+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2017, 12:57

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла кәрәкле хеҙмәт

ЗАГС... Был хеҙмәттең бер быуатлыҡ тарихы бар. Тап ошо тарихи дата уңайынан районыбыҙҙың Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге мөдире Зәлифә Риф ҡыҙы СӘЙФУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

ЗАГС... Был хеҙмәттең бер быуатлыҡ тарихы бар. Тап ошо тарихи дата уңайынан районыбыҙҙың Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге мөдире Зәлифә Риф ҡыҙы СӘЙФУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

- ЗАГС - ул тормош, ул кешеләр яҙмышы, шуға ла был эш хеҙмәткәрҙәрҙән һөнәри оҫталыҡ һәм күңел йылылығы, иғтибарлы булыу кеүек сифаттарҙы талап итә. ЗАГС органдарына бик күпте кисерергә, заман үҙенсәлектәренә яраҡлашырға тура килһә лә, маҡсатыбыҙҙан ситкә тайпылмай, ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен һәм демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙең эшмәкәрлектең йүнәлештәре һанап бөткөһөҙ. Беҙгә үҙҙәренең шатлыҡ-ҡыуанысы, ҡайғы-хәсрәте менән дә төрлө кешеләр килә. Беҙ кешенең яҙмышын хәл итмәйбеҙ, әммә уның яҙмышында хәл иткес роль уйнайбыҙ. Шуға ла эшебеҙҙең күренмәгән яҡтары бик күп.

Ҡыуаныслы һәм тантаналы бер көнөбөҙ – никах теркәү. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыуанып никахҡа ингән ғаиләләр айырылышыр өсөн дә беҙгә килә. Бына, мәҫәлән, район буйынса ағымдағы йылдың 11 айында 171 никах теркәлһә, 104 ғаилә тарҡалды.

Һандарға килгәндә, быйыл тыуым – 351, үлем – 475, атайлыҡты билдәләү – 77, уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу 9 булһа, 13 кеше исемен алыштырҙы, 15 ғаиләнең - алтын, 60 йыл ғүмер иткән 4 ғаиләнең гәүһәр туйҙары билдәләнде.

Бынан бер быуат элек районыбыҙҙа ЗАГС хеҙмәте барлыҡҡа килгәс, етәкселәрҙән иң тәүгеһе Ғәфифә Фәхретдинова булһа, артабанғы йылдарҙа был эште Роза Нәби ҡыҙы Баймырҙина, Флүрә Әхмәтғәли ҡыҙы Сабитова, Флүзә Сәйфулла ҡыҙы Ғафарова, Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, Гөлназ Ғабдулхай ҡыҙы Ҡасҡынбаева дауам итә. Мин иһә ЗАГС органдарында 2001 йылдан – Салауат ҡалаһы ЗАГС-ында әйҙәүсе белгес-эксперт булып эшләһәм, 2012 йылда Ғафури районы бүлегенә тәғәйенләнеләр. Район ЗАГС бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперттары Марина Георгиевна Баржакованың хеҙмәт стажы 8 йылдан ашыу булһа, Славяна Ивановна Булатова 6 йыл эшләй. Барыбыҙ ҙа юғары юридик белемгә эйәбеҙ. Хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, юғары һөнәри кимәлдә башҡара, граждандар менән әҙәпле мөғәмәләлә, тейешле документтарҙы тултырыу талаптарын ентекле һәм аңлайышлы итеп аңлатырға тырышып, ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай эш итәләр.

Форсаттан файҙаланып, коллективты, шулай уҡ коллегаларҙы һәм хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән тәбрикләйем. Уларға намыҫлы, тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Уңыштар, иҫәнлек, мөхәббәт, бәхет теләйем. Яратҡан эшебеҙ шатлыҡҡа ғына булһын, ә һәр көнөбөҙ тик бәхетле мәлдәрҙән генә торһон!


Читайте нас: