2017 йылдың 8 декабрендә Рәсәй Федераль ҡаҙнасылығына 25 йыл тула. Бар коллегалары менән бергә был датаны Федераль ҡаҙнасылыҡ Идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғафури районындағы структур бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре лә билдәләй. Районда Федераль ҡаҙнасылар булып баш ҡаҙнасы Ильмира Бохармәтова, контролер-ревизор Светлана Фәхретдинова, 1-се разрядлы белгес Юлия Жигалова эшләй. Байрам уңайынан үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырып Ильмира БОХАРМӘТОВА түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Һуңғы йылдарҙа барған оптимәлләштереү сараларына ҡарамаҫтан, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы теүәл һәм үҙ ваҡытында башҡарабыҙ. Уҙған йыл Рәсәй Президенты Указы менән Федераль ҡаҙнасылыҡҡа финанс-бюджет өлкәһендә тикшереү һәм күҙәтеү вәкәләтлеге бирелде. Хәҙер эске дәүләт финанс контроле тулыһынса Федераль ҡаҙнасылыҡ яуаплылығында.
2016 йылда ҡаҙнасылыҡ оҙатыуы механизмы ғәмәлгә индерелде, һөҙөмтәлә, дәүләт килешеүҙәрендәге дебитор бурыс-тар күләме һиҙелерлек кәмегән. Быйыл Федераль ҡаҙнасылыҡ тарафынан “Электрон бюджет” системаһын һәм 44-се Федераль законды тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн һатып алыуҙар өлкәһендә Берҙәм мәғлүмәт системаһын үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылған. Тағы ла бер мәғлүмәт ресурсы – дәүләт (муниципаль) учреждениелары тураһында мәғлүмәт ҡуйыу өсөн рәсми сайт. Федераль ҡаҙнасылыҡтың бурысы – ошо порталда социаль өлкә учреждениелары күрһәткән хеҙмәттәрҙе бойондороҡһоҙ баһалау һөҙөмтәләрен урынлаштырыу.
Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе Р.Е.Артюхин әйтеүенсә, өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе – ҡаҙнасылыҡта асылған 50 мең иҫәпте үҙәкләштереү һәм берҙәм иҫәп булдырыу. Был осраҡта бюджет түләүҙәрен он-лайн режимда бер нисә үҙәк башҡарасаҡ. Киләсәктә ҡаҙнасылыҡ үҙәкләштерелгән бухгалтер иҫәбе алып барасаҡ һәм федераль бюджет өсөн иҫәп-хисап эштәрен формалаштырасаҡ. Электрон бюджеттың мөмкинлектәре Рәсәй Федерацияһының бөтә финанс күрһәткестәрен, активтарҙы һәм йөкләмәләрҙе анализларға һәм отчет формаларын анализлау юлы менән тура килмәүсәнлектәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк.
Беҙгә шулай уҡ күп һанлы клиенттар менән эшләү, оператив мәғлүмәттәрҙе, регламентлы отчеттарҙы клиенттарға ебәреү, төрлө кимәлдәге бюджет аҡсалары һәм урындағы бюджет менән эшләү, контроль алып барыу, шулай уҡ клиенттарға электрон бюджетта, Интернет сайттарҙа эшләү өсөн һанлы-электрон ҡултамғаларға асҡыстар әҙерләп биреү бурысы йөкмәтелгән. 1 ноябргә ҡарата структур бүлексәлә бюджеттың төрлө кимәлдәге 66 учреждениеһы буйынса ай һайын 4500 сығым документы менән эш алып барылған. Һуңғы 10 ай эсендә 50 меңдән ашыу операция башҡарылған. Йыл башынан 9 төрлө субсидия, субвенция һәм башҡа бюджет-ара трансферттар (ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие, ауыл ерендәге белем биреү учреждениеларында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу өсөн субсидиялар, “Торлаҡ” федераль программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” подпрограммаһына субсидиялар һ.б.) буйынса касса сығымы эшләнгән.
Ағымдағы йылда контролер-ревизорҙар тарафынан мәғариф бүлегендә һәм Бурлы мәктәбендә “Уңайлы мөхит” федераль программаһы буйынса бюджет аҡсаларының ҡулланылышы тикшерелде. Уның төп маҡсаты етешһеҙлектәрҙе һәм ғәйеплеләрҙе асыҡлау ғына түгел, ә хөкүмәттең һәр һумы үҙ тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылырлыҡ бюджет мөхите булдырыу.
Көндәлек эштәребеҙҙән тыш, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Идаралыҡ үткәргән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Балаларҙы яҡлау көнөндә дауалауға мохтаж балаларға ярҙам итеү матур йолаға әйләнгән. Быйыл коллектив “Мәрхәмәтле йөрәк” социаль акцияһында ҡатнашты.
Федераль ҡаҙнасылыҡтың көслө профсоюз ойошмаһы бар. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың балалары, шулай уҡ хаҡлы ялдағылар иҫтәлекле даталарҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Байрам уңайынан әлеге көндә эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ҡаҙнасылыҡ хеҙмәтендә эшләп, пенсияға сыҡҡан Гөлнур Мөхәмәтйән ҡыҙы Баймөхәмәтованы, Миңзәлә Миңнулла ҡыҙы Кәлимуллинаны, Наилә Нурулла ҡыҙы Нуретдинованы Федераль ҡаҙнасылыҡтың 25 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайым. Уларҙың күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән фиҙаҡәр хеҙмәте менән район биләмәһендә ҡаҙнасылыҡ системаһы барлыҡҡа килгән. Бар коллегаларым исеменән уларға ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы мәлдәрҙән генә торған оҙон ғүмер теләйем. Әле эшләп йөрөгәндәргә ҡуйылған бурыстарҙы үтәп сығыуҙа уңыштар юлдаш булһын.