-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2017, 13:03

Кешеләр менән һәм кешеләр өсөн

18 декабрҙә ЗАГС хеҙмәте булдырылыуға 100 йыл тула. Яҙмабыҙ был хеҙмәткә 18 йыл ғүмерен бағышлаған Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова хаҡында.

18 декабрҙә ЗАГС хеҙмәте булдырылыуға 100 йыл тула. Яҙмабыҙ был хеҙмәткә 18 йыл ғүмерен бағышлаған Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова хаҡында.

Эльвира Мөлөкова районыбыҙҙың Ҡарлы ауылында тыуып үҫә. Яңғыҙҡайын урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә һәм йәш белгес йүнәлтмә буйынса тыуған ра-йонына эшкә ебәрелә. Мораҡ мәктәбенә тәғәйенләйҙәр үҙен, 4 йыл уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Йәмәғәт эштәренән айырылмай әүҙем ҡыҙ, комсомол, партия тормошо уртаһында ҡайнай. “Улар ҙур тормош, тәжрибә, лидерлыҡ мәктәбе булды”, тип хәтерләй бөгөн Эльвира Әнүәр ҡыҙы. Ысынлап та, комсомол мәктәбен үткән кешеләрҙең рухлы ла, эшһөйәр ҙә, илһөйәр ҙә, берҙәм дә булып тәрбиәләнеүе билдәле.

Артабан хеҙмәт юлын район үҙәгендәге Пионерҙар йортонда дауам иткән ҡыҙ комсомол райкомында ла эшләп ала. Һәр ваҡыт алғы сафта, үҙенә еткерелгән бурыстарға яуаплы ҡарап, еренә еткереп, намыҫ менән үтәгән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Э.Мөлөкованы 1987 йылда яуаплы вазифаға – Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) хеҙмәтенә мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлай ул был эшкә.

-Элгәре бала тыуыуын, үлем осраҡтарын мәсеттә, сиркәү кенәгәләрендә теркәгәндәр. Айырыуса Аҡкүл, Ҡарағай, Табын ауылдары сиркәүҙәрендә кенәгәләр перо менән ҡараға манып, матур итеп яҙып тултырылған, улар архивта һаҡлана, - ти Эльвира Әнүәр ҡыҙы үткәндәрҙе хәтеренә алып. - ЗАГС-тар кеше тормошондағы бөтә ваҡиғаларҙы теркәүсе, барлаусы, дөйөмләштереүсе һәм конституцион хоҡуҡтарҙы тоғро яҡлаусы ойошма булып торҙо һәм тора. Был хеҙмәт кеше ғүмерендә була торған хәлдәр теҙмәһен – тыуыу, никахлашыу, айырылышыу, атайлыҡты билдәләү, баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу, исем-фамилияны алмаштырыу, үлем – һәммәһе ете төр актты теркәүҙе үҙ эсенә ала. Мин эш башлаған йылдарҙа йәш парҙарҙың никахын тантаналы шарттарҙа теркәү ауыл Советтарында үтә ине. Был тәңгәлдә эштәргә идара итеүселәр Роза Хөрмәт ҡыҙы Шәрипова (Бурлы), Рәсилә Рауил ҡыҙы Сөләймәнова (Сәйетбаба), Фәриҙә Ибраһим ҡыҙы Әсәҙуллина (Үтәк), Альфира Әнүәр ҡыҙы Усманова (Мораҡ), Флүрә Усман ҡыҙы Әхмәтғәлиева, Тамара Валентиновна Литвинцева (Красноусол), Татьяна Александровна Валекжанина (Табын), Зилә Ғәли ҡыҙы Мусина, Зөлфиә Зөлҡәфил ҡыҙы Рәхимова (Яңғыҙҡайын), Рәзимә Абдулхай ҡыҙы Йәнешева (Бельский), Фәриҙә Вил ҡыҙы Искәндәрова (Аҡкүл), Альмира Иҡсан ҡыҙы Вәлитова (Ҡауарҙы) һәм башҡалар менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләнек. Улар был эште 25-әр йыл алып барып, хәҙер хаҡлы ялдалар. Шулай уҡ төрлө йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡулланып, яңы тыуған сабыйҙарҙы, ғаилә юбилярҙарын тәбрикләү саралары уҙғарыу матур йолаға әүерелгәйне. Бында ра-йон мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәренең тос ярҙамын тоябыҙ, бының өсөн уларға рәхмәтлемен. Төп эштән тыш, тәжрибә уртаҡлашыуға ҡоролған республика семинарҙарында ҡатнашыу, хаттар, архив, запростар менән эшләү һәм башҡа бик күп эштәр беҙҙең иңгә һалынған. Йәнә 1997 йылдан БР Президенты Указына ярашлы, алтын юбилярҙарҙы тәбрикләп, Президент бүләген һәм Ҡотлауын тантаналы шарттарҙа тапшырыу кеүек күңелле мәшәҡәт тә өҫтәлде. Ғөмүмән, ЗАГС хеҙмәтендә ошондай шатлыҡлы мәлдәр күберәк булһын, күңелһеҙ (үлем, бигерәк тә балаларҙыҡы, никахты тарҡатыу) факттар әҙерәк күҙәтелһен, тип теләйем.

Башта әйткәнемсә, әүҙем тормош позицияһы алып барған Эльвира Әнүәр ҡыҙын йәмәғәт эштәренән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай кеүек. ЗАГС мөдире булып эшләү менән бергә ул тиҫтә йыллап район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн дә берҙәй уңышлы тартты.

Э.Мөлөкова бөгөн дә лайыҡлы хеҙмәт өҫтөндә. Ра-йон ветерандар советы рәйесе вазифаһына тәғәйенләнеп, 6 йыл инде ул район ветерандары, пенсионерҙарының хоҡуҡтарын, мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләй. Район, ауыл советы ауыл биләмәләре етәкселеге менән берлектә ветерандарға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур тырышлыҡ һала. Шуға ла ул бөгөн: “Гелән кешеләр менән һәм кешеләр мәнфәғәте өсөн эшләнем”, - ти.

Эльвира Әнүәр ҡыҙы намыҫлы, тырыш хеҙмәт эйәһе генә түгел, матур тормош көткән һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, һөйкөмлө өләсәй ҙә. Тормош иптәше менән 40 йылға яҡын татыулыҡта ғүмер итеп, ике ҡыҙ - Динара менән Светлананы тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире былтыр мәрхүм булған. Ҡыҙҙарының өлкәне Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә тарих уҡытыусыһы, ғаиләле, ҡыҙы һәм улы бар. Кесеһе - муниципаль мөлкәт идаралығында (КУС) эшләй. Бәхетле әсәнең ейәнсәре һәм ейәне – шатлыҡ-һөйөнөсө.
Читайте нас: