+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2018, 11:58

Дошманды фашлай, йорт-ҡураны һаҡлай

Быйылғы Яңы йылыбыҙ Эт билдәһе аҫтында килә. Ауылдарҙа йорт тәҙрәләре алдан уҡ байрам төҫөн алып, сағыу нурҙар менән биҙәлеп балҡып тора, Яңы йыл икәнен белдерә.

Быйылғы Яңы йылыбыҙ Эт билдәһе аҫтында килә. Ауылдарҙа йорт тәҙрәләре алдан уҡ байрам төҫөн алып, сағыу нурҙар менән биҙәлеп балҡып тора, Яңы йыл икәнен белдерә.

Белеүебеҙсә, эт - ул ҡулға эйәләштерелеп, буйһондоролған, йорт-ҡура һаҡсыһы ғына түгел, ул хас дошмандарҙан, мәкерҙән һаҡлаусы йәнлек тә. Төрлө фажиғәле хәлдәрҙән иҫкәртеүсе һәм фашлаусы ла.

Борондан уҡ Эт йылының ниндәй буласағын юраған ышаныуҙар ҙа йәшәп килә. “Эт йылы буранлы булыр, мал үрсер, тыныс, берҙәм йәшәрбеҙ”, - тигәндәр.

Телдән төшмәҫ мәҡәл-әйтемдәр бик күп. Киләһе йыл хужаһына оҡшап, көслө, маҡсаттарға тоғро ҡалайыҡ. Ысынлап та, үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ йорт-илебеҙгә хужа булып, телебеҙҙе яҡлап, һаҡлап йәшәргә бурыслыбыҙ. “Эт бөткөһөҙ” эшебеҙ булып, эт йәнле - түҙемле, сабыр холоҡло, эт бәхетле тормош көтөргә, ауырлыҡтарҙы бергәләшеп еңергә, “эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа” булмаһын өсөн, йөкмәтелгән эшкә яуаплы булырға ишара итә.

Шулай уҡ “эт туйы” - шау-шыулы, мәғәнәһеҙ тормоштан арынырға, һөмһөҙләнеп йөрөмәҫкә кәрәгер.

Кейем-һалымға, килеш-килбәткә, милли кейемгә иғтибарлы булырға, “майлап ташлаһаң да эт ашамаҫ”, ”энә йотҡан эт һымаҡ”, ”эт күҙе төтөн белмәҫ” кеүек сифаттарҙан ҡотолоу юлын табырға, бер-беребеҙгә ярҙамсыл булырға тейешбеҙ.

Эттәрҙең тоҡомдары ла, төҫтәре лә төрлөсә. Таҙа, килбәтле, матур төҫтәгеләрен таяныс итеп алабыҙ. Улар хужаларына хыянат итмәй.

Шулай булғас, беҙгә лә көслө дуҫтар, матур йәрҙәр, уңышҡа илткән юлдар табыу өсөн Эт йылында берҙәм, татыу, дуҫ булыу шарт. Тынғыһыҙ тормошта таяныр яҡын кешеләребеҙ булһын. Эт йылы яңы бәхеттәр алып килһен тип, Эт йылында этләшеп йәшәмәҫкә өндәп, Эт йылында тыуған.
Читайте нас: