+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2018, 12:47

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!

Ҡыштың ҡояшлы көнөндә “Миләшкәй” балалар баҡсаһының “Кәрәҙ” төркөмөнә йөрөгән балалар ата-әсәләре менән бергә урманға сәйәхәткә сыҡтылар.

Ҡыштың ҡояшлы көнөндә “Миләшкәй” балалар баҡсаһының “Кәрәҙ” төркөмөнә йөрөгән балалар ата-әсәләре менән бергә урманға сәйәхәткә сыҡтылар.

Ял көнөн ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, йәкшәмбе көнө урманға барырға булдыҡ. Кескәйҙәрҙә ҡоштарға ҡарата изгелекле, хәстәрлекле булыу тойғоһон тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотоп, сәйәхәтте “Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!” тип атаным. Ҡоштар тураһында йомаҡтар ҡойҙоҡ, ата-әсәләр яһап килтергән тағараҡтарҙы ағастарға элдек, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ем һалдыҡ. Һуңынан балалар баҡсаһының физкультура инструкторы В.Р.Шамсубарова ҡышҡы эстафета уйындарын ойошторҙо. Балалар өсөн урмандан әкиәт персонажы Мәскәй әбейҙең килеп сығыуы бигерәк тә ҡыҙыҡ булды. Кескәйҙәр, ата-әсәләр Мәскәй әбейгә ҡыш тураһында шиғырҙар һөйләне, күстәнәстәр менән һыйланды. Иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, Мәскәй әбей менән хушлашып, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ҡоштарҙы хәстәрләргә, тағы ла урманға килеп ем һалырға, йорт эргәләрендә лә тағараҡтар элергә һөйләштеләр.

Шулай итеп, өлкәндәр кескәйҙәргә үҙ миҫалында тирә-яҡ тәбиғәткә, йәнлек-ҡоштарға иғтибарлы, йомшаҡ күңелле булырға өйрәтте. Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең “Миләшкәй” балалар баҡсаһының төп эшмәкәрлек темаһы ла әхлаҡ тәрбиәһе биреү. Тимәк, бындай саралар тағы ла үтәсәк әле.

Читайте нас: