+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2017, 17:21

Яңы йыл каникулдары осоронда спорт саралары программаһы

4 ғинуар Дартс (теләгән һәр кем ҡатнаша ала). “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 12.00 сәғәттә була.

4 ғинуар

Дартс (теләгән һәр кем ҡатнаша ала). “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 12.00 сәғәттә була.

Армспорт. (18 йәшлектәр һәм өлкәнерәктәр ҡатнаша). “Еҙем” ФОК-ында 15.00 сәғәттә башлана.

Волейбол. Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында район-ара турнир. Ярышта Красноусол командаһынан тыш, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Межгорье, Туймазы ҡалалары, Әлшәй, Иглин райондары командалары ҡатнашыуы көтөлә.

Баскетбол. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында район турниры. Команда составында 7 кеше. Ярыштар Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәп спорт залдарында 11.00 сәғәттә башлана.

4-5 ғинуар

Волейбол. 2003 йылғы һәм кесерәк йәштәге ҡыҙҙар араһында район-ара турнир. Бәйгелә Красноусол командаһынан тыш, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Межгорье, Туймазы ҡалалары, Әлшәй, Иглин райондары командалары ҡатнашыуы көтөлә.

5 ғинуар

Шахмат. Мәктәп уҡыусылары араһында тиҙ шахмат буйынса Яңы йыл турниры. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең “Сатраш” шахмат клубында 12.00 сәғәттә башлана.

6 ғинуар

Шахмат. Тиҙ шахмат буйынса турнир. Теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Турнир “Сатраш” шахмат клубында 12.00 сәғәттә башлана.

Волейбол. Ир-егеттәр командалары араһында район турниры. Команда составында 6 кеше. Ярыш Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 12.00 сәғәттә була.

Йөҙөү. Район ярышында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. “Еҙем” ФОК-ында 12.00 сәғәттә була.

Мини-футбол. Йәштәр араһында Яңы йыл турниры. Командала 7 кеше. “Еҙем” ФОК-ында 12.00 сәғәттә була.

7 ғинуар

Саңғы ярыштары. Раштыуа уҙыштары. Теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ярыш иҫке телевышка янындағы саңғы трассаһында 12.00 сәғәттә башлана.

13 ғинуар

Мини-футбол. Мәктәп уҡыусылары араһында Яңы йыл турниры. Командала 7 кеше. “Еҙем” ФОК-ында 12.00 сәғәттә башлана.

Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: