-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 16:57

Геоквеста – өсөнсө

Экология йылы сиктәрендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша районыбыҙ уҡыусылары. Күптән түгел Стәрлетамаҡ районындағы Шахтау карьеры эргәһендә үткән “Ялан геоквесы” тип аталған 1-се республика ярышында ла һынатманы улар.

Район командаһы.
Район командаһы.
Экология йылы сиктәрендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша районыбыҙ уҡыусылары. Күптән түгел Стәрлетамаҡ районындағы Шахтау

карьеры эргәһендә үткән “Ялан геоквесы” тип аталған 1-се республика ярышында ла һынатманы улар.

Беренсе этапта уҡыусылар топографик карта һәм компас менән эшләй, урында йүнәлеш ала белеүҙәрен иҫбатланы, картаға күҙәтеү нөктәләрен, маршрутты һәм ундағы объекттарҙы билдәләне. Икенсе этапта Шахтау шихандары минералдарын һәм тау тоҡомдарын асыҡланы. Өсөнсө этаптағы палеонтология буйынса ярышта уҡыусылар ҡаҙылма байлыҡтар менән эш итеп, Шахтау карьерында 2 палеонтологик өлгөнө табып, исемдәрен асыҡланы.

Ярыштарҙан һуң ҡатнашыусылар И.М.Скуин исемендәге “Таштар” музейына экскурсияға барҙы. Геоквестың һөҙөмтәләре буйынса Балалар ижады үҙәгенең “Йәш геолог” ижад берекмәһендә шөғөлләнеүсе Аделина Рахманғолова палеонтологиянан 3-сө урынды яуланы. Район командаһы ағзалары Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Динар Ваһапов, 2-се мәктәптән Раушания Собханғолова һәм етәкселәре Балалар ижады үҙәге педагогы Айрат Миңлебаев бәйгегә яҡшы әҙерлек менән килгәндәре өсөн ойоштороусыларҙың рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булған.
Читайте нас: