Беҙгә мәктәптә янғын хәүефһеҙлеге тураһында күп һөйләйҙәр. Янғын һүндереү бүлегендә кемдәр эшләй, кемдәр һуң улар – янғын сыҡҡанда кешеләргә ярҙамға ашыҡҡан ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу кешеләр?
Ошо һәм беҙҙе ҡыҙыҡһындырған башҡа күп һорауҙар менән үҙ һөнәренең оҫталары янғын һүндереүселәрҙең эш урындарына экскурсияға барырға булдыҡ (һүрәттә).
Беҙҙе бында ихлас ҡаршы алдылар. Янғын һүндереү станцияһына кергән ерҙә 3 ҙур машина күрҙек. Уларҙың функциялары менән ҡарауыл начальнигы Марсель Марат улы Садиҡов таныштырҙы. Ул беҙгә янғын һүндереү мискәһенә күпме һыу һыйыуы, нимә ул еңсә һәм уның тәғәйенләнеше тураһында ентекләп һөйләне. Артабан бөтә мәғлүмәтте ҡабул итеүсе диспетчер залына үттек. Унда диспетчер хеҙмәтенең ни тиклем мөһим булыуын, янғындың кеше ғүмере өсөн хәүеф сығанағы икәнлеген аңлаттылар. Һуңынан тағы ла гаражға индек һәм беҙгә янғын һүндереүселәрҙең махсус кейемен күрһәттеләр. Ҡайһы берҙәребеҙ уларҙы кейеп тә ҡараны.
Хушлашыр алдынан иҫтәлеккә фотоға төштөк. Гимназияға ҡайтҡас, экскурсия тураһында фекер алыштыҡ һәм янғын һүндереүсе булып көслө, сыҙамлы, түҙем кешеләр генә эшләй ала тигән һығымтаға килдек.