+15 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
17 Ноября 2017, 12:27

Йәш һайлаусылар бүләкләнде

10 ноябрҙә район Советында сентябрь айында иғлан ителгән “Мин - һайлаусы” конкурсының еңеүселәре билдә-ләнде.

10 ноябрҙә район Советында сентябрь айында иғлан ителгән “Мин - һайлаусы” конкурсының еңеүселәре билдәләнде.

Территориаль һайлау комиссияһы үҙәк ра-йон китапханаһы менән берлектә ойошторған конкурста 1-се урынға Илшат Үтәғолов (Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусыһы), 2-сегә – Татьяна Баранова (“Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе), 3-сөгә – Айлина Әбделмәнова (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы) лайыҡ булды. Рәхмәт хаттары менән Лиана Зәйнешева (КБГИ) һәм Илнур Аҡбашев (2-се мәктәп) бүләкләнде. Дипломдар менән бергә Өфөләге Үҙәк һайлау комиссияһынан килгән һәм "Йәш һайлаусы" клубы етәксеһе Г.Х.Заһиҙуллина әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырылды.
Читайте нас