+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 17:12

Пособиелар артты

2017 йылдың 1 ноябрендә “Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында” 2004 йылдың 17 декабрендәге 132-з һанлы БР Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” 543-з һанлы БР Законы ҡабул ителде. Был закон хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең Рәсми Интернет-порталына урынлаштырылған.

2017 йылдың 1 ноябрендә “Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында” 2004 йылдың 17 декабрендәге 132-з һанлы БР Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” 543-з һанлы БР Законы ҡабул ителде. Был закон хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең Рәсми Интернет-порталына урынлаштырылған.

Үҙгәрештәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһында балаға ай һайын түләнеүсе пособие алыусы граждандарға уның күләме 2017 йылдың ноябрендә ҡайтанан хисапланасаҡ. 2017 йылдың декабрендә айлыҡ пособие, 2017 йылдың сентябре, октябре һәм ноябре өсөн ҡайтанан хисаплауҙы өҫтәгәс, ҙурыраҡ күләмдә түләнәсәк.

Артабан пособие күләме түбәндәгесә тәшкил итә:

балаға ай һайын түләнеүсе пособие – 225 һум;

атаһы (әсәһе) алимент түләүҙән ҡасыусы, йәки ҡануниәттә ҡаралған башҡа шундай осраҡтар сәбәпле алимент түләтеү мөмкин булмағанда – 337,50 һум;

ата-әсәһенең береһе призыв буйынса хәрби хеҙмәттә сержант, старшина, һалдат, матрос сифатында хеҙмәт итһә йәки хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөшмәҫ элек юғары белем биреүсе хәрби белем биреү ойошмаһының һәм һөнәри хәрби белем биреү ойошмаһының курсанты булып торһа – 337,50 һум;

яңғыҙаҡ әсәнең балаһына – 450 һум;

дүрт һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балаһы булған һәм ауыл ерендә йәшәүсе күп балалы ғаиләлә тыуған бишенсе һәм унан һуңғы балаға бала бер йәшкә еткәнсе түләнеүсе пособие – 230 һум.

Пособие тәғәйенләүҙе һорап тәүләп 2017 йылдың 17 ноябренән һуң мөрәжәғәт итеүселәргә пособие яңы күләмдә тәғәйенләнә.

Балаға айлыҡ пособие тәғәйенләү һәм түләүҙе һорап граждандар БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Ғафури районындағы бүлегенә мөрәжәғәт итә ала, уның адресы: Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1-се йорт, 2-се бүлмә, белешмәләр өсөн телефон: 2-22-88.
Читайте нас: