+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2017, 14:07

Хәүефле лә, кәрәкле лә хеҙмәт

27 декабрь Ҡотҡарыусылар көнө булараҡ билдәләнә һәм был байрам сағыштырмаса яңы. СССР заманында ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән был һөнәр кешеләренең үҙ байрамдары булманы, сөнки ул саҡта МЧС та юҡ ине. Тик 1990 йылдың 17 июлендә РСФСР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән ҡотҡарыусылар корпусы булдырырға ҡарар ителә. Ә инде 4 айҙан, 1990 йылдың 27 декабрендә был ҡарар үҙ көсөнә инә. Шуға күрә лә 27 декабрь Ҡотҡарыусылар көнө булараҡ билдәләнә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы булдырыу тураһындағы указ 1994 йылда сығарыла һәм 1995 йылда Ҡотҡарыусылар көнөн рәсми билдәләү башлана. Ә 2002 йылдан башлап МЧС структураһына янғын һүндереүселәр һәм ярҙамсы хеҙмәттәр ҙә индерелде.

Ошо йылдар арауығында ҡотҡарыусылар тарафынан эҙләү-ҡотҡарыу эштәре алып барылыуҙың иҫәбе-һаны юҡ тип әйтергә була. Ҡотҡарыусылар үҙҙәренең ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, бәлә-ҡазаға тарығындарға ярҙамға ашыға һәм был беҙҙең бурысыбыҙ. Тораҡ йорттарҙағы, юлдарҙағы авария, тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында бәләгә тарыусылар булһынмы, ҡотҡарыусылар илебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙәге ярҙамға мохтаждарға ла ярҙамға килә.

Рәсәйҙең барлыҡ ҡотҡарыусылары – МЧС ҡарамағындағы, территориаль, муниципаль, шәхси ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә, төрлө төрҙәге янғын һүндереү частарында, штаттағы һәм йәмәғәт башланғысындағы ойошмаларҙа эшләүсе ҡотҡарыусылар ошо көндө ҡотлауҙар ҡабул итә һәм коллегаларымды үҙем дә ихлас күңелдән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйем.

Читайте нас: