-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2017, 17:40

Батырҙарҙың исемдәре һәйкәлдәрҙә

Быйыл халҡыбыҙҙың ғорурлығы - 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға һәм һуғышҡа кереүенә 75 йыл тулды. Ауыр, ҡанлы һуғыш юлдарын башҡорт һалдаттарының нисек үтеүе, һан һәм техника яғынан өҫтөн булған дошман менән Тыуған ил өсөн йәндәрен йәлләмәйенсә аяуһыҙ алышыуҙары тураһында күренекле әҙиптәребеҙ тарафынан күп китаптар яҙылды. Билдәле булыуынса, дивизия һуғышҡа 1942 йылдың 30 июнендә керә һәм 9 октябргә тиклем Курск өлкәһендә оборонала тора.

Яңы һәйкәл.
Яңы һәйкәл.
Быйыл халҡыбыҙҙың ғорурлығы - 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға һәм һуғышҡа кереүенә 75 йыл тулды. Ауыр, ҡанлы һуғыш юлдарын башҡорт һалдаттарының нисек үтеүе, һан һәм техника яғынан өҫтөн булған дошман менән Тыуған ил өсөн йәндәрен йәлләмәйенсә аяуһыҙ алышыуҙары тураһында күренекле әҙиптәребеҙ тарафынан күп китаптар яҙылды. Билдәле булыуынса, дивизия һуғышҡа 1942 йылдың 30 июнендә керә һәм 9 октябргә тиклем Курск өлкәһендә оборонала тора.

Мин 1982 йылдан алып Липецк өлкәһенең Тербуны ра-йонында йәшәйем һәм эшләйем. Ошо мәҡәләлә был яҡтарҙа башҡорт һалдаттарының исемдәрен мәңгеләштереү нисек ойошторолғанлығын яҙып үтәм. Сөнки, ҡанлы һәм шанлы ваҡиғалар үтеүенә 75 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, атайҙарын һәм бабайҙарын эҙләүселәр байтаҡ әле.

Липецк өлкәһе ойошторолған 1954 йылда Тербуны районы ла хәҙерге сиктәре кимәлендә ойошторола. Һуғыш йылдарында, бында 112-се БКД торған ваҡыттарҙа, башҡорт һуғышсылары ике район сигендә һуғышҡан икәне мәғлүм булды. Тәүҙә, 30 июндән 7 июлгә тиклем Борки, Апухтино, Малые Борки ауылдарын оборонала тотҡандар, был территория Курск өлкәһенең Тербуны районына кергән. 9 июлдән 9 октябргә тиклем тотҡан позициялары 2-Тербуны, Казинка, Бурдино ауылдары – Курск өлкәһенең Большеполянский районы. 1954 йылдан бирле шул ике позиция ла Липецк өлкәһенең Тербуны районына керә. Ошо хәл эҙләнеүселәр, ата-бабаларын эҙләүселәр өсөн байтаҡ ҡына ҡатмарлыҡтар килтереп сығара ла инде.

1942 йылдың ил өсөн ауыр йәйендә 3 айҙан артыҡ оборонала тороу осоронда дивизияның юғалтыуҙары байтаҡ була. Үҙемә ошонда һәләк булған һуғышсыларҙың исемдәрен тулыһынса аныҡлауҙы маҡсат итеп, архив документтары, донесениелар, Хәтер китаптарын тикшерҙем, сағыштырҙым. Эҙләй торғас, һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 424

һуғышсы асыҡланды. Уларҙың күбеһе ауылдарҙағы һәйкәлдәргә яҙылғандар. Йыш ҡына донесениеларҙа, “Ҡара ҡағыҙ”ҙарҙа, “Хәтер китабы”нда бер урын яҙылған, ә ысынбарлыҡта уларҙың исемдәре икенсе урындағы һәйкәлдә. Ҡаты һуғыш ваҡытында йыш ҡына мәрхүмдәрҙе йыйып, үлгән урындарынан алыҫ булмаған урман ситендә, йә ҡалҡыулыҡта күмгәндәр. 1960 йылдарҙа урмандарҙан, болондарҙан уларҙың ҡалдыҡтарын йыйып, ауыл урталарында туғандар ҡәберлектәренә кире күмгәндәр. Архив хеҙмәткәрҙәре донесениеларҙан исем-фамилияларын күсереп алған саҡта яңылышлыҡтар ебәргән. Компьютер аша эҙләүселәр яҡшы белә, исем-фамилияла бер генә хата ебәрелһә лә, эҙләгән кешене табып булмай. Тағы ла шуныһы бар, туғандар ҡәберлегендәге исемлектәрҙе ОБД мемориал сайтының Берҙәм реестрына (Единый реестр) керетеү бик әкрен бара, беҙҙең һуғышсыларҙың да бик күптәре һаман керетелмәгән. Ошо сәбәптәр арҡаһында ата-бабайҙарҙы, туғандарҙы табыу бик ҡатмарлы хәл.

Гәзит уҡыусылар иғтибарына Ғафури ра-йоны һалдаттарының исемдәре ҡайһы һәйкәлдә икәнен еткерәм. Исем-фамилияларҙа, ауыл исемдәрендә хаталар булырға мөмкин, донесениеларҙа нисек яҙылған булһа, шул көйө килтерәм.

Озерки ауылындағы һәйкәл: 1) Байчуров Абубакир Абдулнасипович – Имяндаш сельсоветы; 2) Николаев Захар Николаевич – Ташлы ауылы.

Борки ауылындағы һәйкәл: 1) Загидуллин Сайфутдин Шайхутдинович - Сәйетбаба ауылы; 2) Ильясов Сабит Гарипович – Ташбуляк ауылы, 3) Маркабаев Муллагалий Садретдинович – Куйнаково ауылы. 4) Милюков Батыргалей Шавалеевич – Куйнаково ауылы.

Тербуны ауылындағы һәйкәл: 1) Кензебулатов Сафуан - Мурзаево ауылы.

Вторые Тербуны ауылындағы һәйкәл: 1) Батыршин Валиахмет С. – Кулканово ауылы, 2) Вахитов Зайнулла Вахитович – Янгильди ауылы, 3) Загидуллин Мирсаяф Идиятович – Акташ ауылы. 4) Суфиахметов Абдрахман – Н-Кобирян ауылы.

Бөтә дивизиянан ошо көндәргә тиклем 75 йыл бу-йына дивизия буйынса бер һәйкәлгә лә 147 һалдаттың исемдәре керетелмәгән ине, шул иҫәптән Ғафури районынан 6 кеше: 1) Юмагулов Бахтигарей Салимгарович – Таишево ауылы. 2) Аминов Ахсан Ахматгалеевич – Сабаево ауылы. 3) Басыров Габбас Ахметгалеевич – Сабашево ауылы. 4) Мулкаманов Асылбай Мурзабаевич – Акташ ауылы. 5) Тамербулов Габдрахман Хазимуратович – Бурлы ауылы. 6) Юлуков Хамза Нигматдинович – Юлуково ауылы.

Тербуны районындағы оборона һуғыштарының үтеүенә 75 йыл тулыу айҡанлы 3 октябрҙә Вторые Тербуны ауылында яңы һәйкәл ҡуйылды, мин тапҡан 147 һалдаттың исем-шәрифтәре ҡушылып яңы исемлек яҙылды, шул иҫәптән Ғафури ра-йоны һалдаттары ла ошо исемлектә.

Атайҙарын, олатайҙарын эҙләгән, уларҙың исем-шәрифтәренең һәй-кәлдәрҙәге фотоларын күрергә теләүсе кешеләр, миңә мөрәжәғәт итегеҙ. Вахитов Замир Мөхтәр улы, телефон 8-920-508-14-30, электрон адрес [email protected]


Читайте нас: