+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2017, 13:39

Һаҡлауға мохтаж төйәгебеҙ

Ҡотлоғужа тау тоҡомдары ҡырҡымы (һүрәттә) Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Ҡотлоғужа ауылы эргәһендә, элекке Красноусол быяла заводының ҡом карьерында табылған. Геологтар 18-20 м тәрәнлектәге был тәбиғәт ҡомартҡыһын үрге мел осоронда барлыҡҡа килгән ҡатламдарға индерә.

Ҡотлоғужа тау тоҡомдары ҡырҡымы (һүрәттә) Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Ҡотлоғужа ауылы эргәһендә, элекке Красноусол быяла заводының ҡом карьерында табылған. Геологтар 18-20 м тәрәнлектәге был тәбиғәт ҡомартҡыһын үрге мел осоронда барлыҡҡа килгән ҡатламдарға индерә.

Районыбыҙҙың сираттағы тәбиғәт ҡомартҡыһы “Красноусол” геологик ҡырҡымы 0,25 гектарҙы биләй. Үрге палеозой осорона ҡараған объект Усолка йылғаһында, Пчелосовхозға барған юл буйында, “Красноусол” шифаханаһы эргәһендә урынлашҡан.

Шундай уҡ характеристикалы геологик әһәмиәттәге “Арғы Төлкәҫ” ҡырҡымын Арғы Төлкәҫ йылғаһының уң яҡ ярында, Красноусол – Ташлы юлында күрергә була.

Фәнни һәм тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған Уҫман ауылы эргәһендәге Һәйроҡто йылғаһындағы (Мәндем йылғаһының һул ҡушылдығы) бағры балыҡлығы (резерват) айырыуса һаҡлауға мохтаж тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ 1965 йылда теркәлгән. Шишмә бағрыһы Ҡыҙыл китапҡа ингән, республика йылғаларында иң һирәк осрай торған балыҡ. Ул саф һыулы, кислородҡа бай шишмәләрҙә генә осрай. Бик өркәк, ағас тамырҙары, йыуылған яр аҫтарында йәшенеүсән. Башҡортостанда бағрының йәшәү урындары Көньяҡ Уралда, күпселек осраҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында тип һанала. Шуға күрә уның тигеҙлектәге шишмәләрҙә осрауы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бағры таҙа, һалҡын һыулы Мәндем йылғаһының тағы ла бер нисә ҡушылдығын төйәк иткән.

Бағры балыҡлығында балыҡ тотоу, гидротехнологик ҡоролмалар төҙөү, йылға-шишмәләрҙе бысратыу, ярҙарындағы ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу, мал көтөү һәм башҡа хужалыҡ эштәре тыйылған.

(Башы 92, 93-сө һандарҙа. Дауамы бар.)
Читайте нас: