Башҡорт әҙәбиәте аҙналығы барғанда һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай
Кәримдең тыуған көнөндә мине Юлыҡ мәктәбенә ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Саҡырылған ергә йөрөргә яратам мин! Аптырап торорға түгел, күстәнәскә китаптарым, уҡыусыларға һөйләргә һүҙҙәрем, уҡырға шиғырҙарым бар, Аллаға шөкөр.
Юлыҡ мәктәбендә булғаным юҡ ине, бик матур икән. Балалар баҡсаһы ла бер үк бинала. Килеп кергәс тә иң тәүҙә бәләкәстәр менән осрашырға тура килде, сөнки улар минең милли күлдәктә килгәнемде күргәс, үҙҙәре урата һалып алдылар. Бик илгәҙәктәр, исемдәре лә бигерәк матур - Искәндәр, Мораҙым… Тәрбиәсе апайҙары ла уңайлы мәлде файҙалана һалып: “Бына ҡарағыҙ әле, башҡорт инәйҙәре элек ошолай кейенеп йөрөгән, был - милли бәбәй итәкле күлдәк һәм камзул, яулығына сулпылар тағылған, күкрәгенә тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдерек кейгән”, - тип һөйләп тә өлгөрҙө.
Осрашыу кисәһендә башҡорт теле уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева Мос-тай Кәрим ижадын яҡтыртып һөйләп үтте, уҡыусылар ике командаға бүленеп башҡорт әҙәбиәте һәм райондан сыҡҡан яҙыусылар, шағирҙарҙың ижады буйынса викторинала көс һынашты. Балаларҙың бик күп белеүенә һоҡланып ултырҙыҡ Юлыҡ ауылы сәсәниәһе Рима Рафиҡова менән. Ул үҙ сығышында балаларға яҡшы уҡыуҙарын теләне, иң мөһиме - туған телебеҙҙе һаҡлау икәнлеген әйтеп, шиғырҙарын да уҡыны.
Мине бында сюрприз да көтөп торған: уҡыусы балалар “Башҡортостан”, “Бурыс” тигән шиғырҙарымды һөйләгәс, бушҡа ғына түгел икән дә минең шиғыр яҙыуым, тигән хистәр күңелде наҙланы. Уҡыусылар менән бик ихлас аралаштыҡ, нисек яҙыша башлауымды һораштылар, сөнки барыһына ла минең 60 йәштә генә шиғыр яҙа башлауым бер мөғжизә кеүегерәк тойола ине. Мин тәүҙә шиғырҙарымды үҙемдең ғаиләнән генә башлап китеп, хәҙер инде Башҡортостан киңлектәренә сығыуым тураһында һөйләнем.
Уҡыусылар менән ҡыҫҡа ғына әйтештәр ҙә ойошторҙоҡ, йомаҡтар систек, ҡобайыр, шиғырҙарымды уҡыным, әлеге көндә 26 шиғырыма йыр яҙылғанын, шиғырҙарымды Интернетта “Синыфташтар” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендә табып булыуын әйтеп үттем. Уҡыусы балаларға, һеҙ – үҫеп килеүсе йәштәрһегеҙ, милләтебеҙ киләсәге һеҙҙең ҡулда, һеҙҙең тыуыр балаларығыҙ башҡорт булып үҫһен өсөн ғаилә ҡорғанда парҙы үҙ милләтеңдән һайларға кәрәк, тинем. Беҙҙең халҡыбыҙға Аллаһы Тәғәлә шундай матур, Ҡөрьән теленә оҡшаш тел биргән. Был тел-бүләкте бик тә ныҡ һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Телгә битараф булһаң, ул юғалырға ғына тора. Уны ҡәҙерләү бала тыуғас та ғаиләлә, өйҙә һөйләшеүҙән башлана, унан мәктәптә дауам итә.
Бик матур әңгәмә барышында сәғәт ярым вҡыттың үтеп киткәне лә һиҙелмәне. Осрашыу аҙағында мәктәп китапханаһына китаптарымды бүләк иттем.
Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡорт телен ҡәҙерләй белә икәненә үҙем күреп, ишетеп ышандым.
Шулай уҡ ауыл ағинәйҙәре етәксеһе Суфия Юлыҡова ла мәктәптә уҡытыусы булып эшләй икән. Уның менән танышып, ағинәйлек эштәре тураһында ла ҡыҫҡаса фекер алыштыҡ.
Юлыҡ мәктәбендәге осрашыу күңелдә бик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.