2018 йылда байтаҡ ҡына ял көндәре ҡаралған. Шулай итеп, Яңы йыл каникулдарында 10 көн – 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем ял итәсәкбеҙ. 2017 йылдың һуңғы эш көнө 29 декабрь. Был көн рәсми рәүештә байрам алды көнө булмағанлыҡтан, ҡыҫҡартылмай.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә - 23-25 февраль ял итәсәкбеҙ. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә 4 көн – 8-11 мартта ял итеү ҡаралған. Май байрамдарында ла 4 көн ял була: 29, 30 апрель, 1, 2 май ял көндәре булып тора. Ә 28 апрель, шәмбе эш көнө буласаҡ. Еңеү көнө – 9 Майҙа (шаршамбы) бер көн генә ял итәсәкбеҙ. Рәсәй көнөндә – 10-12 июндә өс көн ял итеү ҡаралған. 9 июнь, шәмбе көн 11 июнгә күсерелә. Халыҡтар Берҙәмлеге көнө лә өс көн – 3-5 ноябрҙә ял вәғәҙәләй. Уның ҡарауы декабрь айының һуңғы шәмбеһе – 29 декабрь эш көнө буласаҡ, ә 31 декабрҙә ял итәсәкбеҙ. Шулай итеп, 2018 йылда рәсәйлеләр өсөн 27 көн ял булып тора. Ә Башҡортостан халҡы Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында, Башҡортостан Республикаһы көнөндә лә (11 октябрь) ял итәсәк. Был үҙе үк бер отпускыға торошло.