-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2017, 12:07

Яуаплылыҡ талап итә эштәре

Дәүләт менән идара итеүҙең иң мөһим өлкәләренең береһе булған һалым хеҙмәте илебеҙҙең иҡтисади хәүефһеҙлеген тәьмин итә, социаль сәйәсәттәге пландарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә.

Дәүләт менән идара итеүҙең иң мөһим өлкәләренең береһе булған һалым хеҙмәте илебеҙҙең иҡтисади хәүефһеҙлеген тәьмин итә, социаль сәйәсәттәге пландарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә.

Районда һалымға бәйле бар мәсьәләләрҙе 2 кеше: Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы бу-йынса 3-сө һанлы район-ара инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре – Зәлиә Сәйфуллина менән Марина Щербакова хәл итә.

27 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған 1-се разрядлы белгес Зәлиә Рәмиз ҡыҙы ярты йыл элек эш башлаған 3-сө разрядлы белгес Марина Валерьевнаға һалым хеҙмәтенең бар нескәлектәрен өйрәтә, ҙур эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Көнөнә бер нисә тиҫтә кешене ҡабул итеү, һәр береһенең һорауына закон нигеҙендә ентекле яуаптар биреү яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ талап итә. Улар был бурыстарҙы уңышлы башҡара.

Байрамығыҙ менән, хөрмәтле һалым органы хеҙмәткәрҙәре!


Читайте нас: