“Ҡуйығыҙ әле, маҙаһыҙламағыҙ, ана, олатай-өләсәйегеҙгә барып ярҙамлашып килегеҙ… “ Шулай ти ҙә, Мәүлембирҙе, эргәһендә мыжғышҡан бихисап бала-сағаларҙың һәр береһенә ҡулынан килерҙәй эш ҡушып ҡуя. “Атай, атай, һуғыш тураһында һөйлә әле!” – тип һырып алһалар, ни тип әйтергә лә белмәҫһең. Уларға күрше-тирә балалары ла ҡушыла, етмәһә. Әкиәтме ни һуғыш уларға. Ә Мәүлембирҙене әле һаман алыҫ 1942 йылда тәүге тапҡыр күҙгә-күҙ осрашҡан немец һалдатының ҡарашы эҙәрлекләй, төштәренә кереп ыҙалата… Башҡорт һалдаты өлгөрөрәк булып сыҡты ул ваҡытта – 17-шәр йәшлек ике дошман үҫмерҙең осрашыуында…
“Һе, шул бер нисә секунд эсендә хәҙер бына нисәмә кешенән торған оло донъяның яҙмышы хәл ителгән,” – тип ғорурланып уйлап ҡуйҙы Мәүлембирҙе Ғәзизов. Бына бит, 1-се төркөм инвалид булып ярым тереләй ҡайтып инһә лә, ярты быуатлыҡ йәшен түңәрәкләй ҙәһә. Унда ла кеше көйөгө булып ултырылманы: донъяһын да көттө, балалар үҫтерҙе, иң ҙур башҡорт ауылы һаналған Сәйетбабала ла абруйлылар рәтендә йөрөй…
“Маҡтанырға тиһәң, һине ҡуш инде – ҡупайырға ғына тораһың!” – тип үҙен теҙгенләп алған арала, күңеле икенсе яҡтан ҡаршы төштө: “Хәтерлә әле, ҡартлас, 1954 йылды!..”
Иҫ китмәле йәй булды ул йылды, йүкәләрҙән бал шишмә булып аҡты. Колхоз умартасыһы булып эшләгән Мәүлембирҙе Ғәзизовтың бал ҡорттары үҙе кеүек үк алһыҙ-ялһыҙ эшләне, балды ҡайҙа итергә лә белмәнеләр. Һөҙөмтәһе 1955 йылда Республика Ҡортсолоҡ контораһы тарафынан күрһәтелеп, алдынғы умартасы булараҡ, Республика Почет таҡтаһында фоторәсеме торҙо. Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтерлек булды. Мәскәү, баш ҡала… Ахыр сиктә, юлға йыйынып бөткән еренән бер уй шып туҡтатты бит уны: туҡта әле, шундай ҙур урындарҙа, мин – ябай ғына ауыл малайы, ни тип йөрөйөм дә, сығыш яһарға ҡушһалар, нимә тип әйтә алырмын? Ауыл театрында уйнағанда, ярай әле, алдан ятлағанды һөйләйһең, унда ла онотолоп ҡуя әле ул, ә бындай ғәм алдында ҡаушап төшөп, мәсхәрәгә ҡалып ҡуйһаң… Юҡ, инде, ундай көнгә ҡалып йөрөйһө юҡ, бармайым күргәҙмәләренә! Шулай итеп, данлы умартасы Мәүлембирҙе Ғәзизов ҡорттарын ҡарап ҡалды, ә Мәскәүгә ярҙамсыһы китте, дан-шөһрәттәргә күмелеп, ғүмер буйы һөйләрлек тәьҫораттар тейәп ҡайтты…
Умартасының һәм умарталыҡтың тормошон беленер-беленмәҫ кенә аҡҡан йылға ағышы менән сағыштыралар. Ул сит күҙлектән генә шулай. Һил генә тәбиғәт мөйөшөндә ниндәй ҡыҙыу эш ҡайнауын аңлар өсөн умарта янында бер аҙ ғына күҙәтеп тороу етә. Минут һайын, миҙгел дауамында, йыл һайын… Ике тиҫтәнән ашыу эшләгән дәүерҙә Мәүлембирҙе дәүләткә тапшырған бал нисә машина булып теҙелер ине икән? Бал табында ғына татлы бит ул, ә былай, уның тирәһендә ниндәй генә болоттар өйөрөлмәй. Һәләкәткә тиңдәре лә һағауыллай, һәр ҡайһыһынан имен-аман сығып, иң мөһиме – бал ҡорттарын ҡурсалап ҡалырға кәрәк тәһә. Шунһыҙ тормоштоң дауамы юҡ, теге ваҡыттағы немец менән осрашҡандағы һымаҡ…
Сыуалышлы уйҙарынан арынып, Мәүлембирҙе бала сағына, һуғыштан һуңғы йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтты. Ата-әсәһе, Зиннәт менән Хәҙисә, әллә ни осондороп үҫтермәне уларҙы. Фәҡир тормоштанмылыр, тыуған бер балалары үлеп торғас, сираттағы бәпестәренә Мәүлембирҙе – Алла биргән тигән тылсымлы исем ҡушҡандар инде. Шундай сәйер исеме арҡаһында яу яланынан тере ҡайтып, туғыҙ балаға ғүмер бирә… “Бөҙрөгө” (ҡатынын, яратып, шулай атай - ред.) – Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан алып ҡайтҡан ҡатыны Мөнирә лә донъя көтөүгә бөтмөр булып сыҡты шул: юғиһә һуғыш яраларынан мәңге һыҙланып йәшәгән иренә терәк булып, янында иш янына ҡуш булып көн итер инеме… Улай тиһәң, Хоҙай бирер ҙә ул, халыҡ әйтмешләй, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тик бына уныһын ала һәм файҙалана белергә лә кәрәк әле ул.
...Ҙур өҫтәлде уратып алған балаларына күңелле көй сығарып йырлаған самауырҙан сәй яһаған Мөнирәһенә ҡараны ла, тағы көлөмһөрәп ҡуйҙы Мәүлембирҙе. Яу яланында, сираттағы аяуһыҙ алыштан һуң ял иткән арала, аҡ ҡайын төбөнә ултырып Хоҙайҙан ялбарып һорағайны шул...”Һуғыштан әгәр тере ҡайтһам, бер матур ҡыҙға өйләнер инем... балаларым күп булыр ине...” Теләге ҡабул булды, Аллаға шөкөр. Ә йәшлегендә “Бөҙрөгө” ниндәй сибәр ҙә, аҡыллы ла, бигерәк уңған да ине! Йәш килен төшөргәс, уның менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп була бит инде. Ауыл халҡына кәләш күрһәтеүҙең ҡыҙыҡ юлын тапты үҙе лә мәрәкәсел Мәүлембирҙе: “Бер аяҡҡа һылтыҡлай, әҙерәк ҡылыйыраҡ та, нишләйһең инде…” Ер аяғы-ер башы яҡтан шундай сәйер кәләш алып ҡайтҡан егеткә аптырап ҡарайҙар ҙа, ауыл киленен күрергә, еңгә бүләге алырға ашҡына кешеләр. Барһалар… бер ере лә зәғиф булмаған, хур ҡыҙылай һылыу ултыра!
“Сая ла булынған икән – шундай ҙа сибәрҙе эләктергәс,” – тип кинәнеп йәшлеген хәтерләне Мәүлембирҙе Ғәзизов. Балалар ни – үҫеп йыраҡтарға китә торор, әбейе менән балаларының ҡайтҡанын һағынып көтөп торорҙар, донъя шулай ағыр ҙа ағыр…
…Үҙем бер ҡасан да күрмәгән, ишетеп кенә белгән ағайҙың ҡәнәғәт ҡартлығын шулай күҙ алдыма килтерҙем дә, үҙемә-үҙем һорау бирер һаләткә килдем: “Шунса-шунсама йылдар үткәс, киләсәк быуындарыңа һинең турала бына ошолай иҫтәренә төшөрөп ултырыусы берәйһе табылырмы? Улай хөрмәтләп иҫкә алырлыҡ ниҙәр ҡыйраттың әле һуң һин?..” Юҡ икән, кеше тауҙар аҡтармай, күмәкләп ҡорған эре-эре диуарҙар ҙа ҡыйралышып бөтә, ә халыҡ хәтерендә ҡалыр өсөн әллә ни күптең кәрәге юҡ. Халыҡ ғәменә ҡушылып, ил хәстәрҙәренә бергә сумып, көндәлек бурыс-вазифаларыңды намыҫ менән башҡарып барыуың да етә. Шул ваҡытта һине оҙаҡ йылдар үткәс тә яҡты һүҙ менән иҫкә алыусы табылыр, яңы быуындарға һөйләргә теләүсеһе лә көттөрмәҫ. Үҙең аҫраған бал ҡорттарылай тынғыһыҙ ҙа, уңған да, хәстәрлекле генә була бел.
Ғафуриҙың Сәйетбабаһының уртаһында ҡалҡҡан һуғыш ветерандарына һәйкәлгә баш эйергә насип булғайны ҡасандыр. “Ғәзизов М.З.” тигән исем дә бар ул оҙон теҙмәлә. Бәй, тимен, вафатында ул әлеге минең йәштә генә булған да!.. Ә күҙ алдымдан шул ғүмер осоронда ағай уҙғарған һуғыш юлдары, шанлы-дауыллы йылдар, ниһайәт, ул йыйып оҙатҡан бал ылауҙары рәттәре үтте… Хәтерләрлегең бар икән, ағай. Тағы ла табылырҙар, иҫләрлек вариҫтарың бихисап, улар ҙа лайыҡлы дауам итер һин һалған ныҡлы нәҫел ептәрен…