Күптән түгел илебеҙҙә коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса “Дөрөҫ айыр” социаль проекты старт алды. Ул дәүләт, ойошмалар һәм халыҡтың тырышлығын сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм икенсел эшкәртеү файҙаһына ҡалдыҡтарҙы күмеүҙән баш тартыуға йүнәлтеү өсөн ойошторолған.
Рәсәй Тәбиғәт министрлығы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм “ЭКОТЕХ” II халыҡ-ара күргәҙмә-форумы һәм V Бөтә Рәсәй съезын ойоштороу комитеты ултырышы сиктәрендә был башланғыс тураһында иғлан итте һәм уны яҡлап сығырға әйҙәне.
Проекттың маҡсаты – көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуҙа яңы һөҙөмтәле ысулдарҙы индереү өсөн йәмәғәт ойошмаларын, бизнес, дәүләт, муниципаль идара органдарын, башҡа ойошмаларҙы һәм бар халыҡты берләштереү. Проект сиктәрендә бер нисә Рәсәй компанияһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек тәжрибәһе лә бар. Был башланғыстар Экология йылы тип иғлан ителгән 2017 йылда тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, йыл башында “Баскетботл” экологик акцияһы старт алды. Был акция тотонолған аҙыҡ-түлек пластигын икенсел эшкәртеп яңы әйберҙәр – кейем-һалым, төрөү материалдары һ.б. етештереүҙә махсуслашҡан.
Бөгөн Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы күмеүгә тәғәйенләнгән территория хатта айырым төбәктәр биләмәләре менән тигеҙләшкән. Йыл һайын илдә 50 млн тонна ҡалдыҡ барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кешегә йылына 300 кг ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тура килә. Уның тик 5 % ғына яңынан эшкәртеүгә яраҡлы, ҡалған өлөшө күмеү өсөн полигондарға сығарыла.
Һуңғы йылдарҙа донъя кимәлендә ҡалдыҡтарҙы күмеү юлы менән утилләштереү артта ҡала бара. Алға киткән илдәрҙә ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙ юғары температура менән тарҡатып алынған энергия сығанағы йәки яңы әйберҙәр өсөн икенсел сеймал итеп ҡулланалар. Аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары ауыл хужалығы өсөн сеймал булһа, плас-тикты тулыһынса эшкәртеп яңы материалдар эшләйҙәр. Тотонолған алюмин банкалар, пластик шешәләр һәм ҡағыҙ ҡапсыҡтар кейем-һалым, юл япмаһы, йылытыусы материалдар һ.б. етештереүҙә ҡулланыла.
Рәсәйҙең кешелектең иң мөһим проблемалары – йәшәү сифатын күтәреү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы хәл итеүҙә алдынғы урындарҙы биләрлек ил булырлыҡ мөмкинлеге бар. Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһы экология һәм иҡтисади яҡтан отошло яңынан етештереү ысулына этәргес булып тора. Быға “Дөрөҫ айыр” проекты ла булышлыҡ итер тип көтөлә.