+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2017, 17:00

Изгелек һәм мәрхәмәтлелек байрамында

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары нигеҙендә 1992 йылдан алып 3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип билдәләнә. Был көн һәр кемде физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә, уларҙың хоҡуҡтарын яҡларға саҡыра.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары нигеҙендә 1992 йылдан алып 3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип билдәләнә. Был көн һәр кемде физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә, уларҙың хоҡуҡтарын яҡларға саҡыра.

Сараға йыйылыусыларҙы Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы ра-йон инвалидтар йәмғиәтенең яңы һайланған рәйесе Руслан Камалов, Красноусолда йәшәп, “Уренгой – Газпром бурение” йәмғиәтендә әйҙәүсе инженер булып эшләп йөрөүсе Фирғәт Зәйнуллин, Рәсәй пенсионерҙар Союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Александр Кузнецов, “Башинтерконтакт” Ресурс компанияһы” ЯСЙ-е директоры Лилиә Кучимова тәбрикләне. Һуңғыһы инвалид бала тәрбиәләгән 3 баланың ата-әсәһенә автокреслолар бүләк итте. Ә Фирғәт Зәйнуллин үҙенең бүләктәрен Табын коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыларына атап килтергәйне, мәктәп етәкселегенә тапшырып үтте.

Кисәлә ҡатнашҡан Табын коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәрен алҡыштар менән сәләмләгәндән һуң, һүҙ үҙҙәренә бирелде. Айнур Богданов менән Дима Сухокузов изгелеккә арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерһә, ҡыҙҙар йыр башҡарҙы.

Шулай уҡ Эльвира Насирова, Фәнзил Ғәлин, Рәзимә Хәкимова, сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Дарья Шмидт, Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусыһы Лина Йомағолова һәм уҡыусыларҙың, Табын ауылынан Георгий Аванесян башҡарған йырҙар, Сергей Князевтың саксофон моңдары, уҡыусы Айҙар Шәриповтың гитарала уйнауы, Балалар ижады үҙәге балалар бейеү ансамблдәре һәм “Эксклюзив” өлгөлө хореографик коллективының, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.

Сара дискотека залында дауам

итте. Унда Балалар ижады үҙәге педагогтары физик мөмкинлектәре сикле балалар өсөн матур программа әҙерләгән, төрлө уйындар ҙа ойошторҙолар. Был иҫтәлекле көн тәмлекәстәр менән сәй эсеү менән тамамланды.
Читайте нас: