+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2017, 16:48

Тыуған ерем мөғжизә!

Йыл башында иғлан ителгән Экология йылын ябыу тантанаһы район мәҙәниәт һарайының фойеһында ойошторолған күргәҙмәләр менән башланып китте. Ер көнөнә арналған, “Генераль уборка – 2017” тип аталған йылды йомғаҡлаусы был сарала ҡатнашыусылар 3 төрлө – “Йәнле тәбиғәт мөйөшө”, “Икебана” һәм “Мин һәм тәбиғәт” фотокүргәҙмәләрен әҙерләгән.

Йыл башында иғлан ителгән Экология йылын ябыу тантанаһы район мәҙәниәт һарайының фойеһында ойошторолған күргәҙмәләр менән башланып китте. Ер көнөнә арналған, “Генераль уборка – 2017” тип аталған йылды йомғаҡлаусы был сарала ҡатнашыусылар 3 төрлө – “Йәнле тәбиғәт мөйөшө”, “Икебана” һәм “Мин һәм тәбиғәт” фотокүргәҙмәләрен әҙерләгән.

Артабан сара һандуғастар моңо яңғырап торған байрамса биҙәлгән тамаша залында дауам итте. Тәбиғәтте һаҡлауға арналған шиғырҙарын Табын ауылынан Николай Макаров, Бурлынан Вера Вәлиева, Красноусолдан Флүрә Садиҡова уҡыны. Е.Рябова бик күп йылдар инде район үҙәгендәге “Веселый” шишмәһен ҡарап, таҙартып тороусы Флүрә апайға, баҙар эргәһендәге шишмә өҫтөнән шефлыҡ алған Елена Әсәҙуллинаға һүҙ бирҙе. Улар был эште йөрәк ҡушыуы, күңел саҡырыуы буйынса алып барыуҙары, инеш-шишмәләрҙе бысратҡан халыҡтың ни тиклем битараф, тәрбиәһеҙ булыуына аптырап сығыш яһаны. Йәштәрҙе, уҡыусыларҙы ер-һыуыбыҙҙы сүпләмәҫкә, һаҡларға саҡырҙы. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙағы әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн Ф.Садиҡоваға һәм Л.Әсәҙуллинаға Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр бирелде.

Байрамдың тағы ла бер ҡунағы – Красно-усол башҡорт гимназия-интернатының 4-се класс уҡыусыһы Әмилә Ноғайғолова (етәксеһе – Ю.З.Салауатова) үҙенең “Ғафури районының 7 мөғжизәһе” исемле проект эше менән таныштырҙы. Был эҙләнеү эше барышында ул район халҡы араһында һорау алыу үткәргән, күптәрҙең тыуған яғыбыҙҙың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларын белмәүҙәрен асыҡлаған. Кешеләр туристар күп йөрөгән мәмерйә-ҡаяларҙы, йылға-күлдәрҙе, Ж.Кейекбаев һәм М.Ғафуриҙың йорт-музейҙарын, республиканың географик үҙәге Ерек ауылын һәм башҡаларҙы атаған. Ҡыҙыҡһыныусан уҡыусы араларынан иң күп та-

уыш йыйғандары буйлап йөрөп сығып, электрон каталог, юл күрһәткес төҙөгән. Һөҙөмтәлә, “Ғафури районының 7 мөғжизәһе” тип Киндерле мәмерйәһе,

Красноусол минераль шишмәләре, “Красно-усол” шифаханаһы, Еҙем йылғаһы, Аҡташ ҡаяһы, Уҡлыҡая, Аҡкүл күле табылған. “Беҙ тыуған төйәгебеҙҙең иҫтәлекле, хозур тәбиғәтле урындарын, исем-атамаларын, тарихын белергә һәм уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡларға тейешбеҙ”, - тине Әмилә сығышын йомғаҡлап. Уға ла Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк бирелде. Әмилә фәнни-эҙләнеү эше менән таныштырған ваҡытта район мәҙәниәт һарайы ҡурайсыһы Рәмил Ҡотдосов тик Башҡортостанда ғына үҫкән ҡурай үҫемлегенән ҡурай эшләп алып, “Сыңрау торна” көйөн уйнап күрһәтте.

Ә йылды йомғаҡлау байрамына әҙерләнгән күргәҙмәләр араһында “Йәнле тәбиғәт мөйөшө”ндә 1-се урынға - Еҙем-Ҡаран, 2-сегә – Родина, 3-сөгә Ҡурғашлы клубы, “Икебана”ла 1-се урынға - Үзбәк, 2-сегә – Яңғыҙҡайын, 3-сөгә Ибраһим клубы, “Мин һәм тәбиғәт” фотокүргәҙмәһендә 1-сегә - Бурлы, 2-сегә – Ташбүкән, 3-сө урынға Яңы Бурлы ауыл клубы лайыҡ булды. Бәйләнгән ҡул эштәре өсөн Марина Рудкевичҡа һәм башҡа ауыл клубтарына бай фантазиялары өсөн рәхмәт әйтеп, Дипломдар тапшырылды.

Йола буйынса, байрам һуңында киләһе Волонтерҙар йылына эстафетаны биреү маҡсатында сәхнәгә ирекмәндәр – 2-се мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың координаторы Г.Ғ.Мирхәйҙәрова саҡырылды. Улар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, теләүселәргә ирекмәндәр сафына баҫырға тәҡдим итте.

Экология йылын йомғаҡлап, яңыһына старт биреп, уңышлы булһын тигән теләктәр менән тамамланды йылды оҙатыу сараһы.
Читайте нас: