+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2018, 12:49

Татыулыҡта – бәрәкәт

Быйылғы йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы сиктәрендә үтәсәк. Ул ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Ошо уңайҙан Үтәк ауылының күмәк балалы күркәм ғаиләләренең береһе Зөлфиә һәм Илшат Вәлиевтар ғаиләһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Быйылғы йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы сиктәрендә үтәсәк. Ул ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Ошо уңайҙан Үтәк ауылының күмәк балалы күркәм ғаиләләренең береһе Зөлфиә һәм Илшат Вәлиевтар ғаиләһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Зөлфиә Винер ҡыҙы менән Илшат Әхмәт улы Үтәк ауылында тыуып-үҫеп, ошонда буй еткерәләр. Бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй улар, тыуған төйәктәрендә төпләнергә ҡарар итеп, ғаилә ҡоралар һәм матур итеп йәшәп алып китәләр. Өйләнешкәс, йәштәр Илшаттың нәнәһе Мәрйәм (уның тәрбиәһендә үҫкән) йортонда бергәләшеп йәшәйҙәр, ул иһә йәшәрен йәшәп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, 92 йәшендә мәңгелек донъяға күсә.

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ихтирам итеп, яратып йәшәгән Вәлиевтар береһенән икенсеһе матур, аҡыллы 5 балаға ғүмер биргән. Уларҙың иң өлкәне - ҡыҙҙары Юлиә 21 йәштә, ул кейәүгә сығып, ата-әсәһен ҡартатай-нәнәй итеп тә өлгөргән. Тормош иптәше Азамат менән Айгүзәл исемле ҡыҙ үҫтерәләр, Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр, атай йортона Яңы йыл ҡаршыларға ҡайтҡандар. Айгөлдәрен дә былтыр башлы-күҙле итеп, никах уҡытҡандар. Ул Стәрлетамаҡтағы 134-се колледжда ашнаҡсы-кондитер, 15 йәшлек улдары Артур 9-сы кластан һуң Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжына уҡырға инеп, геодезист һөнәрен үҙләштерә. Уралиә Үтәк мәктәбендә 1-се класта уҡыһа, ә оя төбө - кескәй Гөлшаттың 31 декабрҙә Яңы йыл менән бергә 3 йәшен билдәләнеләр. Был көндө 2018 йыл хужаһы - Эт йылында тыуған ғаилә башлығы ла ҡыҙы менән бергә яҡындарының ҡотлауҙарын ҡабул итте.

Ғаилә – һәр ваҡыт үҙенә саҡырып, йәшәүгә көс-дәрт биреп тороусы яҡты усаҡ ул. Ата-әсә наҙында, ҡурсалауында үҫкән бала өсөн тыуған йортта уңайлы, яҡшы шарттар булдырылһа, ул икеләтә бәхетле бала сағын кисерә. Ошоно уйлап, ишле балаларға ғүмер биргән ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж 35 йәшкә тиклемгеләргә тәғәйенләнгән “Ауылды социаль үҫтереү” программаһы буйынса дәүләт ярҙамына мөрәжәғәт итеп, уны алыуға өлгәшәләр. Һәм бынан өс йыл элек бәләкәй өйҙәре янына өр-яңынан ҙур, иркен, 10х15 ҙурлыҡтағы йорт төҙөп инәләр. Тыштан да, эске яҡтан да заманса материалдар менән биҙәлгән Вәлиевтарҙың күркәм йорто Буденный урамының йәме булып ултыра. Ысынлап та, өйҙә барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Һәр ҡайҙа йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, тәртип.

- Үҙ йортобоҙҙо һалғанға тиклем Илшаттың нәнәһе менән уның өйөндә бергә йәшәнек. Тап ошонда килен булып төштөм дә инде, ул бәләкәй генә булһа ла шул тиклем дә ҡунаҡсыл булды, бер ваҡытта ла унан кеше өҙөлмәне, - ти Зөлфиә бынан 22 йыл элек килен булып төшкән йәш саҡтарын хәтерләп.

Ғаилә башлығы һөнәре буйынса тракторсы, әлеге мәлдә бик яуаплы урында – янғын һағында эшләй, шулай уҡ ауылдың һыу үткәргестәре лә уның ҡарамағында. Ә хужабикә Зөлфиә үҙенең тормошон тулыһынса балаларына, ғаиләһенә бағышлаған. Үҙе лә, ире лә өс балалы ғаиләлә үҫкән ҡатын балаларҙың һәр береһе үҙ бәхете менән тыуыуын, күңелең киң булһа, булғанға шөкөр итеп йәшәй белһәң, сабыйыңды бағыуҙан да артыҡ бәхеттең булмауын билдәләй. Ә тәрбиә йәһәтенән, күп балалы булыу бары тик шатлыҡ ҡына һәм ыңғай әһәмиәткә эйә: улар бер-береһенә иптәш булып, бәләкәйҙән бер-береһен ҡурсаларға, ярҙамсыл, берҙәм, татыу булырға өйрәнеп үҫә, ти ул.

Ысынлап та, һәр ғаиләнең матурлығы, бәхете, бәрәкәте лә – татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙә, инсафлы, тәүфиҡлы балалар үҫтереүҙә. Ә Вәлиевтар быға өлгәшә алған.
Читайте нас: