+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2018, 12:30

Минең ҡәҙерле кешеләрем

Беҙ, 18 ҡыҙ һәм 6 егет 1970 йылда 10-сы класты тамамланыҡ. Был фотоһүрәттә беҙ уҡыған бер ҡатлы ағас мәктәп һәм уҡытыусылар коллективы. Йыл һайын 8-се, 10-сы класты тамамлаусылар ошо урында фотоға төшәләр ине. Ул йылдарҙа уҡыған күптәрҙең альбомында был фотолар һаҡланалыр, моғайын.

Беҙ, 18 ҡыҙ һәм 6 егет 1970 йылда 10-сы класты тамамланыҡ. Был фотоһүрәттә беҙ уҡыған бер ҡатлы ағас мәктәп һәм уҡытыусылар коллективы. Йыл һайын 8-се, 10-сы класты тамамлаусылар ошо урында фотоға төшәләр ине. Ул йылдарҙа уҡыған күптәрҙең альбомында был фотолар һаҡланалыр, моғайын.

Ошо ағас мәктәптең тар коридорында физкультура дәрестәре, линейкалар, пионер дружинаһы йыйылыштары үтә, оҙон тәнәфестә йыр-бейеүҙәрҙән, шаярыуҙарҙан коридор гөрләп тора ине. Клас-тар, һәр береһендә мейестәр, мейес яғыусы апайҙар, утын өйөмдәре, уҡытыусылар бүлмәһе. Директор кабинеты икенсе бинала ине. Беҙ уҡыған йылдарҙа директор вазифаһын һуғыш ветерандары Рауил Исмәғил улы Еникеев менән Акрам Абдулла улы Йәнешев, Рәшит Вафир улы Рәхимов башҡарҙы.

Рәшит абый (фотоһүрәттә ул уртала) менән Флүрә апа беҙҙең мәктәпкә 1968-1969 йылдарҙа килделәр. Йәштәр, сибәрҙәр, культуралы, институт тамамлаған филолог менән тарих уҡытыусыһы. Рәшит Вафир улы беҙҙең класта йәмғиәт белеме (обществознание) фәнен уҡытты. Оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле талапсан уҡытыусы ине ул.

Әлбиттә, мәктәп йылдарында иң иҫтә ҡалғаны – ул беренсе уҡытыусы. Мәктәбебеҙҙең ҡәҙерле башланғыс класс уҡытыусылары: Нурия апа, Әминә апа, Хәлимә апа. Барыһы ла гүр эйәһе инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Ә бына беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ – Фәрхәнә апа, мәңге ҡартаймай торған, терегөмөш кеүек етеҙ. Беҙ уның менән 2010 йылда мәктәп тамамлағанға 40 йыллыҡ уңайынан осрашыуҙа бергә ултырыу бәхетенә ирештек. Осрашыуҙа класс етәксебеҙ Әхәт абый Йәғәфәров, китапханасы Тәнзилә апа менән биолог Тәнзилә апа ҡатнашты.

Парлы уҡытыусыларҙан Ғаяз абый (физик) менән Хәлиҙә апа (химик) бик көслө уҡытыусылар ине, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Хәлиҙә апа химияны белмәгән кешене ене һөймәй торған иҫ киткес уҡытыусы булды. Шуға ла беҙ төндәр буйы “алюминиум”, “аргентум”, “натриум” тип бөтөн Менделеев таблицаһын ятлай торғайныҡ. Тап химия фәненә һөйөү мине медицинаға алып килгәндер ҙә инде. Һуңынан химияның ниндәйен генә уҡырға тура килмәне: аналитик, органик, органик булмаған, биохимия, физколлоидлы химия - барыһы ла миңә еңел бирелде. Хәлиҙә апаға гел рәхмәттәр уҡыным, әммә үҙенә генә әйтергә өлгөрмәнем, шуныһы үкенесле.

Заманына күрә бик яҡшы уҡытыусы ине Акрам абый – Акрам Абдуллич! Уның физика дәрестәре бик күңелле үтә ине, сөнки уның һәр бер физика законына таҡмағы, һәр темаға тормоштан алынған миҫалдары әҙер ине. Мәҫәлән:

“Ап-аҡ итеп керҙәр йыуғандар,

Бауға элеп ҡуйғандар”.

Керҙәр ни өсөн кибә? Сөнки һыу парға әйләнә һәм башҡалар. Акрам Абдуллич бик яҡшы ойош-тороусы булғандыр. Сөнки ул башта мәктәп директоры, колхоз рәйесе, һуңынан ветерандар ойошмаһы рәйесе булды. Ауыр тупрағы еңел булһын.

Рәмзиә апа – татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ул беҙҙе әҙәби татар телендә һөйләштерер өсөн нисек тырышты. “Әҙәбиәт дәресендә типтәрсә һөйләшмәгеҙ”, - тип асыулана торғайнығыҙ. Әсә һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән кермәй шул. Беҙ һаман да типтәрсә һөйләшәбеҙ, ғәфү итегеҙ беҙҙе. Ә бына әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгәнгә һеҙгә ҙур рәхмәт. Күп йылдар үтһә лә Һ.Таҡташтың “Мокамай”, Ғ.Ҡотойҙың “Тапшырылмаған хаттар”ы, Ғ.Туҡайҙың “Ҡырлай”ҙары һаман да иҫтә. Ә нисек сиратлап “Ҡазан утлары”н уҡый инек. Беҙ бит интернацио-налистар инек. Беҙҙе партия, комсомол шулай тәрбиәләне.

Хәҙер, әлбиттә, заманалар үҙгәрҙе. Үҙебеҙҙең “Ағиҙел” журналын яратып уҡыйым, үҙ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре бик оҡшай. Гөлнур Яҡупова, Спартак Ильясов һәм башҡалар.

Беҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ биолог Тәнзилә апа Рәхмәтуллина. Ул дәрескә йылмайып: “Иҫәнмеһегеҙ, яҙ гөлдәрем минең”, - тип килеп керә ине. Хәҙер уйлайым да, иҫем китә, ысындан да, беҙ 15-16 йәшлек ҡыҙ-малайҙар яҙ гөлдәре булғанбыҙ инде. Тәнзилә апаның бер ҡасан да асыуланғанын, насар билдәләр ҡуйғанын хәтерләмәйем. Шундай йомшаҡ һүҙле, көслө характерлы уҡытыусы булды. Ул әле лә гөлдәр кеүек, ҡартлыҡҡа бирешмәй, Хоҙай оҙон ғүмер бирһен һеҙгә. Уҡытыусыбыҙҙың ҡул аҫтында йәй буйына мәктәп баҡсаһында эшләй инек. Тәнзилә апа, һеҙҙең ботаника, зоология, анатомия дәрестәрендә биргән белемегеҙ миңә алдағы тормошомда ҙур таяныс булды. Рәхмәт һеҙгә!

Мәктәптә директорҙар алышынып торһа ла, беҙҙең алыштырғыһыҙ завуч Рәшиҙә Ғәбиҙулловна – Рәшиҙә апа булды. Һәр бер директорҙың уң ҡулы, бөтөн мәктәп тормошона яуаплы, үткер күҙле, үткер һүҙле, тарих фәнен һыу кеүек эскән уҡытыусы ине. Уның бер яратҡан “архи” тигән һүҙе бар ине. Ул хәҙерге “супер” тигәнде аңлата. Сирҙәргә бирешмәй, оҙаҡ йәшәгеҙ.

Зөлфиә апа беҙгә 5-6-сы класта тарих һәм географиянан белем бирҙе. Ул урта быуаттар тарихын шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләй ине, Спартак һуғыштарында үҙе йөрөгәнме ни? Ул беҙгә программанан тыш өҫтәлмә мәғлүмәт тә бирә ине. Ә сит илдәр географияһы менән нисек таныштыра ине? Әйтерһең дә, үҙе шунда йөрөй... Беҙ барыһын да ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Зөлфиә апабыҙҙың беҙҙең аранан иртә китеүе генә үкенесле булды, йәне йәннәттә булһын.

5-7-се класта класыбыҙ етәксеһе, филолог Светлана Мансуровна (икенсе исеме Фәнүзә). Йәш, сибәр, баҫҡан урынында ут сәсеп торған, беҙҙең өсөн матурлыҡ эталоны булған Фәнүзә апа беҙҙе 7-се класта комсомолға инергә әҙерләне. Комсомол сафына Красноусолда, район комс-комитетында, комитет ағзалары алдында улар биргән бөтөн һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәс кенә, ҡабул итәләр ине. Шулай итеп, Светлана Мансуровна беҙҙе комсомол сафына баҫтырҙы ла, үҙе Яңғыҙҡайын егетенә кейәүгә сыҡты ла китте. Фәнүзә апа, ҙур сәләм һеҙгә, сирләмәгеҙ, иҫәнлек теләйем һеҙгә күп йылдар аша.

9-10-сы класта класс етәксеһе математик Әхәт абый Йәғәфәров булды. Беҙ мәсьәләләрҙе дөрөҫ сисмәһәк, Әхәт абый: “Кәбеҫтә һурпаһы ашарға кәрәк һеҙгә, ул башты эшләтә”, - ти торғайны. Ул беҙҙе үҙе кеүек математик итәһе килгәндер, күрәһең. Беҙҙе МДУ-ның ситтән тороп уҡыу курстарына яҙҙыра ине, унан эштәр ебәрәләр ине, әммә уларҙы беҙҙең аранан Винер Ваһапов ҡына сисә ала ине. Бик башлы егет ине, ул да, Әхәт абый менән ҡатыны Тәнзилә апа ла беҙҙең аранан иртә киттеләр, ауыр тупраҡтары еңел булһын.

6 йыл буйы физкультуранан уҡытҡан, беҙҙе иртә һайын мәктәпте, мәктәп баҡсаһын, интернатты урап йүгерткән, ҡыш көнө иһә шул араны саңғы менән йөрөткән, беҙҙе ныҡ яратҡан физкультура уҡытыусыһы Рәшит абый Ҡасимов. Беҙ ҙә уны ныҡ яраттыҡ.

Ильяс абый хеҙмәт дәресенән уҡытты, тырмалар, табуреткалар эшләй инек. Радик абый Бохаров егеттәргә машиноведение тигән фәндән белем бирҙе. Роза апа Әсфәндийәрова физкультура уҡытыусыһы. Роза апа, хәтерегеҙҙәме, һеҙ интернатта тәрбиәсе лә булып эшләнегеҙ. Ә һеҙ декрет ялына киткәс, мин 10-сы класты тамамлағайным, 4 ай һеҙҙең урында эшләп алдым. Һеҙгә иҫәнлек теләйем.

Фотоһүрәттең һул яҡ мөйөшөндә Мәрйәм апа Раҡаева – филолог, Нажия апа (Нажия Каррамовна) – черчение уҡытыусыһы, мәрхүмәләр инде, Ғәлиә апа (филолог) менән Рәйсә Йәнешева (пионервожатый) иҫән-имен йәшәп яталар, оҙон ғүмер уларға.

Бына ошо бер фотоһүрәттә күпме яҙмыш. Беҙҙең ауылдың нисә быуын балаһына белем биргән, тәрбиәләгән изге кешеләр. Әгәр ҙә беҙ үҙебеҙгә төплө белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған уҡытыусыларыбыҙҙы онотмаһаҡ, уларҙы хөрмәт менән иҫкә алһаҡ, бәлки, киләсәктә беҙҙе лә иҫкә алырҙар.
Читайте нас: