+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2017, 16:55

Һары Эт йылын нисек ҡаршы алырға?

Яңы йыл – һәр кемдең киләсәккә уй-хыялдары, яҡты өмөттәре һәм яңы пландары менән бәйле тулҡынландырғыс көтөп алған байрамы. Киләһе йылдың хужалары – Һары ер Эте һәм Венера планетаһы буласаҡ. Һары эт йылы 2018 йылдың 15 февралендә Мәскәү ваҡыты менән 0 сәғәт 6 минутта башлана.

Яңы йыл – һәр кемдең киләсәккә уй-хыялдары, яҡты өмөттәре һәм яңы пландары менән бәйле тулҡынландырғыс көтөп алған байрамы. Киләһе йылдың хужалары – Һары ер Эте һәм Венера планетаһы буласаҡ. Һары эт йылы 2018 йылдың 15 февралендә Мәскәү ваҡыты менән 0 сәғәт 6 минутта башлана.

Яңы йылды нисек ҡаршы алырға һуң? Һары эт күңелле, шау-шыулы компанияларҙы, асыҡ күңелле, йомарт кешеләрҙе яҡын күрә. Ләкин үҙ йортон һәм хужаһын нығыраҡ ярата. Шуға күрә Яңы йылды өйҙә туғандар һәм яҡын дуҫтар менән ҡаршы алыу яҡшыраҡ булыр.

Эт һынын байрамдың төп биҙәге шыршыға элергә кәңәш ителмәй, уны шыршы аҫтына йәки өҫтәлгә ҡуйығыҙ.

Яңы йыл өҫтәленә бәлештәр, үҙегеҙ яратҡан ризыҡтар әҙерләгеҙ. Өҫтәлдә ит, балыҡ аштары, төрлө салаттар, һалҡын һәм эҫе аштар, емеш-еләк күп булһын. Байрам өҫтәленә сағыу ҡыҙыл йәки һары төҫтәге ашъяулыҡ һәм салфеткалар, матур һауыт-һаба, һары, йәшел һәм алтын төҫөндәге 3 шәм ҡуйығыҙ.

Байрам кисендә кейер өсөн асыҡ һары, аҡһыл-көрән, көмөшһыу-көрән, аҡ, алһыу төҫлө кейемдәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Киләһе йылдың Венера планетаһы йылы икәнен дә онотмағыҙ һәм асыҡ йәшел, фирүзә, күк төҫлө күлдәктәр һайлағыҙ. Ир-егеттәргә костюмдарҙа, пинжәктәрҙә һәм асыҡ төҫлө күлдәктәрҙә булырға кәңәш ителә.

Әгәр һеҙҙең этегеҙ бар икән, уға ла байрам бүләге эшләгеҙ – ояһы тирәһен таҙартығыҙ, аҫтына бесән йәки һалам һалығыҙ, ояһын биҙәгеҙ. Йортоғоҙҙо, ғаиләгеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан яҡшы һаҡлауын һорағыҙ.

Яңы йылды ҡайҙа ғына ҡаршы алһағыҙ ҙа, байрам кисәһендә уҙып барған йыл хужаһы – Ҡыҙыл Әтәстең дә булыуын онотмағыҙ. Шуға күрә бар нәмәлә сама белергә, ут, шәм, фейерверк-

тар менән бик һаҡ тотонорға кәрәк.

НИМӘ КЕЙЕРГӘ?

Һайлаған кейемегеҙҙең төҫө ныҡ сағыу булып, ҡысҡырып тормаһын, шулай уҡ йырыҡ итәкле, тәрән декольте, үтә күренмәле материалдан тегелгән кейемдәр булмаһын, уларҙы Эт үҙһенмәй. Биҙәүестәрҙе лә зауыҡ белеп кенә өҫтөгөҙҙәге күлдәгегеҙгә тура килгәнен тағығыҙ. Гәүһәр биҙәүестәр ҡәтғи рәүештә тыйыла. Әгәр кейемегеҙҙе төрлө тиренән эшләнгән элементтар менән байытһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр. Мәҫәлән, манжеттар, яға, итәктәрҙе тире киҫәктәре менән биҙәп сығыу, өҫтәмә аксессуарҙар: шәл, яулыҡ, ҡайыш һеҙҙең кейемегеҙҙе тағы ла нәзәкәтлерәк, күркәмерәк итәсәк.

БАЙРАМ ТАБЫНЫН НИСЕК БИҘӘРГӘ?

Йыл хужаһы өсөн һый. Яңы йыл табынының төп һыйы булып, әлбиттә, иң беренсе сиратта йыл хужаһы яратҡан: ит, һөйәк һәм эсәк-ҡарындан әҙерләнгән ризыҡтар тора. Уларҙы матур һауыттарға һалып табын түренә урынлаштырығыҙ.

Биҙәүестәр. Өҫтәлде ҡулдан эшләнгән эт һәм көсөк һындары менән биҙәргә тәҡдим ителә. Уларҙы эшләү өсөн ағас, пенопласт, ҡатырға, төҫлө ҡағыҙ һәм пластилин ҡулланырға була. Эшләгән һындар тәрилкәләр араһына урынлаштырылһын.

ӨЙҘӨ НИСЕК БИҘӘРГӘ?

Йорт эсен биҙәгәндә ғаиләгеҙ өсөн ҡәҙерле әйберҙәрҙе беренсе сиратта ҡулланырға тырышығыҙ. Былар – иҫке портреттар һәм фотоһүрәттәр; хаттар һәм яҡын туғандарығыҙҙың ҡотлау открыткалары; күңелегеҙгә ятҡан ювелир биҙәүестәре, рамкалағы иҫке фотолар булырға мөмкин. Яңы 2018 йылды ҡаршылағанда декоратив биҙәү элементтары итеп СССР ваҡытындағы эшләнгән тормош-көнкүреш һәм аш-һыу кәрәк яраҡтарын ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ октябрят, пионер, комсомол һәм партия атрибутикаһы: значоктар, борғо, партбилет, галстук, байраҡ менән биҙәһәгеҙ, матур, иҫтәлекле буласаҡ.
Читайте нас: