+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 13:03

Милек хаҡын белеү юлдары

Милек хужалары күсемһеҙ милектәренең кадастр хаҡын бер нисә юл менән белергә мөмкин. Мәҫәлән, “Хоҡуҡ биләүсенең шәхси кабинеты”нда Росреестр сайтының төп битенә инеп. Бының өсөн берҙәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталында теркәлергә кәрәк.

Шулай уҡ Росреестр сайтында “Асыҡ кадастр картаһы” һәм “Online режимда күсемһеҙ милек объекттары буйынса мәғлүмәт” сервистары аша табырға ла була. Ошо уҡ сайтта РФ дәүләт субъекттары органдары йәки урындағы үҙидара органдары тарафынан уҙғарылған кадастр баһалауҙың һөҙөмтәләре менән дә таныша алаһығыҙ. Бының өсөн “Дәүләт кадастр баһалау мәғлүмәттәре фонды” сервисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән күсемһеҙ милектең кадастр хаҡын Росреестрҙың сайтында белә алмаһағыҙ, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итеп ЕГРН-дың күсермәһен алығыҙ. Белешмә өс эш көнө арауығында бушлай бирелергә тейеш.
Милектең кадастр хаҡын белеп, Рәсәй һалым системаһы сайтында бирелгән һалым калькуляторы ярҙамында алдан уҡ милек һалымын иҫәпләргә мөмкин.
Росреестр.
Читайте нас: