Юрмаш ауылы халҡы элек-электән, йәғни мин белә-белгәндән бирле егәрлелектәре менән айырылып торҙо. Мин бында килен булып төшкәндә колхоздар бар заманда апай-ағайҙарҙың, еңгә-еҙнәләрҙең һәм әбей-бабайҙарҙың гелән эшләп йөрөгәндәрен күрә инем. Бында таң һарыһынан эш ҡайнай, кемдер эшкә бара, кемелер ҡайта. Апай-еңгәләр һыйыр һауа, ир-ат мал ҡарай. Ат һарайы ла бар ине, бик күп ат тоттолар. Ә хәҙер иһә уның бер нәмәһе лә ҡалманы. Ул замандарҙа йәшәүе лә күңелле булды, бар хеҙмәт ҡул көсө менән башҡарылып, һәр ерҙә эш ҡайнап, баҫыу-яландар гөрләп торҙо, кешеләр дәртләнешеп эшкә барып ҡайталар ине.
Фермала ғүмер буйы һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Фәниә Әбдрәшитова, Нурия Ҡәҙерғолова, Миңлебикә Әхтәмова, Лина Абдрахманова, Миңнисара Хәбибуллина, Мәүлиҙә Аҫылбаева, Гөлфара Ғәйнуллина, Валентина менән Любовь Никифоровалар. Фәнилә менән Илдар Салауатовтар алдынғы быҙау ҡараусылар булды. Бар ғүмерҙәрен һыйыр һауыуға бағышлаған Баныу Салауатова, Галина Абдрахманова, Юлиә Сәйфуллиналар гүр эйәһе инде хәҙер.
Шулай уҡ колхоздың шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында тырышып эшләп, тир түгеүселәр ҙә бик күп булды. Улар: Мәүлиҙә Йомағолова, Сәғиҙә Ҡәҙерғолова, Асия һәм Әнисә Шәмсетдиновалар, Нәрисә һәм Мәрфуға Ҡәҙерғоловалар, Сәлиха Кинйәбулатова, Хәкимә һәм Фәймә Аҫылбаевалар, Рау-за Шәмсетдинова, Миңлегөл Әхтәмова, Варвара Никифоровалар. Ә Миңйыһан һәм Фәүзиә Әхтәмовалар, Баныу Әбдрәшитова, Мәмдүҙә Ке-йекбаева, Хәмиҙә Йомағолова, Баныу Сурағолова, Ғәйшә Бәширова, Мәрхәбә һәм Мәрүә Аҫылбаевалар, Миңнира Абдрахманова, Клара Шәмсетдинова, Нәсимә һәм Ғилмиямал Кинйәбулатовалар, Рәшиҙә Юлдашева, Мәрфуға, Тәнзилә, Прас-ковья Йомағоловалар мәрхүмәләр инде.
Заманында ауылдаштарын аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеп торған Нәсимә апай менән Тимербай ағай Ҡәҙерғоловтар. Улар халыҡ менән һәйбәт мөнәсәбәттә булып, яғымлы итеп, кеше менән уртаҡ тел табып эшләне, шуға ла уларҙы бар халыҡ хөрмәт итте. Ҡайным Хәким Салауатов та ат һарайында ат ҡараусы булып эшләне. Уның эше лә бик еңелдән булмағандыр, иртүк китер ине лә, кисләтеп кенә ҡайтыр ине. Ул да бик һәйбәт, кешелекле, ауылдың хөрмәтле кешеһе булды. Ҡәйнәм Фәүзиә Камалова менән татыулыҡта ғүмер иттеләр, ул бик оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләне. Ике балаға ғүмер биргәндәр, хәҙер икеһе лә ғаиләле, олатай-өләсәй булдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайным да, ҡәйнәм дә гүр эйәләре инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Йыл һайын уларҙың рухтарын шатландырып, Ҡөрьән уҡытып торам.
Юрмашта әле лә тормош гөрләп дауам итә. Хәҙер иһә өлкәндәр урынына алмашҡа килгән йәштәр ҙә тырышып, матур итеп донъя көтәләр. Ауылда эш юҡлыҡҡа һылтанмайҙар, күркәм йорттар һалып инәләр, һәр береһендә техника, еңел автомашина, нигеҙҙә күпләп мал-тыуар аҫрап (6-7-шәр һыйыр, аттары ла бик күп), башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ итеп, мул тормошта йәшәйҙәр.
Шундай тырыштарҙың береһе – Ләйлә менән Рөстәм Әбдрәшитовтар. Юрмаш ауылы егете Имәндәш ауылы һылыуы Ләйлә менән ғаилә ҡороп, 3 бала – ике ул һәм бер ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтерәләр. Һарай тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Силәгенә күрә – ҡапҡасы, тигәндәй, ике егәрле бергә тура килгән. “Беларусь”тары ла бар, яңы ғына еңел автомашина һатып алдылар. Рөстәм бер минут тик тормай, бура бурап та һата, пилорама төҙөргә лә уйлаша.
Ауылдаштарына техникаһы менән ярҙам итә, ҡыш көнө юлдарҙы ҡарҙан таҙарта. Улдарының өлкәне Салауат ҡалаһында, икенсеһе – Юрмашта 1-се класта, ә ҡыҙҙары Ҡарағай мәктәбендә 5-се класта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп уҡыйҙар.
Ауылда бер түгел, ике һөт йыйыусы – Илдар Салауатов менән Таһир Хәбибуллин эшләй. Улар халыҡтан бик күп һөт йыйып дәүләткә тапшыралар.
Бына шулай юрмаштарға “Афариндар!” һәм артабан да ошо егәрлелек сифаттарына тоғро ҡалһындар, тиергә генә ҡала.