+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 16:40

Тәбиғәт мөғжизәһе - “Еҙем”

Иғлан ителгән Экология йылы ла аҙағына яҡынлаша. Йылдың маҡсаты – экология өлкәһендәге проблемаларға бар халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү, илдең экологик хәүефһеҙлеген яҡшыртыу, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу ине.

Иғлан ителгән Экология йылы ла аҙағына яҡынлаша. Йылдың маҡсаты – экология өлкәһендәге проблемаларға бар халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү, илдең экологик хәүефһеҙлеген яҡшыртыу, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу ине.

Ошо көндәрҙә республика хөкүмәтендә тағы ла бер айы-рыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе – “Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Хозур тәбиғәте, бейек ҡаялары, саф һыулы Еҙем йылғаһы, тәрән мәмерйәләре менән районыбыҙға йыл әйләнәһенә туристарҙы йәлеп иткән биләмәнең дөйөм майҙаны 36086 га тәшкил итә. Бер йыл элек Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең попечителлек советы рәйесе, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбиғәт паркының концепцияһын һәм фәнни нигеҙҙәрен эшләргә ҡушҡайны. Бының менән ғалимдар – Рәсәй география йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау комиссияһы етәксеһе Василий Мартыненко, спелеологик комиссия етәксеһе Наталья Рычагова һәм быға тиклем дә республикалағы бөтә милли һәм тәбиғи парктарҙы булдырыу өҫтөндә эшләүсе Александр Волков шөғөлләнде. Уҙған йәйҙә РГЙ-нең республика бүлексәһе Киндерле мәмерйәһенең микробиологияһын һәм микроклиматын тикшергән, ошо һәм тағы ла йөҙгә яҡын ваҡ мәмерйәгә келәймә һалған (маркировкалаған). Оҙаҡ йылдар һуҙымында ҡырағай туризм мәмерйәнең үҙенсәлекле климатын боҙған. Уны киренән тергеҙеү һәм уникаль экосистемаһын һаҡлап ҡалыу өсөн ентекле таҙартыу эштәре алып барырға кәрәк. Һуңғы 3 йыл һуҙымында географик бүлексә Киндерле мәмерйәһе биләмәһендә туристар ҡалдырған сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса экологик лагерҙар ойоштороп, ҙур ғына эштәр башҡарған.

2017 йылда тәбиғәт паркын булдырыу концепцияһы республиканың ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу идаралығы, ауыл һәм урман хужалыҡтары министрлыҡтары, муниципаль етәкселек менән уртаға һалып хәл ителә. Һәм, ниһайәт, октябрь айында йәмәғәт тыңлауҙарында был проект ғалимдар һәм йәмәғәтселектең хуплауын тапты.

“Район хакимиәте һәм халҡы тәбиғәт паркының асылыуына бик шат. Сөнки был биләмәне тәртиптә тотоу беҙҙең генә ҡулдан килерлек түгел. Шул уҡ ваҡытта туристарҙың һаны йылдан-йыл арта. Май байрамдарында, мәҫәлән, Еҙем йылғаһы буйлап 500-гә яҡын кеше һалда йөрөй. Күптәрҙең ял итергә ҡеүәтле машиналарҙа, квадроциклдарҙа килеүе һөҙөмтәһендә тәбиғәт зыян күрә. Парк асылһа, был мәсьәләләр хәл ителәсәк, яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк”, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов.

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин әйтеүенсә, тәбиғәт паркының төҙөлөүе район инфраструктураһы үҫешенә этәргес көс буласаҡ, туристар ағымын көйләргә лә ярҙам итәсәк.

“Еҙем” паркының барлыҡҡа килеүе туранан-тура ошонда йәшәүсе халыҡҡа ла ҡағыла. Парк биләмәһендә һунар итеү һәм ауыл хужалығы эштәре алып барыу тулыһынса тыйыла. Шуға күрә Еҙем буйындағы бөтәһе 400-ҙән ашыу кеше йәшәгән Таш-Аҫты, Толпар һәм Баҡый ауылдары парк составынан сығарыла һәм уларға хужалыҡ өсөн кәрәкле көтөүлектәр, сабынлыҡтар ҡалдырыла. Был территорияла ауыл хужалығы предприятие-лары юҡ. Еҙем йылғаһы ярҙарында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн ҡуртымға ер алған умартасылар күп. Улар парк менән тәбиғәтте һаҡлау режимында эшләү маҡсатында яңы килешеүҙәр төҙөйәсәк.

Йәмәғәт тыңлауҙарының проекты республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына экспертизаға ебәрелә, унан һуң федераль кимәлдә раҫланырға тейеш. Йыл аҙағында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбиғәт паркы барлыҡҡа килеүе тураһындағы указға ҡул ҡуйғас, хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап алыу башлана. Киләһе йылдың яҙында уҡ райондағы ҡырағай туризм заман талаптарына ярашлы юҫыҡта алып барыласаҡ.
Читайте нас: