-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2017, 17:01

Яңы йыл кисендә

Йолаға әйләнгән рубриканы дауам итеп, юморесканың аҙағын яҙып бөтөрөргә саҡы-рабыҙ. Ижади эштәр ғинуар аҙағынаса ҡабул ителә. Ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Гөлйемеш инәй йорт мәшәҡәттәре менән булашҡан арала көрткә күмелә барған урамға күҙ һалып ала. Бабайы оҙаҡлабыраҡ китте. Район үҙәгенә шыршы алырға киткәйне. Хәҙер шыршы һатып алыр өсөн дә ниндәйҙер справкалар юлларға, юғарынан рөхсәт килгәнен көтөргә кәрәк ти ҙә баһа. Ана шул ҡағыҙҙарҙы яҙҙырып йөрөйҙөр бабайы. Сират та ҙурҙыр. Бөгөн ҡайта алһа ярай ҙа.

Йолаға әйләнгән рубриканы дауам итеп, юморесканың аҙағын яҙып бөтөрөргә саҡырабыҙ. Ижади эштәр ғинуар аҙағынаса ҡабул ителә.
Ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Гөлйемеш инәй йорт мәшәҡәттәре менән булашҡан арала көрткә күмелә барған урамға күҙ һалып ала. Бабайы оҙаҡлабыраҡ китте. Район үҙәгенә шыршы алырға киткәйне. Хәҙер шыршы һатып алыр өсөн дә ниндәйҙер справкалар юлларға, юғарынан рөхсәт килгәнен көтөргә кәрәк ти ҙә баһа. Ана шул ҡағыҙҙарҙы яҙҙырып йөрөйҙөр бабайы. Сират та ҙурҙыр. Бөгөн ҡайта алһа ярай ҙа.

Шаҡып тормай ниндәйҙер ят әҙәм килеп инеүгә тертләп китте Гөлйемеш инәй.

- Мин һеҙҙең ауылдашығыҙ булам, - тине теге, иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып тормаҫтан.

- Танып та етмәйем, олоғайғас хәтер насар шул, - тигән булды инәй. – Кем булаһың әле?

- Мин әле генә килеп торам. Һеҙҙә буш өйҙәр күп бит, йәшәрлек урын табылыр тим.

- Улай икән?!

Саҡырылмаған ҡунаҡты оҙатҡас, уфтанып ҡуйҙы инәй, тағы ниҙәр күрәһе бар икән. Былай ҙа ауылды әллә ҡайҙан, әллә кемдәр килеп баҫты. Үҙебеҙҙекеләр эш эҙләп Себер китә.

Ауылда бөгөн ниндәй милләт йәшәгәнлеген дә белерлек түгел. Ни урыҫ, ни башҡорт тигәндәй… Онотоп тора тағы, һүҙлектән ҡарап русса өйрәнегә лә кәрәк бит әле үҙенә. Тиҙҙән ҡалала йәшәгән балалары ҡайтырға тейеш. Ейәндәре башҡортса бөтөнләй белмәй. Улар менән русса аралашырға кәрәк. Кем әйтмешләй атай башҡорт, ҡартатай ҙа башҡорт, үҙем генә урыҫ. Вәт шулай!

Гөлйемеш инәй йәнә тәҙрәгә күҙ һалды. Ҡар һаман да яуа. Ауыл ҙур булһа ла, урамда бер кем дә күренмәй. Хәҙер кешеләр һәр береһе үҙенсә йәшәй. Күрше күршегә инмәй. Элекке кеүек түгел, юлдарҙа асфальт түшәлгән, электр, газ үткән, һыу өйҙә, һәр ихатала машина. Тик барыбер ниҙер етмәй. Күңелдә бушлыҡ.

Бабайын көтөп ултыра торғас ойоп китте лә, уяулы-йоҡоло төш күрә башланы инәй. Тауыҡ төшөнә тары инә, тигәндәй, Яңы йыл кисенә әҙерләнәләр имеш. Бабайы урмандан шыршы алып ҡайтҡан. Шуны ултыртып, биҙәү менән мәшғүл. 3 һум 62 тин аҡса алып магазинға китте. Өй тулы ҡунаҡҡа бер ярты етә торған. Урам тулы халыҡ. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр ҡапҡа төбөнә сығып баҫҡан. Йәштәр уларға сәләм биреп иҫәнләшеп үтә. Ауылда тормош, күңелле йәшәйеш барлығын белгертеп мөрйәләрҙән төтөн сыға. Эргәнән иҫәнләшеп, эскерһеҙ, ихлас күңелле, олоно оло, кесене кесе итә белгән, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ярҙамсыл ауылдаштар үтә. Рәхәт тойғолар кисереп ауылдаштарын һәр ҡайһыһын ҡосаҡлап алырҙай булып килә Гөлйемеш инәй. Улар менән һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Аҡ өмөттәргә тулы яҡты хыялға бирелеп, эстән генә көйләп атлаған инәй һиҫкәнеп китте. Уға табан пар ат егелгән санала ҡар бураны туҙҙырып, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу елә ине…
Читайте нас: