунктында өс көн ятҡандан һуң Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһынан ике сержант эйәртеп, беҙҙе “һатып алыусы” майор килде. Һәр беребеҙҙең документтарын ентекле тикшереп сыҡҡас, айырым-айырым әңгәмәгә саҡырҙы. Анкета менән танышып сыҡҡандан һуң минең ысынлап та музыка ҡоралдарында уйнауым менән ҡыҙыҡһынды. Унан һуң инде ҡулындағы ручка менән өҫтәлгә туҡылдатып, Морзе алфавитының бер нисә өнөн ҡабатларға ҡушты. Тап ул туҡылдатҡанса яуап биргәндән һуң үҙе менән алып китәсәген белдерҙе. Шулай итеп, Һамар ҡалаһындағы элемтәселәр әҙерләүсе айырым батальондың радиотелеграфистар әҙерләүсе 1-се ротаһына барып эләктем. Бер үк ротала Белореттан, Бүздәктән, Туймазынан, Өфөнән яҡташтар ҙа булды. 1-се ротаның 1-се взводы радиотелеграфистар, 2-сеһе телеграфист һәм кодлаусы, 3-һө радиорелейщиктар әҙерләүсе, 4-һе хеҙмәтләндереү взводы булараҡ формалаштырылған ине. Иртәнге физзарядка һәм иртәнге аштан һуң уҡыу бүлмәһенә йыйылып, мәктәптәгесә парта артына ултырабыҙ. Төшкә тик-лем ғүмер парта артында үтә. Көн дә политуҡыуҙарҙан тыш (СССР заманы ине бит) Морзе әлифбаһын үҙләштерәбеҙ. Ҡолаҡтан наушник төшмәй. Һәр бер Морзе өнөнөң үҙ тамғаһы һәм тауышынан тыш үҙ “йыры” ла бар. Әйтәйек, “А” хәрефе Морзе телендә нөктә һәм һыҙыҡ (“. _”) ярҙамында белдерелһә, “ай-даа” тип йырлана. “Г” хәрефе һыҙыҡ, һыҙыҡ һәм нөктә (“_ _ .”) менән белдерелһә, иҫтә ҡалыуға еңел булһын өсөн “Гаа-гаа-рин” тип “йырлана”. Йәғни, Морзе телен уҡытыу методикаһын эшләүселәр һәр хәрефкә һәм һанға айырым “йыр” уйлап сығарғандар. Ысынлап та, ошо “йыр”ҙы ҡолаҡҡа һеңдерә барғанда Морзе әлифбаһын үҙләштереү әллә ни ҡыйын булманы. Шулай итеп, “асҡыс” менән туҡылдатып та, клавиатураға баҫып та (гармунда уйнағас бармаҡтар тыңлаусан ғына) Морзе менән “һөйләшә” башланыҡ. Уҡытыусы-сержанттар тиҙлекте көндән-көн арттыра барҙы. Быларҙан тыш код ятлау, “Р-137”, “Р-141”, арҡаға йөкмәп йөрөтмәле “Р-09” радиостанцияларын үҙләштереү байтаҡ тырышлыҡ талап итте. Радиотелеграфистар телендә бер һөйләм 2-3 билдә менән генә аңлатыла. Шуға ла һиңә радиограмма ебәргән радиотелеграфистың нимә әйтергә теләгәнен белеү өсөн тотош бер һөйләмде аңлатҡан кодты яттан белергә тейешһең. Белмәйһең икән, секундына бер өн ҡабул итә алырлыҡ 2-се класлы радист була тороп та, әҙерлекһеҙһең тигәнде аңлата.

Һамар ҡалаһында 6 ай уҡыу осоронда күп тапҡырҙар “увольнение”ға сығырға, ҡаланың иҫтәлекле урындарында, метрола, циркта, кинотеатрҙарында, 7 ноябрҙә Октябрь революцияһының йыллығына арналған парадта ҡатнашырға тура килде. Декабрь айында беҙҙән имтихан ҡабул иттеләр. “АК-74” автоматы, противогаз, кәрәк-яраҡ тултырылған рюкзактан тыш 12 килограмлы “Р-09” радиостанцияһын аҫып, 20 километр марш-бросок (5 километр һайын элемтәгә сығып, Морзе телендә үҙәккә хәбәр ебәреү) эшләү, “ЗИЛ-131” автомашинаһы базаһында урынлашҡан “Р-137” радиостанцияһын, антенналарын күтәреп, ваҡытҡа те-йешле йышлыҡҡа көйләү бик еңелдән булманы. Шулай ҙа һынатманыҡ, үҙебеҙгә еткерелгән бурысты уңышлы атҡарып сығып, имтихандарҙы “яҡшы” билдәһенә тапшырып (“отлично”ға тапшырыусы булманы), 3-сө класлы радист, кесе сержант званиеһында Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһына тәғәйенләндем. Беҙҙең взводтан 25 радиотелеграфистың 21-ен Венгрияға ебәрҙеләр. Беҙҙе – 4 егетте Союзда ҡалдырҙылар. Туймазынан татар егете Илгиздең яҫы табанлы икәнлеге асыҡланды, Ырымбурҙан Виталий әрмегә тиклем өйләнгән дә, ҡыҙы тыуыу хәбәре килде, Силәбе өлкәһенән Виктор Даршт немец милләтенән булған өсөн генә Венгрияға ебәрелмәне. Мине иһә күҙлек кейгән өсөн Союзда ҡалдырҙылар. Шулай итеп, башҡорт, рус, татар, немец милләтенән булған 4 кесе сержант Свердловск ҡалаһына барып төштөк. Бында беҙҙе төрлө частарға айырҙылар. Ике аҙна ошо ҡалала булғандан һуң мине ошо өлкәләге Үрге Пышма ҡалаһына ебәрҙеләр. Бында миңә бөтөнләй икенсе – “Р-111” радиостанцияһын үҙләштерергә тура килде. Уның ҡарауы, ошо частан тыуған яҡҡа беренсе отпускыға ҡайттым, сержант званиеһы бирҙеләр. Ошо часта фажиғәле ваҡиға ла булып алды – Урта Азия һәм Кавказ егеттәре үҙ-ара низағлашып, ҡанлы бәрелешкә инде. Һуңынан беҙҙең часты тарҡатып, мине Силәбе өлкәһендәге ҡайын урманлығында урынлашҡан, 35 һалдаттан һәм офицер, прапорщиктарҙан торған бәләкәй генә бер часҡа ебәрҙеләр. Был часта 13 ай хеҙмәт итеү осоронда Ырымбур өлкәһенең Тоцк-4 хәрби полигонында, Удмуртияның Сарапул ҡалаһындағы хәрби часында командировкаларҙа, ике тапҡыр тыуған яҡҡа отпускыға ҡайтып әйләнергә өлгөрҙөм. Маҡтанып әйтмәйем, ике йыл хеҙмәт итеү осоронда өс тапҡыр отпускыла булдым һәм быларҙың барыһы ла радиотелеграфист эшен һәйбәт белеү һөҙөмтәһендә булды. Шуныһын да билдәләп үтмәй булмай, Силәбе өлкәһендә боронғо һәм хәҙерге башҡорт ерҙәрендә хеҙмәт итергә тура килде. Силәбе өлкәһенең Кәҫле (русса Касли тип йөрөтәләр) районына ҡараған Төбәк (русса Тюбук) исемле башҡорт ауылы беҙҙең частан 7 километр алыҫлыҡта ғына ине. Бына шулай булды беҙҙең хеҙмәт. Хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас та бер ни тиклем тынғы булмай торҙо. Йыш ҡына “тревогаға” күтәреп, Ғафури район хәрби комиссариатына саҡыртып алырҙар, шунда ултырған “Р-141” радиостанцияһында эфирға сығыуҙы һорарҙар ине. Хәҙер уныһы ла бөттө. Күрәһең, Морзе әлифбаһын белеүселәрҙең кәрәге ҡалмағандыр инде. Юғары технологиялар заманында йәшәйбеҙ бит.
Читайте нас: