-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2018, 11:52

Яңы йылды матур ҡаршыланыҡ

Беҙҙең Игенселәр ауылы тәбиғәттең иң матур урынында – Ҡаламан йылғаһы буйында урман-тау итәгендә урынлашҡан. Ауыл халҡы дуҫ, татыу, берҙәм булыуы менән айырылып тора.

Беҙҙең Игенселәр ауылы тәбиғәттең иң матур урынында – Ҡаламан йылғаһы буйында урман-тау итәгендә урынлашҡан. Ауыл халҡы дуҫ, татыу, берҙәм булыуы менән айырылып тора.

Яңы йыл байрамын ауыл клубында бергәләшеп ҡаршы алдыҡ. Әтәс йылын оҙатырға һәм Эт йылын ҡаршыларға бар халыҡ йыйылды. Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаров һәм ауыл старостаһы Камил Әсфәндийәров уҙған йылға йомғаҡ яһанылар, киләсәккә бурыстар билдәләнеләр һәм халыҡты Яңы йыл айҡанлы ҡотланылар. Артабан һүҙ Яңы йыл кисәһен ойоштороусыларға бирелде. Красноусол башҡорт гимназияһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөүсе ауылдашыбыҙ Альбина Ғайсина һәм ауыл фельдшеры Алһыу Әсфәндийәрова, ауыл Советы депутаты Лилиә Фәтҡуллина, ауылдашыбыҙ Раушания Мәхмүтова, гармунсыбыҙ Наил Фәйзуллин халыҡтың күңелен күтәреп йыр-моң бүләк иттеләр, төрлө уйындар ойошторҙолар. Алһыу Әсфәндийәрова лотерея уйыны ла ойошторҙо, береһе лә бүләкһеҙ ҡалмағандыр. Күрше Красная Поляна ауылынан килгән Сергей Тимофеев Ҡыш бабай ролен килештереп башҡарҙы. Уларҙың барыһына ла ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Яңы йылды матур ҡаршы алдыҡ, йыл һуҙымында ла берҙәм, татыу булып, матур йәшәйек.
Читайте нас: