+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2017, 14:37

Яҡташтарыбыҙ йәнә еңеүсе

Районда урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Район хакимиәтенең ярҙамы менән ра-йонда эшҡыуарлыҡ тотороҡло үҫешә. Эшҡыуарҙарҙың район бюджетын тулыландырыу өлөшө лә йылдан-йыл арта бара.

Районда урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Район хакимиәтенең ярҙамы менән ра-йонда эшҡыуарлыҡ тотороҡло үҫешә. Эшҡыуарҙарҙың район бюджетын тулыландырыу өлөшө лә йылдан-йыл арта бара.

Ике йыл рәттән райондаштарыбыҙҙың республика кимәлендә “Йыл эшҡыуары” булып танылыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Былтыр “Восход СТ” йәмғиәтенең генераль директоры Руслан Зәки улы Бакиров ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өлкәһендәге уңыштары өсөн “Йыл эшҡыуары – 2016” булып танылғайны. Быйыл иһә икмәк-ҡалас, кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнеүсе Николай Трофимович Фомин республикала иң-иңдәр араһында “Йыл эшҡыуары – 2017” еңеүсеһе булды. Абруйлы комиссия һәр эшҡыуарҙың иҡтисади күрһәткестәрен өйрәнеп, еңеүселәрҙе билдәләй. Күпме табыш алған, эшселәр һаны, эш хаҡы күләме, бюджетҡа күпме һалым түләй - ошоларҙың барыһы ла дөйөм күрһәткестәрҙә сағылыш табып, мәрәй яҙыла. Бынан тыш социаль яуаплылыҡ, эшҡыуарҙарҙың бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүе лә иҫәпкә алына. Ошо барлыҡ критерийҙар буйынса иң күп балл йыйыусы еңеүсе тип табыла.

Республика конкурсына 7 ҡала һәм 29 райондан 100-ҙән ашыу заявка ҡабул ителә. Еңеүселәр 11 номинацияла билдәләнә. Райондаштарыбыҙ иһә конкурстың ике төп номинацияһында еңеүсе була. Аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә Николай Фомин еңеүсе булһа, “Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендәге иң һәйбәт эшҡыуар” номинацияһында Красноусолдан Гөлшат Вәлийән ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова өсөнсө урын менән баһалана. Әйтергә кәрәк, район үҙәгендәге был ике эшҡыуар уңышлы эшләп килә. Николай Фоминдың Совет урамындағы икмәкханаһы төрлө ризыҡтар етештереү менән бер рәттән, Красноусол ауылының архитектур йөҙөнә үҙенсәлекле йәм биреп тә ултыра. Юҡҡа ғына быйыл Красноусол ауылы көнөн уҙғарғанда был бәләкәй предприятие “Иң төҙөк предприятие” исемен алманы. Николай Трофимовичтың тормош иптәше Светлана Ивановна ла эшҡыуар. Улар эшҡыуарлыҡты бер төптән алып бара. Светлана Фомина Красноусол ауыл Советы депутаты ла булып тора. Райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан эшҡыуарҙар һәр төрлө сараларға бағыусы булып та сығыш яһайҙар. Үҙҙәре үк спорт ярыштары ла ойошторалар. Табын ауылындағы приютта Яңы йыл кисәләре, башҡа байрамдар уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Төрлө-төрлө тәмлекәстәр, башҡа кәрәкле әйберҙәр бүләк итәләр. Фоминдар райондың мәғариф учреждениеларына ла ярҙам итеп тора.

Ирле-ҡатынлы Ҡаҙаҡҡоловтар ҙа районда билдәле эшҡыуарҙар. Гөлшат Вәлийән ҡыҙы район Советы депутаты ла булып тора. 2007 йылдан башлап уларҙың күмәртәләп һатыу базаһы эшләп килә. Район ауылдарындағы сауҙа кибеттәре, магазин тотоусы эшҡыуарҙар аҙыҡ-түлекте башлыса Ҡаҙаҡҡоловтарҙың күмәртәләп һатыу базаһынан ала. Кәрәкле тауарҙы район халҡы ла ошонда таба ала. Бынан тыш Ҡаҙаҡҡоловтарҙың бер түгел өс “Әкиәт” (“Сказка”) магазины бар. Уларҙың береһе Ленин, икенсеһе Аэродром (Үҙәк район дауаханаһы эргәһендә) урамында булһа, өсөнсөһө “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан. Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова былтыр яңы йүнәлештә лә эш башланы. Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан кафе хәҙер уның ҡарамағында. Ҡаҙаҡҡоловтар, Фоминдар кеүек, райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡайнап йәшәй. Төрлө сараларға бағыусы булып сығыш яһайҙар. Киләсәктә үҙ бизнес-

тарын тағы ла киңәйтергә, камиллаштырырға, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырырға ниәтләнәләр. Мәҫәлән, Фоминдар икмәк-ҡалас изделиеларын, башҡа продукцияны өйгә үк илтеп биреү юлын өйрәнә. Йәғни, телефондан шылтыратып ҡына өйгә эҫе икмәк, башҡа әйбер килтертеп буласаҡ. Өлкән йәштәге кешеләр өсөн был уңайлы булмаҡсы. Ҡаҙаҡҡоловтар иһә райондың барлыҡ бюджет учреждениеларын тиерлек аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға уларҙан күп нәмәгә өйрәнәһе бар.

Конкурсҡа килгәндә инде, еңеүселәрҙе Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченный Рафаил Ғибаҙуллин, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Зөлфиә Халиҡова ҡотлап, уларға Дипломдар тапшырҙы. Был конкурсҡа БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм

буйынса дәүләт комитеты тарафынан 7 августа старт бирелгәйне. БР Эшҡыуарҙар ассоциацияһы ойошмаһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Эшлекле Рәсәй”, “Рәсәй таянысы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмалары, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм үҫтереү фонды һәм башҡа ойошмалар конкурстың ойоштороусылары булып торҙо.

Шулай итеп, республика конкурсында ҡатнашып, ысын мәғәнәһендә быға лайыҡлы райондаштарыбыҙ еңеү яуланылар һәм уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас: