Йыл һайын 9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан ҡаһармандары көнө билдәләнә. 2007 йылда барлыҡҡа килгән был байрамдың тарихы 18 быуатҡа - Батшабикә Екатерина II ил менән идара иткән осорға, 1769 йылда Изге Георгий ордены булдырылған ваҡытҡа барып тоташа. Геройҙар көнөн билдәләү – батыр ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәт итеү генә түгел, шулай уҡ хәҙерге Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Изге Георгий һәм Дан ордендарының тулы кавалерҙарын данлау ҙа.
Ошо иҫтәлекле көн уңайынан район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова Бурлы ауылында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың атаһы Абдулла Хәмзә улы һәм һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы менән осрашты. Байрам менән ҡотлап, бүләктәр биргәндән һуң, шундай батыр улды нисек тәрбиәләнегеҙ, тип ҡыҙыҡһынды Эльвира Әнүәр ҡыҙы.
- Беҙҙең көтөп алған тәүге балабыҙ Фәрүәт бәләкәйҙән һау-сәләмәт, тәртипле, алсаҡ бала булды. Иптәштәре күп ине. Уйнағандары һуғыш уйыны була торғайны. Үҫкәс хәрби офицер булырға хыялланды. Мин ғүмерем буйы колхозда комбайнсы булдым, 3 улымды ла үҙем менән бергә йөрөтөп, хеҙмәткә өйрәттем. Ҡатыным Рауза менән 5 бала үҫтерҙек, барыһы ла тәрбиәле булды, береһенә лә бер тапҡыр ҙа ҡул күтәреп һуҡманым. Атай-әсәй булараҡ, иң тәүҙә үҙебеҙ матур өлгө күрһәтергә тырыштыҡ, - тип яуап бирҙе хеҙмәт ветераны.
Абдулла ағайҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы репрессия ҡорбаны булғанда уға 4 йәш тула. Һуғыш башланғас, 13 йәшлек малай ололар менән бер рәттән колхозды күтәреүҙә ҡатнаша. Шунан алып 65 йәшенә тиклем ал-ял белмәй эшләй алдынғы механизатор. Үҙе лә Төньяҡ флотында 5 йыл хеҙмәт иткән атай кеше улының хәрби юлды һайлауына ҡаршы килмәй. Армиянан ҡайтып бер аҙ ваҡыт үткәс, Фәрүәт Һарытау ҡалаһында прапорщиктар мәктәбенә уҡырға инә. Һуңынан Афғанстан, Чечня Республикаларында интернациональ бурысын үтәй.
...1992 йылдың 7 июнендә Грозныйҙан Мәскәүгә юлланған самолетты террорсы баҫып ала. Яҡупов менән Василенко парашют фолы буйлап самолеттың пилот кабинаһына үтеп инә. Ҡыҫҡа алышта енәйәтсе ҡулындағы гранатаны төшөрөп ебәрә. Фәрүәт, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, гранатаны зарарһыҙландыра. 1995 йылдың 11 ғинуарында Чечняла хәрби командировка ваҡытында Ассин станцияһында үткән операцияла ҡатнаша. Уларҙың төркөмө 10 боевикты ҡулға ала. Ғинуар аҙағында Бамут янындағы хәрби бәрелештә ҡаты яралана. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың төркөмө ҡуйылған бурысты үтәй. Ошо яуҙан һуң Фәрүәт госпиталгә оҙатыла, алған яраларынан төҙәлеп ҡайта. Ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу яҡташыбыҙ Батырлыҡ һәм “Шәхси батырлыҡ өсөн” ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Рәсәй Геройы исемен 1995 йылдың 25 авгусында Рәсәй Президенты Б.Н.Ельцин тапшыра уға. Рәсәй Геройы подполковник Фәрүәт Яҡупов 2008 йылдың 1 декабрендә ауыр сирҙән вафат була.
Йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, хәрби-тарихи һәм мәҙәни йолаларҙың күсәгилешлеген тәьмин итеү, рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, илебеҙҙең героик үткәне тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау йәһәтенән дә әһәмиәтле Ватан ҡаһармандары көнөндә Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың тыуған йортонда уның рухына Ҡөрьән аяттары уҡылды, атаһына шундай батыр ул үҫтергәне өсөн оло рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.