Әбйәлилдә туғандар, таныштар араһында йөрөгәндә, уларҙың һөйләшендә йыш ҡына, бығаса ишетмәгән “хоспис” һүҙе ишетелеп ҡала. Һораштыра башланым. Шунда медицина фәндәре докторы, профессор Ишмырҙа Һиҙиәтовтың үҙенең тыуған Салауат ауылында, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында беренсе булып хос-пис астырыуы тураһында белдем. Ә “хоспис” һүҙен Интернеттан ҡарап, ул латин һүҙе, русса “гостеприимство” (ҡунаҡсыллыҡ) мәғәнәһендә икән. Ә инглиздәр иҫке француз һүҙенән алып “онкологик сирлеләргә паллиатив ярҙам” мәғәнәһендә ҡуллана.
Хосписты барып күреү теләген белдерҙем. Иртәгәһенә үк кейәүем мине Салауат ауылына алып китте.
Күҙ күреп туймаҫлыҡ матур урында ултыра ауыл. Ҡарағай ағасынан буралған күркәм йорттар. Төп-төҙ генә ауыл урамына асфальт түшәлгән. Бынан 20-25 йылдар самаһы элек газ үткәрелгән, һыу, канализация мәсьәләһе лә күптән хәл ителгән бында.
Хоспис ике ҡатлы йортта урынлашҡан. Эскә үтәбеҙ, ҡайҙа ҡарама таҙалыҡ, бөхтәлек. Беренсе ҡатҡа үҙ аяғында ҡыйынлыҡ менән йөрөгәндәр, йә бөтөнләй хәрәкәт итә алмағандар урынлаштырылған. Икенсе ҡатта иһә үҙ аяғы менән ҡаттан-ҡатҡа менеп-төшөп йөрөй алырҙайҙар йәшәй. Бында гәзит-журнал уҡырға ла, шахмат, шашка, домино уйнарға ла, теләйһең икән, телевизор ҡарап ҡына ултырырға ла мөмкин.
“Ашау яғы нисек?”- тигән һорауыма барыһы ла уң ҡулдарының баш бармаҡтарын күрһәттеләр.
Табип күрһәтмәһе буйынса медсестралар кеменәлер укол ҡаҙаһа, икенсеһенә стакан менән һыу тотоп килеп дарыу ҡаптырып китә. Массаж да, йылытыу һәм башҡа төрлө процедуралар ҙа ҡулланыла.
Ҡыҫҡаһы, бында ҡартайған кеше ғүмеркәйенең аҙаҡҡы көндәрен мөмкин тиклем еңеллектә үткәрһен өсөн барыһы ла эшләнә. “Йәшлегең нисек тә үтә, Аллаһы Тәғәлә ҡартлыҡта бәхет бирһен”, тип юҡтан ғына әйтелмәгәндер. Хәҙерге ваҡытта бында өлкән йәштәгеләрҙе Силәбе өлкәһенән, Магнитогорск ҡалаһынан килтерәләр икән. Үҙҙәрендә асһалар, бер аҙ йүгерергә, тир түгергә кәрәк, сығымдары ла бар. Ә былай рәхәт бит, килтереп тапшырҙың да, эш тә бөттө.
Бер башлағас, әбйәлилдәр тураһында башҡа күргән, белгәндәрҙе лә яҙып үтәйем. Башҡа райондарҙа күпләп мәктәптәр, медпункттар ябылғанда, бында бер генә ауылда ла мәктәп ябылмаған. Төпкөл тип тормағандар, быйыл ике ауылда ҡыҙыл кирбестән медпункттар төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр иһә Тоҙлокүл ауылында бер эшҡыуар өс манаралы итеп кирбестән мәсет һалдырған. Уны асыу тантанаһына туғандарым мине лә саҡырҙы. Ауыл ерендә төҙөлгән ундай ҙур мәсетте мин башҡа урында күргәнем юҡ. Ошо уҡ ауылда 2018 йылда яңы мәктәп төҙөргә йыйыналар.
Әгәр мөмкинлек булып, беҙҙең ра-йонда ла хоспис асҡанда, бик һәйбәт булыр ине. Балаларының эштән ҡайтҡанын көтөп, кеше менән аралашып, һөйләшергә зар-интизар булып, әҙерләп ашатыусыһы булмаһа, оҙон көн буйы ас килеш (ә араларында түшәктән тора алмағандары ла бар), медицина ярҙамы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, яңғыҙлыҡта ғазапланып үлеүселәр булмаҫ ине.
Рәсәйҙәге алда әйткәнемсә, беренсе һәм берҙән-бер ошо изге йортто астырыу өсөн И.Һиҙиәтов (күптән мәрхүм инде) күпме бюрократик кәртәләрҙе еңеү өсөн 10 йыл буйы көрәшкән. Мортаза Рәхимовҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына астырыуға өлгәшә. Әлегә ул республикабыҙҙа берҙән-бер булып ҡала. Ә Татарстанда Башҡортостандан (дөрөҫөрәге әбйәлилдәрҙән) өлгө алып хоспистар төҙөй башлағандар һәм һанын алтауға еткергәндәр.
Республика Башлығы Р.Хәмитов та үҙенең бер сығышында был мәсьәләнең мөһимлеген билдәләп үткәйне. Хәйерлегә юрайыҡ.