+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 14:02

Үткәндәргә байҡау яһалды

10 ноябрҙә Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө һәм милиция барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы айҡанлы тантаналар булып үтте. Башта район эске эштәр бүлеге бинаһы эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль бәрелештәрҙә һәләк булған Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскә гөлләмәләре һалынды, мәрхүмдәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар, улар хөрмәтенә күкте ярып автомат залптары яңғыраны.

Һәләк булған Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскә һалыу.

Тантаналы сара район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Уның эшендә район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусыларға башта тарихи ваҡиғаларҙы һәм бөгөнгөнө сағылдырған кинофильм күрһәтелде. Һуңынан иһә район эске эштәр бүлеге начальнигы Ильяс Рәхмәтуллин эске эштәр бүлегенең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә байҡау яһаны, ветерандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә сираттағы звание бирелеүе хаҡында белдерҙе һәм уларға яңы погондар тапшырҙы. Алдынғыларға һәм хаҡлы ялдағыларға район Советының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды. Ҡотлау һүҙҙәре менән Руслан Салауатов, Зөфәр Хафизов сығыш яһаны. Шулай уҡ “Красноусол” шифаханаһы директоры урынбаҫары Илдар Иҙрисов, мировой судьялар – Александр Иванов, Ришат Әхмәров, суд приставтары начальнигы Юлай Нәзиров, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева, “Барс” шәхси һаҡ йәмғиәтенең район бүлексәһе начальнигы Фәнүс Сиражетдинов, автотранспорт, урман хужалығы, район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, “Аллат” йәмғиәте етәкселәре Анатолий Гребнев, Әнәс Сәйфуллин, Зөфәр Хафизов, Александр Курбатов үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙеләр.

Тантаналы сара район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең бай йөкмәткеле концерты менән бергә үрелеп барҙы. Был көндө совет милицияһына һәм бөгөнгө полиция хеҙмәткәрҙәренә дан йырланды.
Читайте нас: