+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 12:37

Пенсионерҙарҙы һөйөнөслө яңылыҡтар көтә

Бөгөн социаль өлкәлә мөһим урын алып торған Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Быйыл 8 ноябрҙә рәсми рәүештә район Пенсия фонды идаралығы начальнигы булып эшләй башлаған Наталья Григорьевна Михайлованан үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырыуын һораныҡ. Һүҙ –уға:

Бөгөн социаль өлкәлә мөһим урын алып торған Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Быйыл 8 ноябрҙә рәсми рәүештә район Пенсия фонды идаралығы начальнигы булып эшләй башлаған Наталья Григорьевна Михайлованан үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырыуын һораныҡ. Һүҙ –уға:

-Беҙҙең 28 кешенән торған коллектив райондағы барлыҡ тиерлек пенсионерҙарҙы һәм пенсия йәшендә булмағандарҙы ла хеҙмәтләндерә. Ҡыш көндәрендә көнөнә уртаса 60 самаһы кеше килә Пенсия фондына. Йәй көндәрендә унан да күберәк булып китә. 1 декабргә ҡарата районда 10304 пенсионер иҫәпләнә. Шуларҙың 7995-е ҡартлыҡ буйынса пенсия алыусылар булһа, 376 кеше – инвалидлыҡ буйынса, 674 кеше ҡараусыһын юғалтыусылар. Социаль пенсия алыусылар барлығы 1286 кеше. Йыл башынан 675 кешегә пенсия тәғәйенләнде. Районда эшләп йөрөүсе пенсионерҙар 1069 кеше иҫәпләнә.

2017 йылда страховка пенсиялары буйынса ҡайтанан иҫәпләүҙәр буйынса ҙур эш башҡарылды, пенсионерҙарҙан 2065 ғариза ҡабул ителде. Бөгөн районда ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме 11700 һум тәшкил итә. Йыл һуҙымында пенсия бер нисә тапҡыр индексацияланды. Мәҫәлән, 1 февралдән страховка пенсиялары - 5,4, ә апрель айынан 0,38 процентҡа артты. Ғинуар айында пенсионерҙар бер тапҡыр бирелә торған 5 мең һум күләмендә аҡса алдылар. Шулай уҡ 1 февралдән ай һайын бирелә торған аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) 5,4 процентҡа индексацияланды.

Киләһе 2018 йылда ла Хөкүмәт пенсияларҙы арттырыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 3,7 процентҡа артасаҡ. Дәүләт пенсия тәьминәтендә булған пенсиялар, шул иҫәптән социаль пенсиялар 2018 йылдың 1 апреленән эшләүсе һәм эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн 4,1 процентҡа индексациялана. Ә 1 февралдән федераль льготаға эйә булыусылар өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) 3,2 процентҡа арта. Шуныһын да әйтеп китергә кәрәк, илебеҙҙә йәшәү минимумынан түбән пенсия алыусы эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн социаль өҫтәп түләүҙәр билдәләнгән.

Әсәлек капиталы буйынса ла бер нисә һүҙ әйтеп китеү кәрәктер. Районда 2007 йылдың 1 ғинуарынан башлап 2920 кеше Әсәлек капиталы алыуға өлгәште. Бөгөн Әсәлек капиталының суммаһы 453 026 һум тәшкил итә. Әле РФ Дәүләт Думаһында Әсәлек капиталы биреү тәртибе һәм уны ҡулланыу буйынса яңы закон проекты ҡарала. Был программаны 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу күҙаллана.

Пенсия фонды идаралығы заманса хеҙмәт күрһәтеү төрҙәрен дә үҙләштерә. Йәғни электрон хеҙмәтләндереү көндән-көн киңерәк ҡолас ала бара. 2017 йылда граждандарҙың “Шәхси кабинет” сервисында хеҙмәтләндерелеүселәр байтаҡҡа артты. Электрон сервис Рәсәй Пенсия фонды сайтында ғына түгел, дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталында ла урын алған. Шулай уҡ смартфондың мобиль ҡушымтаһы аша ла хеҙмәтләндереү эшләй.

Алда әйтеп үтеүемсә, коллективта 28 кеше эшләй. Шуларҙың 20-һе белгестәр. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса хеҙмәт стажы 7 йыл. Район Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары Елена Хренова 1998 йылдан бирле Пенсия фондында эшләй. Шулай уҡ пенсия тәғәйенләү бүлегенең баш белгесе Татьяна Новикова, баш бухгалтер – финанс-иҡтисади төркөм етәксеһе Ирина Федорова, баш белгес-эксперт Рида Фәйзуллина, хужалыҡ мөдире Владимир Дашков коллектив ғорурлығы булып тора. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм хаҡлы ялдағы коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ һәм етеп килгән Яңы йыл байрамы айҡанлы ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйем.
Читайте нас: