-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2017, 11:27

Ғүмер юлы

40 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған хөрмәтле уҡытыусы Фәниә Сафа ҡыҙы Ғүмәрова быйыл 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Тормош һынауҙарына, йылдар ағымына бирешмәгән, йәшлек дәрте һүнмәгән, көләс йөҙлө, теремек уҡытыусыбыҙға ҡарап күңел һөйөнә, күңел шатлана.

40 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған хөрмәтле уҡытыусы Фәниә Сафа ҡыҙы Ғүмәрова быйыл 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Тормош һынауҙарына, йылдар ағымына бирешмәгән, йәшлек дәрте һүнмәгән, көләс йөҙлө, теремек уҡытыусыбыҙға ҡарап күңел һөйөнә, күңел шатлана.

1942 йылда Ҡолҡан ауылында ғаиләлә 5-се бала булып донъяға килә Фәниә Сафа ҡыҙы. 8 йәштә Баяндыға күсәләр, башланғыс белемде лә шунда ала.Ташлыла уҡый.

10-сы класты Сәйетбабала тамамлай. Хеҙмәт юлын Үтәш ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Өфөлә 10 айлыҡ уҡытыусылар әҙерләү курсынан һуң ситтән тороп уҡырға керә һәм йүнәлтмә буйынса Ташбүкәнгә эшкә ебәрелә. 1964 йылда Ташбүкән ауылы егете Марс Сабит улы Ильясов менән танышып, өйләнешәләр. 1965 йылда ҡыҙҙары Светлана, 1973 йылда улдары Илдар һәм 1978 йылда бәләкәс ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килә.

Йәштән үк үҙ эшен еренә еткереп эшләргә яратҡан Фәниә Сафа ҡыҙы бар ғүмерен, бар көсөн, энергияһын яратҡан эшенә - балаларға белем биреүгә арнай. Илке-һалҡы ғына уҡып йөрөгән уҡыусыларын да кеше булһын, белемле булһындар тип тарта, эшенең һөҙөмтәһе булһын тип үҙ ваҡытын йәлләмәй, балалар янында була. Ошоларҙы аңлаған элекке уҡыусылары, осратҡанда рәхмәт һүҙҙәрен еткереп Фәниә Сафа ҡыҙын хөрмәтләп торалар.

Эх, ошо тормош һынауҙары, ҡайғылары булмаһа ине лә бит, юҡ шул. Ҡайғы ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй...Бала ҡайғыларын да кисерергә яҙған икән шул Фәниә Сафа ҡыҙы һәм Марс Сабит улына. Бер бөртөк улдары Илдар был яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Бөгөлөп төшмәҫкә, йәшәргә көс ҡайҙан алырға тип уйланғанда бары эше, бары тормош иптәше, бары күҙ ҡараһылай күргән ике ҡыҙы ҡотҡара уны.Ҡаты ауырыу Фәниә апаның пар ҡанатын да бик иртә һындыра. Марс абый ҙа баҡыйлыҡҡа күсә. Әммә тормош дауам итә, йөрәккә тәрән эҙ ҡалдырған яралар, ҡайғы, хәсрәт тә уңала төшә. Хәҙер инде тыуған йорттоң утын һүндермәй, инә ҡаҙҙай ҡыҙҙарҙы өйгә йыя әсәй. Ҡыҙҙар ғына түгел, кейәүҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр, туғандар тауышы менән тулып, өй гөр килеп тора. Бөгөнгө көндә Фәниә Сафа ҡыҙы ҡош-ҡорт ҡарап, һарыҡ аҫырап, баҡса тултырып йәшелсә- емеш үҫтереп, бынамын тигән итеп Ташбүкән ауылында матур итеп донъя көтә.


Читайте нас: