Йыл һайын Рәбиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үтә. Мәүлит – пәйғәмбәр Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһис-сәләм тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Ул 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын алып, кешеләргә хаҡ динде, ислам динен өйрәтә башлай. 63 йәшендә яҡты донъянан китә. Быйыл изге көн 30 ноябргә тура килде. Байрам кисәһендә пәйғәмбәр йәшәгән заман, Уның хаҡында вәғәздәр тыңлау, тормошон өйрәнеү сауаплы. Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.
Красноусол мәсете имам-хатибы Рауил хәҙрәт Иваев байрам тантанаһын асып, изге Мәүлит байрамының мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләне һәм: “Матур сараның үтеүе бар мосолмандарҙың изге ғәмәлдәр ҡылыуына, берҙәм булыуға бер сәбәп булһын, - тип байрамдың күркәм үтеүенә фатиха бирҙе. - Бөгөн пәйғәмбәребеҙҙең хәтер кисәһе Уның рухын шатландырһын. Уның рухына салауат әйтеп, сауап алабыҙ”, - тине. Ҡөрьән аяттары, вәғәздәр һөйләне.
Сараны алып барыусы Ғафури районы “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова һәм мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова йыйылыусыларҙың барыһын да рухлы байрам менән тәбрикләне.
Артабан һүҙ районыбыҙ ауылдары ағинәйҙәре, мөслимәләренә бирелде. Сәйетбаба ауылынан Фәниә Фәйзуллина үҙенең ижад емешен уҡып ишеттерҙе, ауылдың ағинәйҙәре мөнәжәт әйтте, ә салауат әйткәндә бөтөн тамашасылар уларға ҡушылды. Табын ауылынан Фәниә Килмөхәмәтова, Юлыҡтан Рима Рафиҡова әҙәп-әхлаҡ, тәрбиәүи әһәмиәтле үҙҙәре яҙған шиғри шәлкемдәрҙе уҡыны. Артабан сарала ҡатнашыусыларҙы Родина ауылы ағинәйҙәре һәм балалар сәләмләне. Ҡыҙҙар ауылдың шағирәһе Фәүзиә Ҡотлогилдинаның (Алтынбикә сәсәниә) шиғырҙарын, мөнәжәттәрен уҡып ишеттерҙе, уларға автор үҙе лә ҡушылды, ағинәйҙәр менән бергә мөнәжәттәр ҙә башҡарҙылар. Кисәгә Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ, Смаҡай, районыбыҙҙың Яңғыҙҡайын, Юлыҡ, Үтәк, Имәндәш ауылда-ры ағинәйҙәре, Красноусол
мөслимәләре буш ҡул менән килмәгән, мөнәжәт, салауат, зекерҙәр әйттеләр, васыятнамәләр уҡып ишеттерҙеләр. Ишембайҙар яҡташтары Ф.Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған “Ағинәйҙәр йыры”н тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Баҡраҡ ауылы ағинәйҙәре исеменән Юлиә Хәсәнова салауат, мөнәжәт әйтте. Аҡташ ауылынан килгән Зәйнуллиндар ғаиләһе әйткән мөнәжәттәр ҙә фәһемлелеге менән айырылды. Район мәҙәниәт һарайының “Хазина” төркөмө мәртәбәле байрамға йыр бүләк итте.
Өфө ҡунағы Гөлфиә Янбаеваға һүҙ бирелеп, ул матур, бөйөк, күркәм байрам менән тәбрикләп үтте һәм тәүгеһенән башлап Мәүлит байрамын беҙҙә үткәреүҙәренә “Афариндар!” тине. Сарала ир-егеттәрҙең ҡатнашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларға рәхмәт белдерҙе. “Беҙ Мөхәммәт пәйғәмбәргә рәхмәтле булырға, уны телебеҙҙән төшөрмәҫкә тейешбеҙ”, тине ул. “Ағинәйҙәр ҡоро”ноң маҡсаты - милли асылыбыҙға ҡайтыу (дини йолалар менән милли йолаларҙы берлектә алып барыу) булһа, бурыстары - ауылдарға хужа булыу, уларҙы һаҡлап ҡалыу хаҡында ла бәйән итте Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Шулай уҡ милли кейемдәргә туҡталып, был тәңгәлдә Сәйетбаба ағинәйҙәрен маҡтап телгә алды. Үҙенсәлекле мөнәжәттәр башҡарған Үтәк мәхәлләһе ҡатын-ҡыҙҙарын, урманбишҡаҙаҡтарҙы һәм сәйетбабаларҙы билдәләп үтте. Бындай сараларҙың йәш быуынға кесе саҡтан диндең нескәлектәрен аңлатыуҙа, иман орлоҡтары таратыуҙа тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булыуы билдәләнде. Г.Янбаева ауылдарҙа әүҙемлектәре менән айырылып торған ағинәйҙәр ҡоро етәкселәре Суфия Юлыҡоваға (Юлыҡ), Гөлшат Мәһәҙиеваға (Имәндәш), Ра-зифа Ишембәтоваға (Сәйетбаба), Фәүзиә Ҡотлогилдинаға (Родина) Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ә “Киске Өфө” гәзите сыға башлауға 15 йыл тулыу уңайынан уның тәүге һанынан уҡ баҫмаға яҙылып, әүҙем хеҙмәттәшлек иткән Ғиндулла Шәйәхмәтовты бүләкләп үтте.
Әлфиә Шаһиева район башҡорттары башҡарма комитеты исеменән барыһын да ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм Гөлфиә Янбаева менән Рәмзиә Монасиповаға Маҡтау ҡағыҙҙары, Аҡташ ауылынан Зәйнуллиндарға һәм Юлыҡ ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Байрамда тормошобоҙҙа йышайған алама ғәҙәттәр, кире күренештәр фашланды. Ислам динен башҡа диндәр менән бутамаҫҡа саҡырыу, әҙәп-әхлаҡ, күркәм холоҡ-фиғел, дини тәғлимәттәр ҡыҙыл еп булып үтте.
Тантаналы өлөштән һуң өйлә намаҙы уҡылды һәм байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тәм-томдан һығылып торған табын артына үтте. Мәүлит байрамы уңайынан салынған ҡорбан итенән бешерелгән тәмле былауҙан, тәм-томдан ауыҙ итеп, әҙәп-әхлаҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә алған был күркәм кисәнән күңелдәрен иман менән нурландырып, изгелек рухын арттырып, йылы итеп хушлаштылар.