Аҡкүл күле – майҙаны 1567 га тәшкил иткән гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул районыбыҙҙың көнбайыш өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, “Аҡкүл” тимер юл станцияһы янында урынлашҡан. Күлдең оҙонлоғо 5 км, уртаса киңлеге 1,5 км, иң киң урыны – 2 км. Уртаһында тәрәнлек 3-4 м-ға етә. Аҡкүлдең ҡуйы ҡамышлы, ҡыуаҡ-ағаслы һөҙәк ярында мышы, һыуһар, шәшке, аҫ, төлкө, ҡуян, шулай уҡ күп төрлө һыу ҡоштары йәшәй.
Красноусол минераль шишмәләре – майҙаны 15 га булған гидрологик тәбиғәт һәйкәле. Уны һаҡлау саралары “Красноусол”
шифаханаһына йөкмәтелгән. Сығанаҡтар тышҡы ҡулланыу өсөн радон-хлорид-натрийлы һәм эсеү өсөн сульфат-кальцийлы шифалы минераль һыуҙары менән дан тота. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 0,1 г/л-ға тиклем көкөртлө водород, радон, йод, бром бар. Шишмәләрҙең дауалау үҙенсәлектәре XVI быуаттан бирле билдәле.
Сәйетбаба ауылы янындағы сәтләүеклек тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ 1965 йылда теркәлә. Сәтләүек популяцияһы фәнни һәм практик яҡтан бик ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки уның миҫалында сәтләүектең ҡышҡа сыҙамлы төрҙәре һайлап алына һәм селекция үткәрелә. Көньяҡ Уралдың итәген төйәк иткән был тәбиғәт ҡомартҡыһы Көнсығыш Европалағы киң япраҡлы урмандарында таралған сәтләүеклектәргә оҡшаш, ләкин беҙҙәге ҡышҡы һауа торошона яраҡлашҡан. Сәтләүек урман ауыҙында, ағас ҡырҡындыларында эре ҡыуаҡ рәүешендә үҫә, бик күп сәтләүек бирә. Ныҡ һалҡындарҙа өшөһә лә, яңынан үҫеп сығыуға һәләтле.
Уның биләмәһендә мал көтөү, ағас киҫеү, төҙөлөш, тау тоҡомдары эҙләү эштәре алып барыу, сәтләүеклеккә зыян килтереүсе башҡа хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйыла.
(Башы 92-се һанда. Дауамы бар.)