+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2017, 17:36

Иң йылы һүҙҙәр, һеҙгә, әсәләр!

24 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған күркәм байрам сараһы үтте. Был көндө тамашасылар залы ҡатын-ҡыҙ-әсәләр менән шығырым тулы булды.

24 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған күркәм байрам сараһы үтте. Был көндө тамашасылар залы ҡатын-ҡыҙ-әсәләр менән шығырым тулы булды.

Иң изге зат - әсәләргә байрам уңайынан район ҡатын-ҡыҙҙар советы, район хакимиәте исеменән Красно-усол ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Альбина Мәҡсүтова тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрам сараһында бүләкләүҙәр бик күп булды. Бер нисә әсә сәхнә түренә саҡырылып, улар номинацияларҙа билдәләнде, 5 бала әсәләре Лилит Зороклян, Ольга Суслонова, күптән түгел алтынсы сабыйын тапҡан әсә, тәрбиәгә балалар алған әсәләр Надежда Хафизова (8 баланың 2-һе үҙҙәнеке, 6-һы ғаиләгә алынған), Рәзилә Дәүләтбаева (2 балаһы янына икәүҙе тәрбиәгә алған), Зинира Әбүбәкировалар (үҙҙәренеке лә, тәрбиәгә алынғандары ла 3-әү, йәмғеһе 6 бала) байрамдың төп ҡунаҡтары булды, үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Красноусолда эшләп килгән “Мәрхәмәтле әсә” (етәксеһе З.Яҡупова) хәйриә ойошмаһы исеменән З.Шәйбәкова һүҙ алып, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙарҙың (“Рудкевич” һәм “Шәйбәков” ШП-һы) бүләк сертификаттарын айырыуса мохтажлыҡ кисергән йәш ғаиләләргә тапшырыу теләге менән район йәштәр бүлегенә тапшырып үтте.

Алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар ҙа бүләкләнде байрамда. Район ЗАГС идаралығы мөдире Зәлифә Сәйфуллина Яугилде ауылынан Мөнирә менән Сәлмән Солтанморатовтарға, Игенйылғанан Гөлсинә менән Зиннур Мәҡсүтовтарға, Антоновканан Анна менән Василий Сидоровтарға республика Башлығының Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.

Район мәҙәниәт һарайы артистарының, һәүәҫкәр йырсыларҙың, “Землячки” хоры, мәҙәниәт һарайы янында эшләп килгән балалар бейеү ансамблдәренең сығыштары байрам сараһына матур биҙәк өҫтәне.
Читайте нас: