+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2017, 11:42

Йылылыҡ, хәстәрлек өләшәләр

Ҡартлыҡ. Унан ҡасып ҡотолор әмәл юҡ, һәр кемгә килә ул. Берәүҙәргә бәхетле ҡартлыҡ насип була. Икенселәр иһә балалар үҫтереп, көнө-төнө бил бөгөп эшләп тә был бәхетте күрә алмай, ҡараусыһыҙ тороп ҡала. Тап бына ошондай өлкәндәр өсөн ҡарттар йорттары барлыҡҡа килә лә инде. Әлбиттә, ундай учреждениеның булыуы күңелле күренеш түгел, әммә үҙҙәре генә көн итә алмаған, башҡалар ярҙамына даими мохтаждар бар икән, ни хәл итәһең, уларҙы һыйындырыр мөйөш булдырмай сара юҡ.

Рөстәм Раянов өлкәндәрҙең йәшәү шарттары менән танышты.
Рөстәм Раянов өлкәндәрҙең йәшәү шарттары менән танышты.
Ҡартлыҡ. Унан ҡасып ҡотолор әмәл юҡ, һәр кемгә килә ул. Берәүҙәргә бәхетле ҡартлыҡ насип була. Икенселәр иһә балалар үҫтереп, көнө-төнө бил бөгөп эшләп тә был бәхетте күрә алмай, ҡараусыһыҙ тороп ҡала. Тап бына ошондай өлкәндәр өсөн ҡарттар йорттары барлыҡҡа килә лә инде. Әлбиттә, ундай учреждениеның булыуы күңелле күренеш түгел, әммә үҙҙәре генә көн итә алмаған, башҡалар ярҙамына даими мохтаждар бар икән, ни хәл итәһең, уларҙы һыйындырыр мөйөш булдырмай сара юҡ.

Районыбыҙҙың Табын ауылындағы ҡарттар йорто ла, бер нисә тапҡыр исеме үҙгәртелгәндән һуң, “Шәфҡәтлелек” стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе тип аталып, хәҙер ҡарттар һәм инвалидтар өсөн Архангел районындағы интернат-йортҡа ҡарай. Әле был йорт 24 кешене үҙенә һыйындырған. Ҡартлыҡтарында яңғыҙлыҡҡа дусар булған өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар ғүмер ахырын ошонда үткәрә. 2-шәр, 3-әр, 4-әр кешелек 9 бүлмәлә йәшәйҙәр. Уларҙы 19 хеҙмәткәр тәрбиәләй, дауалай һәм хәстәрлек күрә. Ошо кешеләрҙең аһ-зары ла, шатлыҡ-һөйөнөстәре лә бергә тупланған бүлексәнең барса мәшәҡәте мөдир Галина Александровна Ситникова иңендә. Оло йортҡа ни кәрәкһә, кесеһенә лә шул кәрәк, тиҙәр халыҡта. Ә бында көндәлек кәрәк-яраҡтарҙан тыш, иң элек хеҙмәткәрҙәрҙең түҙемлек, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттары булырға тейеш. Өлкәндәр был ҡаҙна йортона ниндәй генә яҙмыш менән килеп юлыҡмаһын, ҡалған ғүмерҙәрен тыныс һәм уңайлы шарттарҙа үткәртергә тырышып, йәғни хәстәрлек күреүҙе тейешенсә ойоштороуҙы төп бурыстары тип иҫәпләп эш итә бүлексә хеҙмәткәрҙәре. Күптәре үҙ көндәрен үҙҙәре күреп йәшәһә, араларында түшәктә ятыусылар ҙа бар.

Бүлексәне Красноусол һылыуы – “Мисс Рәсәй – 2017” матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе Альбина Әхтәмова етәкселегендә ирекмәндәр (волонтерҙар) ярҙамдарынан ташламай, изгелек йөҙөнән әленән-әле кәрәк-яраҡтар килтереп, бындағыларҙы һөйөндөрөп торалар, мәҫәлән, телевизор, аш-һыу әҙерләү бүлмәһенә йыуыу ҡоролмаһы бүләк иткәндәр.

Шишәмбе көндө район прокуроры Рөстәм Раянов бүлексәгә килеп, бында йәшәүселәрҙе ҡабул итте, йәғни яҡындан аралашты.

Красноусолда тыуып үҫкән Валентина Николаевна Сорокина 82 йәштә. Бар ғүмерен быяла заводында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ире, өс улы булған, барыһы ла гүр эйәһе. Ағаһы менән бер йортта йәшәп, ул да мәрхүм булғас, иҫкелек сигенә еткән өйөндә көн итеү мөмкин булмауы уны бынан 12 йыл элек ҡарттар йортона килергә мәжбүр иткән.

Табын ауылынан Мария Ивановна Казьмина күптән түгел 80 йәшен билдәләгән. Ире менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән, улдарының береһе (шулай уҡ тормош иптәше лә) үлгән, икенсеһе – инвалид, ауылда йәшәй. Фермала һауынсы булып эшләгән, сусҡа ла ҡараған. “Табында тыуҙым, бында үҫтем, үлемем дә ошонда булыр, - ти ул. – Ә мине ҡарттар йортона бынан 7 йыл элек ярты һуҡыр, аяҡһыҙ килеш килтергәйнеләр, бына, хәҙер дауаханаға йөрөтөп күҙемә операция яһатып, күҙле иттеләр, аҡһаһам да, таяҡҡа таянып булһа ла атлап йөрөйөм”, - тип шатлығы менән уртаҡлашты күпте күргән, күпте кисергән ил инәһе. Ул бында барыһы ла һәйбәт булыуын, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренә яҡшы мөғәмәлә күрһәтеүҙәрен билдәләне, барыһы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бары тик бүлексәне Архангел районына күсереүҙәренән генә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Ошо уҡ ауылдан 83 йәшлек Зоя Александровна Потапова, өйҙәре янып, көл-күмергә әйләнгәс, йәшәр урындары булмағанлыҡтан, 6 йыл элек ире менән бергә бында һыйынғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше быйыл февралдә мәрхүм булған. “Бында йәшәүҙән бик тә ҡәнәғәтмен, барыһы ла һәйбәт, үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Беҙҙең бәхетле ҡартлығыбыҙ өсөн бындағы беҙҙе бала кеүек ҡараған хеҙмәткәрҙәргә, ә прокурорға беҙгә иғтибар күрһәтеп килеүе өсөн рәхмәтлебеҙ”, - тине әбей ҡәнәғәтлек менән.

Ә бына Валерий Григорьевич Михайлов бында Өфөнән үҙ теләге менән килгән. 1951 йылғы был ир - инвалид, коляскала хәрәкәт итә. Ҡан тамырҙарына тромбалар тығылып, 62 йәштә сағында бер аяғын ҡырҡалар. Ҡатыны гүр эйәһе булғас, балаларына йөк булмаҫ өсөн бында килергә йөрьәт иткән. Балалары һәм апаһы йыш ҡына уның янына килеп йөрөй. “Ике кешелек бүлмәлә ожмахтағы кеүек йәшәйем, яҡындарым да онотмай, телевизор ҙа, һыуытҡыс та, аралашырға иптәш тә бар – беҙ, ололар өсөн ни кәрәк тағы”, - ти ҡәнәғәтлеге йөҙөндә сағылған был ағай.

Дөйөм алғанда, прокурорға 24 кешенең дүртәүһен генә ҡабул итеп тә, бындағы хәл-торошто, көнитмеште күҙаллау мөмкин булды.

Һуңынан прокурор өлкәндәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, һәр бер бүлмәгә инеп, хәл-әхүәлдәрен белеште, кабинеттарҙы ҡарап сыҡты. Һәр ҡайһыһы бында барыһы ла һәйбәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр табылманы. Эйе, хәстәрлекте аңлай белә бында көн итеүсе өлкәндәр. Бында процедура кабинеты, кер йыуыу бүлмәһе, мунса ла, йәшелсә-емеш баҡсаһы ла бар. Бинала бикләнеп кенә ултырмайҙар, йөрөй алғандар баҡсала, урамда йөрөп инә, теләгәндәр кәрәк-яраҡ алырға ауылдағы магазинға сығып әйләнә, барыһы ла рөхсәт ителә. Бында ғүмер итеүселәрҙең пенсияларының 75 проценты ай һайын Пенсия фондынан бүлексә иҫәбенә күсерелһә, ҡалған 25 проценты ҡулдарына бирелә, үҙ кәрәк-яраҡтарына тотоноу мөмкинлеге бар.

Ғөмүмән, прокурор ҡабул итеүе ике яҡ өсөн дә файҙалы булды, тип әйтергә мөмкин.
Читайте нас: