+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 16:48

Һаҡлауға мохтаж төйәгебеҙ

Тәбиғәт ҡомартҡылары – ул билдәле бер урынға хас уникаль ландшафт, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең һирәк осрай торған өлгөләре һәм айырыуса һаҡлауға мохтаж булған тәбиғәт комплекстары. Уларҙы тәбиғи процестарҙың тарихын сағылдырған, күп серҙәрҙе асҡан өсөн дә шулай тип атағандар. Мәҫәлән, ташҡа әйләнгән фаунаға ҡарап тау тоҡомдарының йәшен билдәләү төрлө файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙә ярҙам итә. Ра-йон территорияһында Ерҙең геологик тарихын асыусы мәмерйә һәм геологик ҡатламдар ҙа бик күп.

Тәбиғәт ҡомартҡылары – ул билдәле бер урынға хас уникаль ландшафт, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең һирәк осрай торған өлгөләре һәм айырыуса һаҡлауға мохтаж булған тәбиғәт комплекстары. Уларҙы тәбиғи процестарҙың тарихын сағылдырған, күп серҙәрҙе асҡан өсөн дә шулай тип атағандар. Мәҫәлән, ташҡа әйләнгән фаунаға ҡарап тау тоҡомдарының йәшен билдәләү төрлө файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙә ярҙам итә. Ра-йон территорияһында Ерҙең геологик тарихын асыусы мәмерйә һәм геологик ҡатламдар ҙа бик күп.

Райондың айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренә (ҡурсаулыҡтар, дәүләт тәбиғәт заказниктары, милли тәбиғәт парктары, тәбиғәт ҡомартҡылары, дендрологик парк һәм ботаник баҡсалар, дауалау-сәләмәтләндереү урындары һәм курорттар, йылға-күлдәрҙең һыу һаҡлаусы зоналары) 12 объект: Аҡкүл заказнигы, Аҫҡын мәмерйәһе, Красноусол минераль шишмәләре, Аҡкүл күле, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүеклек, Ҡотлоғужалағы тау тоҡомдары ҡатламдары, “Красноусол” геологик ҡырҡымы, “Арғы Төлкәҫ” геологик ҡырҡымы, Уҫман ауылы янындағы Һәйроҡто йылғаһындағы бағры балыҡлығы, Толпар шыршылары, “Красноусол” шифаханаһының санитар һаҡлау биләмәһе, Киндерле мәмерйәһе ингән.

Райондың көнбайыш өлөшөндә Антоновка һәм Табын ауылдары араһында урынлашҡан Аҡкүл дәүләт тәбиғәт заказнигының майҙаны 8005 га тәшкил итә. Үҙ эсенә Аҡкүл акваторияһын һәм уға көнсығыштан һәм көньяҡтан терәлгән территорияны алған заказник хужалыҡ итеү, фәнни һәм мәҙәни яҡтан әһәмиәтле ҡырағай йәнлектәрҙе, уларҙың тереклек итеү урындарын, тәбиғи төркөмдәрҙең бөтөнлөгөн һаҡлау маҡсатында барлыҡҡа килгән. Был биләмәлә хайуандарҙың 40 һәм ҡоштарҙың 120 төрө йәшәй. Уларҙың 50-нән ашыуы – һунар йәнлеге. Мышы, ҡондоҙ, ҡуян, һеләүһен, төлкө, һыуһар, шәшке, ондатра, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән һыу ҡоштары айырыуса һаҡлауға мохтаж. Заказниктың төп объекты – Аҡкүл күле һәм уның бай хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы булған күп һанлы үҙәндәре. Биләмәнең күпселек өлөшө – һөрөнтө ерҙәр. Ҡалған территорияны ваҡ япраҡлы урмандар, йүкәлектәр, таллыҡтар һәм имәнлектәр биләй. Бындағы хайуандар донъяһы һыу экосистемаһы менән бәйләнгән. Йылға, күлдәр балыҡҡа ифрат бай. Заказникта һыу һәм һыу тирәһе ҡоштары бик күп. Хайуандарҙан мышы, ҡабан, бурһыҡ, төлкө, үр ҡуяны, һыу эргәһендә йәшәүсе ҡондоҙ, ондатра, шәшке, һирәк осрай торғандарҙан көйөлдө-һайыҫҡан, һоро ҡаҙ, ыҫылдаусы аҡҡош, һоро торна төйәк иткән был матур урындарҙы. Аҡкүл заказнигы биләмәһендә урманда һәм урман ситтәрендә, күл-йылға ярҙарында тоташ ағас ҡырҡыу, мал көтөү (ауыл биләмәләре ерҙәренән тыш), ҡондоҙҙар йәшәгән урындарҙа балыҡ тотоу, йырындар һәм йылға-шишмәләр ярҙарында, шулай уҡ Аҡкүлдән 50 м яҡын арауыҡтағы ерҙәрҙе һөрөү, 15 июлдән алда бесән сабыу, ергә минераль ашламалар, ағыулы химик матдәләр индереү, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙан ситтә ниндәй ҙә булһа транспортта йәки атта йөрөү, һунар итеү, аулау ҡоралдары, эттәр менән йөрөү, махсус рөхсәт менән йәнлектәрҙең иҫәбен көйләү өсөн булғандарынан тыш һунарҙың бөтә төрҙәре лә, гидромелиорация, ирригация һәм геологик эҙләү, файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеү, шул иҫәптән тейешле ойошмалар рөхсәтенән башҡа ҡом-ҡырсынташ карьерҙарын ҡулланыу, төҙөлөш алып барыу, коллектив баҡсалар һәм йәшелсәлектәр булдырыу, биналар, юлдар, торба үткәргестәр, элемтә, электр селтәрҙәре һәм башҡа коммуникациялар төҙөү, шартлатыу эштәре, ял урындары, турист лагерҙары ойоштороу, заказниктың етәкселеге менән килешеүһеҙ бөтә төр хужалыҡ һәм тәбиғәттән файҙаланыу эштәре алып барыу закон менән тыйылған.


(Дауамы бар.)


Читайте нас: