-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2017, 12:58

Уңайлы булһын мөхит

Был көн физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең проблемаларына, уларҙың тулы ҡанлы тормош алып барыуҙарына, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында барлыҡҡа килгән.

Был көн физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең проблемаларына, уларҙың тулы ҡанлы тормош алып барыуҙарына, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында барлыҡҡа килгән.

Красноусолдағы 2-се мәктәпкә ингән ерҙә пандус, икенсе ҡатҡа менә торған баҫҡыс буйлап тотонғостар ҡуйылған. Беренсе ҡатта коляскалағы инвалидтар өсөн бәҙрәф йыһазландырылған, икенсе ҡатҡа менеү өсөн пандус бар. Быларҙан тыш, психологик ял итеү бүлмәһендә махсус белемле психолог уҡыусыларға эмоциональ көсөргәнештән ҡотолорға ярҙам итә. Мәктәптә логопед эшләй, медицина кабинеты бар. Әлеге көндә был уҡыу йортонда сәләмәтлектәре сикле 11 бала белем ала.

Мәктәп директоры Вадим Ғәббәсов әйтеүенсә, был программа буйынса федераль һәм республика бюджетынан 2 млн һумға яҡын аҡса тотонолған. Уҡытыусылар махсус курстарҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле уҡыусыларҙы уҡытыу программаһы буйынса белемдәрен камиллаштырған. Улар Табын ауылындағы, Салауат ҡалаһындағы коррекция мәктәптәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, уҡытыу методикаһы буйынса практик һәм теоретик тәжрибәләре менән уртаҡлаша, даими бәйләнештә тора.

Бурлы урта мәктәбендә “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы эштәр 2015 йылда башланған. Директоры Рауил Солтанморатов әйтеүенсә, программаны тормошҡа ашырыу өсөн 1 млн 500 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бында мәктәпкә ҡапҡанан ингән юлға насар күреү сәбәпле таяҡ менән йөрөүсе инвалидтар өсөн ҡытыршылы тактиль плитка түшәлгән. Шулай уҡ ишеккә тиклем пандус ҡуйылған, тактиль плитка мәктәптең коридорында ла бар. Беренсе ҡаттағы махсус йыһазландырылған класҡа тиклем стена буйлап тотонғостар беркетелгән. Ишектәр, кейем элә торған гардероб та уңайлы итеп эшләнгән. Был программа сиктәрендә мәктәпкә интерактив таҡта, принтер, музыкаль үҙәк, трансформер өҫтәл, видео ҙурайтҡыс ҡоролма, насар күреүселәр өсөн клавиатура, документ-камера, насар ишетеүселәр өсөн тауышты көсәйтеүсе аппарат, ноутбук, компьютер өсөн күп төрлө ҡулайламалар алынған. Былар барыһы ла сәләмәтлектәре сикле балаларға тиҫтерҙәре менән бергә белем алырға, үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзалары итеп тойорға мөмкинселек бирә.

Быйыл районда мөмкинселектәре сикле граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында 2017-2019 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы мөхит” муниципаль программаһы ҡабул ителгән.
Читайте нас: