+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2017, 17:14

Балаларға – байрамдар

Көтөп алынған Яңы йыл каникулдарында балалар өсөн түбәндәге күңел асыу саралары ҡаралған.

Көтөп алынған Яңы йыл каникулдарында балалар өсөн түбәндәге күңел асыу саралары ҡаралған.

Район мәҙәниәт һарайында 3 ғинуар 12.00 сәғәттә күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн Шыршы байрамы, 14.00 сәғәттә Балалар китапханаһында “Беҙҙә Яңы йыл, шыршы ҡунаҡҡа саҡыра!” күңел асыу программаһы; 4 ғинуарҙа 14.00 сәғәттә Үҫмерҙәр китапханаһында “Йыл да килә Яңы йыл!” күңел асыу программаһы; “Йәшлек” паркында 5 ғинуарҙа 13.00 сәғәттә “Ҡышҡы әйлән-бәйлән” асыҡ һауала уйындар программаһы, 14.00 сәғәттә Балалар китапханаһында “Ҡышҡы урманға сәйәхәт” уйыны; 6 ғинуарҙа 14.00 сәғәттә Балалар китапханаһында ҡағыҙҙан сувенирҙар эшләү оҫталыҡ дәресе;

7 ғинуар 14.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында Раштыуа шыршыһы; 8 ғинуар 14.00 сәғәттә Балалар китапханаһында “Йылды бергә ҡаршылайбыҙ” спорт-күңел асыу программаһы; 10 ғинуар 14.00 сәғәттә “Йәшлек” паркында ҡышҡы уйындар; 11 ғинуар 16.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында Яңы йыл дискотекаһы; 3, 4, 5, 8, 10, 12 ғинуарҙа 15.00 сәғәттә – балалар өсөн йәнһүрәттәр; 4 (13.00), 6 (15.00), 9 (11.00), 12 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә тарих-крайҙы өйрәнеү музейына экскурсиялар үтәсәк.
Читайте нас: