+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2017, 17:06

Упҡын ситендә...

Эскеселек менән көрәш, ғаиләләрҙе һаҡлап алып ҡалыу – район власының иң мөһим бурыстарының береһе. Сираттағы Профилактика көнө сиктәрендә енәйәтселек, эскеселек, хоҡуҡ боҙоуҙар, наркомания, социаль именһеҙлекте бөтөрөү буйынса район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов етәкселегендәге комиссия Еҙем-Ҡаран һәм Имәндәш ауыл биләмәләрендә булды.

Эскеселек менән көрәш, ғаиләләрҙе һаҡлап алып ҡалыу – район власының иң мөһим бурыстарының береһе. Сираттағы Профилактика көнө сиктәрендә енәйәтселек, эскеселек, хоҡуҡ боҙоуҙар, наркомания, социаль именһеҙлекте бөтөрөү буйынса район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов етәкселегендәге комиссия Еҙем-Ҡаран һәм Имәндәш ауыл биләмәләрендә булды.

Комиссияның маҡсаты – ауыр тормош хәлендәге йәки социаль яҡтан хәүефле ғаиләләрҙе асыҡлау һәм ярҙам ҡулы һуҙыу.

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә имен булмағандар исемлегенә ошондай 8 ғаилә теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләрҙең ошо хәлгә төшөүенең төп сәбәпсеһе булып эскеселек ҡала килә.

Комиссия алдына тәүге булып саҡырылған бәлиғ булмаған 4 бала әсәһе А. Ибраһим ауы-лынан. Быға тиклем район дауаханаһында хроник эскесе булараҡ иҫәптә торған ҡатын ире менән бергә Стәрлетамаҡ ҡалаһында реабилитация курсы үткән. Һуңғы арала тәртиптәре яҡшы яҡҡа үҙгәреүен, эсмәүҙәрен иҫәпкә алып, ауыл хакимиәте башлығы Н.М.Хәсәнова был ғаиләне иҫәптән төшөрөргә тәҡдим итте. Комиссияның яуаплы секретары А.Р.Уренева быны дауахана иҫәптән төшөргән хәлдә генә эшләп була, тип аңлатма бирҙе. Һөҙөмтәлә, улар менән тағы ла бер тапҡыр ра-йон хакимиәтендә үтәсәк бәлиғ булмағандар комиссияһы ултырышында һөйләшергә ҡарар ителде.

Артабан Үзбәк ауылынан 5 бала әсәһе (3-һе бәлиғ булмаған) Г. тураһында ауыл депутаты һөйләне. Ауыл ерендә йәшәһәләр ҙә бер ниндәй ҙә мал, ҡош-ҡорт тотмай көн күрәләр, хатта утындары булмау сәбәпле һарайҙарын һүтеп яғып бөткәндәр. 2016 йылдан бирле имен булмағандар иҫәбендәге был ғаиләне ауыл хакимиәтенә ныҡлы контролгә алырға ҡушылды.

Ошо уҡ ауылдан килгән С. 6 бала әсәһе. Хәйер, бәлиғ булмаған 2 ҡыҙына әсәлек хоҡуғынан сикләнгән булып сыҡты ул. 2 балаһы Табын ауылындағы коррекция мәктәбендә уҡый. Комиссия ағзалары ҡатынды икенсе ауылда йәшәгән ире, балаларҙың атаһы янына ҡайтып йәшәргә, балалар хаҡына ғаиләне тарҡатмаҫҡа күпме генә өгөтләһәләр ҙә файҙаһы булманы. Ул әсәлек хоҡуғын тергеҙеү маҡсатында документтар юллау өсөн опека һәм попечителлек секторына саҡырылды. Әгәр ҙә быны эшләмәйһең икән, ғинуар айында суд буласаҡ һәм ҡыҙҙар балалар йортона ебәреләсәк, тип хәлдең ни тиклем аяныслы булыуын аңлатырға тырыштылар әсәлек тойғоһо ҡалмаған ҡатынға.

Оло Үтәш ауылынан комиссияға иҫәптә торған Р.-ҙың ата-әсәһе килгән. 2 йәшлек ейәнсәрен ҡараған ҡатын күптән инде бер ниндәй ҙә хәбәр-хәтер булмаған ҡыҙҙарын табып өйгә ҡайтарырға ярҙам итеүҙәрен һораны. Уларға район үҙәгенә килеп полицияға ғариза яҙырға, опека һәм попечителлек секторында опекаға алыу буйынса документтар юлларға кәрәклеге еткерелде.

3 бала әсәһе Л. Ибраһим ауылына әсәлек капиталына йорт һатып алып күсеп барған. Эскеселек менән мауыҡҡан ҡатындың 2 оло, 1 бәлиғ булмаған балаһы бар. Ҡараусыһыҙ ҡалған балаһына пенсия ала. Уға район дауаханаһына барып эскелектән дауаланырға, пенсияны һаҡлыҡ кенәгәһенә күсерергә ҡушылды. Артабан комиссия ағзалары ултырышҡа саҡырылып та килмәгән ғаиләләрҙең өйҙәренә йөрөнө, уларҙың көнкүреш шарттары менән танышты.

Имәндәш ауыл биләмәһендәге ултырышта комиссия ағзаларынан тыш ауыл биләмәһе башлығы Ә.Ә.Ноғайғолов, Ҡарағай һәм Имәндәш мәктәптәре директорҙары Н.Н.Шәрипов, Р.И.Муллашев, Имәндәш ауыл ветерандар советы рәйесе С.Ғ.Түзбәков, уҡытыусылар, депутаттар һәм фельдшерҙар ҡатнашты. Бында социаль хәүефлеләр исемлегендә 12 ғаилә бар. Бер нисәһен бында йәшәмәү сәбәпле, иҫәптән төшөрөргә ҡарар ителде. Комиссия алдына тәүге булып Ҡарағай ауылынан 4 бала атаһы И. саҡырылды. Ҡатыны вафат булған ир оло йәштәге әсәһе менән йәшәй. Яңы өй һалған һалыуын, ләкин эше бөтмәгәс, сыҡмағандар әле. Эскелек буйынса иҫәптә торған атай кешене ошо округ депутатына, ауыл хакимиәтенә контролдә тоторға ҡушылды. Юрмаш ауылында йәшәүсе Р.-ҙың бәлиғ булмаған 1 балаһы бар. Ҡалған 4-һе өлкәнерәктәр. Быға тиклем әсәлек хоҡуғынан сикләнгән булған, һуңынан киренән тергеҙелгән. Һуңғы ваҡытта эскәне тойолмай, тине уның тураһында депутаттар.

Бәлиғ булмаған 4 бала әсәһе Р. ултырышҡа ире менән килгән. Ауылдаштары әйтеүенсә, улар хужалыҡ, мал-тыуар тотоп йәшәй. Элек ҡатыны эскән, имен булмағандар иҫәбендә торған был ғаиләне лә урындағы йәмәғәтселектең күҙәтеүе аҫтына алырға тәҡдим ителде.

Ултырыштан һуң комиссия ағзалары саҡырылып та килмәгәндәрҙең өйҙәренә йөрөнө. Таш-Аҫты ауылында йәшәүсе Г. өс бала әсәһе. Ауылдаштары уның балаларын иренә ҡалдырып йыш ҡына эсеп йөрөүен һөйләне. Дауахана наркологы Ф.Х.Хәбибуллина ҡатынға наркология кабинетына килергә ҡушты. Ошо уҡ ауылда йәшәүсе Р. балалар баҡсаһына йөрөүсе ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләй. Эскелектән дауаланған атай кеше күптән инде эсмәүен белдерҙе. Өйө йылы, һыуытҡыста ризыҡтары бар ине. Урындағы етәкселектең күҙәтеүе аҫтындағы ғаиләне артабан да контролдә тоторға кәрәклеге билдәләнде. Юрмаш ауылында йәшәүсе нисәмә йылдар инде имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә торған 6 бала әсәһе Ә.-нең йортонда ла булды комиссия ағзалары. Быға тиклем эскән ҡатындың балаларын приютҡа алып киткән булғандар. Әле 4-һе өйҙә, ҡалғандары һаман да Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар йортонда. Ире күрше районға эшкә сығып киткән. Өй эсендә бер аҙ йыһаз, урын-ер кәрәк-ярағы, әҙме-күпме тәртип булдырылған. Уның ҡарауы йорт алдында хужаһыҙлыҡ, бөлгөнлөк, емерек-лек хөкөм һөрә. Балаларҙы ҡайҙа йыуындыраһың тигәс, хужабикә яртыһы ергә һеңеп бөткән иҫке мунсаға күрһәтте. Ниндәй төҙөк донъяны эштән сығарҙылар, тип әсенде Ә.Ә.Ноғайғолов.

Мораҙ ауылында йәшәүсе Ш.-ларҙың өйөнән сығып килеүсе эскән ирҙәр комиссия ағзаларында һорау тыуҙырҙы. Йорт хужаһы һыуыҡ өйөнә сей утын яғып йөрөй. Бәлиғ булмаған 2 уҡыусы баланың әсәһе ситкә эшкә киткән. Мәктәптә уҡыуҙа булған балалар менән дә һөйләште комиссия ағзалары. Ауыл биләмәһе башлығына, уҡытыусыларға был ғаиләне артабан да ныҡлы контролдә тоторға тәҡдим ителде.

Ауыр тормош хәлендәге, именһеҙлек йәһәтенән иҫәптә торған күпселек ғаиләләр ҡатын, әсә кешенең эсеүе арҡаһында тарҡала, яңғыҙы ҡалғандарының балаларын ҡарамай эсеп йөрөүе уларҙы упҡын ситенә этәрә. Араларында быны аңлаған, айыҡ тормош башлағандары ла бар, әлбиттә. Район хакимиәте эргәһендәге бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның, опека һәм попечителлек секторы, эске эштәр бүлеге, ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе, дауахана хеҙмәткәрҙәренән торған ҙур төркөмдөң, урындарҙағы етәкселәрҙең, йәмәғәтселектең ошондай ғаиләләр менән даими эш алып барыу һөҙөмтәһе был.
Читайте нас: