+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2017, 18:10

Төп законыбыҙ көнө менән!

Хөрмәтле райондаштар!Һеҙҙе илебеҙҙең Төп законы – Конституция көнө айҡанлы ҡотлайым. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ҡабул ителеүе илебеҙҙе тиңдәр араһында тиң итеп күрергә, хоҡуҡи-норматив акттарҙы халыҡ-ара талаптарға тап килтерергә мөмкинлек бирҙе, илебеҙ демократик үҫешкә юл алды.

Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе илебеҙҙең Төп законы – Конституция көнө айҡанлы ҡотлайым. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ҡабул ителеүе илебеҙҙе тиңдәр араһында тиң итеп күрергә, хоҡуҡи-норматив акттарҙы халыҡ-ара талаптарға тап килтерергә мөмкинлек бирҙе, илебеҙ демократик үҫешкә юл алды. Кеше хоҡуҡтарын яҡлау Конституциябыҙҙа айырым урын алып тора һәм был бик мөһим. Төп законыбыҙ ҡабул ителгәндән һуң илебеҙ яңы йүнәлеш буйынса үҫешә башланы. Бөгөн иһә илебеҙҙең оборона ҡеүәте нығый, иҡтисады үҫешә, донъя аренаһында абруйы нығый. Быға илебеҙ Президенты Владимир Путиндың аҡыллы сәйәсәт алып барыуы һөҙөмтәһендә өлгәштек. Яңыртылған Рәсәйҙең яңы Конституцияһы төбәктәрҙең үҙаллы үҫешенә лә киң мөмкинлектәр асты. Һөҙөмтәлә республикабыҙ илебеҙҙең ҡеүәтле төбәктәренең береһенә әүерелде. Быға район хеҙмәтсәндәре лә үҙ өлөшөн индерә.

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Төп законыбыҙ көнө айҡанлы ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡтарҙан ғына торған яҡты көндәр, аяҙ күк йөҙө, илебеҙ һәм район хаҡына яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем.


Читайте нас: