-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2017, 18:32

Байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле район эске эштәр бүлеге, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле район эске эштәр бүлеге,

полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Быйыл Рәсәйҙә милиция хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулды. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ хоҡуҡи йәмғиәт формалашыуына, йәмәғәт именлеген, кешеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, уның мәнфәғәтен, ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итә. Енәйәтселек менән көрәштә һеҙҙең тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек сифаттары сағыла.

Байрам айҡанлы Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, тыуған районыбыҙ, республикабыҙ һәм Рәсәй хаҡына яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем. Һөнәри оҫталығығыҙға таянып, фиҙаҡәрлек күрһәтеп, артабан да һөнәри бурысығыҙҙы юғары профессионаллек, хеҙмәткә намыҫлы ҡараш менән башҡарырһығыҙ, киләсәктә лә районыбыҙ халҡының мәнфәғәтен, именлеген һаҡлар өсөн бөтә көсөгөҙҙө, оҫталығығыҙҙы һәм тәжрибәгеҙҙе һалырһығыҙ, тип ышанам.


Читайте нас: